Сәғүд Ғәрәбстаны
|
|||||
| Милли девиз: «ғәр. أشهد أن لا إله إلاَّ الله و أشهد أن محمد رسول الله» | |||||
| Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең милли гимны | |||||
| Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | |||||
| Рәсми телдәр | Ғәрәп теле | ||||
| Башҡала | Эр-Рияд | ||||
| Иң ҙур ҡалалары | Эр-Рияд | ||||
| Идара итеү формаһы | Короллек | ||||
| Король | Абдулла ибн Ғәбдел Әзиз | ||||
| Территория • Барыһы |
13-се/сө/сы урын 2 218 000 км² |
||||
| Халыҡ • Барыһы (2009) • Тығыҙлыҡ |
43- се/сө/сы урын 28 686 633 12 кеше/км² |
||||
| ЭТП • Бөтәһе (2007) • Кеше башына |
27- се/сө/сы урын 467.7 $ 9612 $ |
||||
| Валюта | Сәғүд риәле | ||||
| Телефон коды | +966 | ||||
| Ваҡыт бүлкәте | UTC +3 | ||||
Сәғүд Ғәрәбстаны (ғәрәпсә المملكة العربية السعودية, әл-Мәмлә́кә әл-Әрәби́йә әс-Сәүди́йә) — Ғәрәп ярымутрауындағы иң ҙур дәүләт. Төньяҡтан Иордания, көнсығыштан Ғирак, Ҡатар, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге, көньяҡтан Оман һәм Йемен илдәре менән сиктәш. Төньяҡ-көнсығыш яғы Фарсы ҡултығы һәм көнбайыш яғы Ҡыҙыл диңгеҙ менән йыуыла.
Ислам диненең ике изге ҡалаһы —Мәккә һәм Мәҙинә булғанға, Сәғүд Ғәрәбстанын «Ике мәсет иле» тип атайҙар. Дәүләттең ҡыҫка исеме — ас-Саудия (ғәрәпсә السعودية). Сәғүд Ғәрәбстаны хәкимлек иткән династия (Сәғүттәр) исемен йөрөтә. Бөгөнгө көндә Иордания Хашимит Короллеге һәм Лихтенштейн кенәзлеге династия исеме менән атала.
Сәғүд Ғәрәбстаны үҙенең ғәйәт ҙур нефть запасы менән Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһының төп вәкиле. Нефть экспорттың 95% һәм килемдең 75% тәшкил итә һәм халыҡтың мул тормошта йәшәүен тәьмин итә.