Ғәрәп илдәре лигаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәрәп илдәре Лигаһы
جامعة الدول العربية

     Государства — члены Лиги арабских государств
Ағза
Штаб-квартира

Каир, Египет

Ойошма төрө

Халыҡ-ара ойошма

Рәсми тел

ғәрәп

Етәкселәре
Генераль секретарь

Мысыр Набиль аль-Араби

Ғәрәп парламанты рәйесе

Ливан Набих Берри

Нигеҙләнгән
Ойоштороу ниәте протоколы

7 октября 1944 года

Рәсми ойошоу ваҡыты

22 март 1945й

Бөтөрөлгән
-
Сайт

www.arableagueonline.org

 Ғәрәп илдәре лигаһы Викимилектә

Ғәрәп Лигаһы (ғәр. جامعة الدول العربية‎ Җәмғиәт әд-Дүүәл әл-Ғәрабиә; ҒЛ) — ғәрәп дәүләттәрен һәм ғәрәп теле рәсми тел булған дәүләттәрҙе берләштергән халыҡ-ара ойошма. 22 дәүләт-ағзаһы бар.

Маҡсаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лиганың маҡсаттары 1945 йылда ҡул ҡуйылған килешеүҙә билдәләнә һәм «унда ҡатнашыусы дәүләттәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙы, улар араһында хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу, уларҙың бойондороҡһоҙлоғон һәм суверенитетын һаҡлау, ғәрәп илдәренең эштәрен һәм мәнфәғәттәрен ҡарау өсөн берҙәм сәйәси һыҙатты үҫтереүҙе» күҙ уңында тота. Хеҙмәттәшлек сәйәси аспекттар менән генә сикләнмәй, шулай уҡ иҡтисади, финанс, аралашыу, мәҙәни, социаль мәсьәләләр һәм һаулыҡ өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе лә үҙ эсенә ала. Бынан тыш, хеҙмәттәшлек гражданлыҡ, паспорт, виза, енәйәтселәрҙе экстрадициялау мәсьәләләрен үҙ эсенә ала[5].

Составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәп дәүләттәре лигаһы составына ғәрәп телле 18 ил, Фәләстин дәүләте һәм ғәрәп донъяһы менән тығыҙ бәйләнгән Көнсығыш Африканың (Комор, Сомали һәм Джибути) өс мосолман иле инә. Ғәрәп лигаһының 22 ағзаһының 19-ында ғәрәп теле күпселек граждандарҙың туған теле булып тора[6].

Лига дәүләттәренең дөйөм майҙаны 5,25 миллион квадрат километр тәшкил итә, унда 500 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Лиганың ағзалары — төбәктең иң бай (Катар, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Күвейт, Сәғүд Ғәрәбстаны, Оман, Бахрейн) һәм иң ярлы илдәре (Сомали, Комор, Мавритания, Йемен, Судан, Джибути). Лига составына донъяның сәйәси яҡтан тотороҡло илдәре иҫәбенә ингән 8 монархия һәм йыш ҡына көслө сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтар арҡаһында тарҡалған 14 республика инә.

Етәкселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойошманың юғары етәксе органы булып Лига Советы тора. Һәр ағза советта бер тауышҡа эйә, ғәҙәттә сит ил эштәре министры йәки Советтың даими вәкиле була. Совет йылына ике тапҡыр, март һәм сентябрь айҙарында, йыйыла[7]. Кәм тигәндә ике илдең үтенесе буйынса Советтың ғәҙәттән тыш сессияһы саҡырылыуы ихтимал. Лига Советы ҡабул иткән ҡарарҙар тауыш биргән илдәр өсөн мотлаҡ булырға тейеш[8][9].

Совет сессиялары араһында Генераль секретариат идара итә, уға 5 йылға һайланған Генераль секретарь етәкселек итә. Бынан тыш, Лигала иҡтисади совет, оборона буйынса берләштерелгән комитет һәм башҡа даими комитеттар бар[7][9]. Штаб-фатиры Ҡаһирәлә (1979—1991 йылдарҙа Туниста) урынлаша[7]. Рәсми теле — ғәрәп теле.

Ғәрәп парламенты

2005 йылдың 27 декабрендә Ҡаһирәлә 2005 йылдың мартында Ғәрәп лигаһының Алжир саммиты ойошторған Ваҡытлы ғәрәп парламентының беренсе сессияһы үтә. Парламент спикеры итеп Күвейт парламентының Тышҡы бәйләнештәр буйынса комитеты рәйесе Мөхәммәт Йәссим Әл-Сакр һайлана. Тәүге биш йыл эсендә Ғәрәп парламенты Ғәрәп лигаһына ингән һәр 22 илдең (шул иҫәптән Фәләстин дәүләтен) парламентынан 4 вәкилде ебәреү аша ойошторола)[10]). Артабан туранан-тура һайлауға күсеү планлаштырыла. Ғәрәп парламентының штаб-фатиры Дамаск ҡалаһында урынлаша.

Ғәрәп парламенты эше социаль, иҡтисади һәм мәҙәни өлкәләрҙәге мәсьәләләр менән сикләнә[11].


Кеше хоҡуҡтары

1968 йылда Лига Советы Кеше хоҡуҡтары буйынса Даими ғәрәп комиссияһын булдыра; әммә 2008 йылға ҡарата уның вәкәләттәре бик сикләнгән булып ҡала[12].2004 йылда Ғәрәп кеше хоҡуҡтары хартияһы Лига илдәре тарафынан ҡабул ителә һәм 2008 йылда үҙ көсөнә инә.

Ҡораллы көстәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 29 мартында Лиганың 26-сы сессияһында ойошмаға ағза дәүләттәрҙең башлыҡтары хәүефһеҙлек өлкәһендә янаған хәүефтәргә бергәләп ҡаршы тороу өсөн берҙәм төбәк ҡораллы көстәрен булдырыу тураһында килешә[13].

25 августа Ғәрәп дәүләттәре лигаһына ингән илдәрҙең сит ил эштәре министрҙары һәм оборона министрҙары 27 августа ҡул ҡуясағы тураһында хәбәр ителде.Ҡаһирәлә пан-ғәрәп ойошмаһының махсус кәңәшмәһендә ғәрәп ҡораллы көстәрен ойоштороу протоколы төҙөлә[14].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лиганы булдырыу

Ғәрәп бойондороҡһоҙ дәүләттәрен берләштереү идеяһын Англия Икенсе донъя һуғышы ваҡытында тәҡдим итә, сит ил эштәре министры Эден бер нисә тапҡыр Англияның бындай проектты хупларға әҙер булыуын белдерә. Ғәрәп илдәре араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм социаль өлкәләрҙә ғәмәлдәрҙең координацияһы маҡсатынан 1944 йылдың 7 октябрендә Александрияла Сүриә, Иордания, Ираҡ, Ливан һәм Мысыр тарафынан Лиганы булдыру тураһында протокол имзалана[15]. 1945 йылдың 22 мартында Ғәрәп Лигаһын булдырыу тураһында килешеү имзалана. Юғарыла һаналған илдәрҙән тыш уға Сәғүд Ғәрәбстаны ла ҡул ҡуя[16].

Шул уҡ йылдың 5 майында килешүегә Төньяк Йемен ҡушыла[5] 1956 йылдың 19 ғинуарында ойошмаға — Судан, 28 мартында Ливия инә. 1958 йылда ойошмаға Марокко һәм Тунис ҡушыла.

Бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, Лига төбәктә Британия яҡлы сәйәсәт алып бара. Һөҙөмтәлә 1949 йылда Лига составында ике дошмандарса фракция барлыҡҡа килә: Ираҡ һәм Трансиордания Британия яҡлы булып ҡала, ә Мысыр һәм Сәғүд Ғәрәбстаны АҠШ-ты хуплай. Һөҙөмтәлә Лига юҡҡа сығыуға яҡын була[17].

1950 йылда Лига Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында күҙәтеүсе статусын ала. Шул уҡ ваҡытта ғәрәп донъяһында бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш башлана. 1952 йылда Мысырҙа июль революцияһынан һуң Лига үҙ ағзаларының айырым ғәрәп илдәренең бойондороҡһоҙлоғон алыуға йүнәлтелгән ғәмәлдәрен координациялай башлай. Шулай итеп, Лига Азия һәм Африка төбәктәренең ғәрәп илдәрен берләштереүгә хеҙмәт итә. БМО-ның Азия һәм Африка илдәренән килгән ағзаларының һаны һиҙелерлек артҡандан һуң, Лиганың ойошмалағы йоғонтоһо кәмей башлай[7].

Лигалағы ҡапма-ҡаршылыҡтар

Лигала сираттағы бүленеш 1967 йылғы ғәрәп-израиль конфликтында еңелеү менән бәйле: Мысыр һәм Иордания АҠШ ярҙамы менән утты туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя һәм Алжир, Ираҡ һәм Фәләстин азатлыҡ ойошмаһы яғынан ҡырҡа тәнҡиткә дусар була. Сүриәнең 1970 йылда Иорданияла һәм 1975 йылда Ливанда граждандар һуғышына ҡыҫылыуы, 1972 йылда Иорданияның Көнбайыш яры буйынса тәҡдиме, Шулай уҡ Мысырҙың 1977 йылда Израиль дәүләтен таныуы ике яҡлы ҡабул ителә. 1979 йылда Мысыр-Израиль солох килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң Мысырҙың Лигаға ағзалығы туҡтатыла, уға ҡарата санкциялар индерелә, Лиганың штаб-фатиры Тунисҡа күсерелә. 1989 йылда ғына Мысырҙың Лигала ағзалығы тергеҙелә, штаб-фатир Ҡаһирәгә 1991 йылда ҡайтарыла[7].

Яңы аңлашылмаусанлыҡтар Ҡултыҡ һуғышы (1990—1991) менән бәйле була. Сәғүд Ғәрәбстаны, Мысыр, Сүриә һәм Марокко Ираҡҡа ҡаршы коалиция була, шул уҡ ваҡытта Иордания, Йемен һәм Ливия нейтралитет һаҡлай.[7]. BBC News ойошмаһы Израилдең 1948 йылдан алып 1993 йылға тиклем үткәргән иҡтисади бойкоттарын Лига тарихында декларация ниәттәре сиктәренән сыҡҡан берҙән-бер декларация була[9].

Шул уҡ ваҡытта Лига иҡтисади мәсьәләләр менән дә уңышлы шөғөлләнә. Ғәрәп дәүләттәре лигаһының иҡтисади сәйәсәте сиктәрендә 1959 йылда беренсе ғәрәп нефть конгресы үткәрелә, ә 1964 йылда Ғәрәп лигаһының мәғариф, мәҙәни һәм ғилми ойошмаһы (ЙӘКИ АЛЕКСО|) (Arab League Educational, Cultural and Scientific Organization, йәки ALECSO) ойошторола [8]. Бынан тыш, 1953 йылда Ғәрәп телекоммуникациялар союзы (Arab Telecommunications Union), 1954 йылда Ғәрәп почта союзы (Arab Postal Union), 1959 йылда исемен, 1965 йылда Ғәрәп финанс ойошмаһы (Arab Financial Organization) тип исемен үҙгәрткән Ғәрәп үҫеш банкы ғәрәп финанс ойошмаһы (Arab Development Bank)кеүек бөтә ғәрәп учреждениелары ойошторола. Лиганың бөтә ағза дәүләттәре өсөн асыҡ булған һуңғыһы тәбиғи ресурстар һәм ауыл хужалығы продукцияһы менән пошлинаһыҙ сауҙа итеү мөмкинлеген бирә, был капитал һәм хеҙмәт хәрәкәтенә булышлыҡ итә.[11].

Ғәрәп яҙы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010—2011 йылдарҙа ғәрәп донъяһы илдәрен солғап алған һәм [Ғәрәп яҙы|Араб яҙы] тип аталған протест тулҡыны ойошмаға тағы бер ҡаршылыҡ тулҡынын тыуҙыра[8].

Ливия Ливия
2011 йылдың февралендә Ғәрәп лигаһы Ливиялағы сыуалыштар һәм властарҙың уларҙы баҫтырыу буйынса ғәмәлдәре арҡаһында Ливияның ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыуын туҡтата[18]. 2011 йылдың 13 мартында Ғәрәп лигаһы Ливияның һауа киңлеген ябыу тәҡдимен ҡарай, Ғәрәп лигаһына ингән бөтә илдәр тиерлек был тәҡдимде хуплай.

Сүриә Сүриә
2011 йылдың ноябрендә Ғәрәп лигаһы, хөкүмәттең демонстранттарға ҡарата көс ҡулланыуын хуп күрмәүҙе иҫәпкә алып, Сүриәнең ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыуын туҡтата[19]. 2014 йылдың мартында Лига «тыныс халыҡты үлтереүҙе» ғәйепләй һәм конфликттың бөтә яҡтарын граждандар һуғышын туҡтатыу өсөн көс һалырға саҡыра. «Башар әл-Асад режимы ҡылған ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтереүҙе хупламайбыҙ», — тиелә белдереүҙә[20].

Ағза-дәүләттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лига ағзалары булған дәүләттәр (Лигаға инеү тарихы менән)[21]:

Ғәрәп дәүләттәре лигаһының киңәйеү тарихы

Ғәрәп дәүләттәре лигаһының генераль секретарҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҫта Ғәрәп дәүләттәре лигаһының генераль секретарҙары к-рһәтелгән[21]:

Ғәрәп дәүләттәре лигаһының саммиттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

# Ил Датаһы
1 Мысыр Ҡаһирә 1964 йылдың 13-17 ғинуары.
2 Мысыр Александрия 1964 йылдың 5-11 сентябре
3 Марокко Касабланка 1965 йылдың 13-17 сентябре
4 Судан Хартум 1967 йылдың 29 августы
5 Марокко Рабат 1969 йылдың 21-23 декабре
6 Алжир Алжир 1973 йылдың 26-28 ноябре
7 Марокко Рабат 1974 йылдың 29 октябре
8 Мысыр Ҡаһирә 1976 йылдың 25-26 октябре
9 Ираҡ Бағдад 1978 йылдың 2-5 ноябре
10 Тунис Тунис 1979 йылдың 20-22 ноябре
11 Иордания Амман 1980 йылдың 21-22 ноябре
12 Марокко Фес 1981йылдың 25 ноябре, 1982 йылдың 6-9 сентябре
13 Марокко Касабланка 1985 йыл
14 Иордания Амман 1987 йылдың 8 ноябре.
15 Алжир Алжир 1988 йылдың июне
16 Марокко Касабланка 1989 йыл
17 Ираҡ Багдад 1990 йыл
18 Мысыр Ҡаһирә 1996 йыл
19 Иордания Амман 2001 йылдың 27-28 марты
20 Ливан Бейрут 2002 йылдың 27-28 марты
21 Мысыр Шарм-эш-Шейх 2003 йылдың 1 марты
22 Тунис Тунис 2004 йылдың 22-23 майы
23 Алжир Алжир 2005 йылдың 22-23 марты
24 Судан Хартум 2006 йылдың 28-30 марты
25 Сәғүд Ғәрәбстаны Әр-Рияд 2007 йылдың 27-28 марты
26 Сүриә Дамаск 2008 йылдың 29-30 марты
27 Катар Доха 2009 йылдың 28-30 марты
28 Ливия Сирт 2010 йылдың 27-28 марты
29 Ираҡ Бағдад 2012 йылдың 27-29 марты
30 Катар Доһа 2013 йылдың 21-27 марты
31 Күвейт флагы Кувейт 2014 йылдың 25-26 марты
32 Мысыр Шарм-эш-Шейх 2015 йылдың 28-29 марты
33 Мавритания Нуакшот 2016 йылдың 20 июле
34 Иордания Амман 2017 йылдың 23-29 марты
35 Сәғүд Ғәрәбстаны Дахран 2018 йылдың 15 апреле
36 Тунис Тунис 2019 йылдың апреле

Ғәрәп дәүләттәре лигаһының сираттан тыш саммиттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытҡа ҡарата 11 сираттан тыш саммит үткәрелгән.

# Ил/Ҡала Датаһы
1 Мысыр Ҡаһирә 1970 йылдың 21-27 сентябре
2 Сәғүд Ғәрәбстаны Әр-Рияд 1976 йылдың 17-28 октябре
3 Марокко Касабланка 1985 йылдың 7-9 сентябре
4 Иордания Амман 1987 йылдың 8-12 ноябре
5 Алжир Алжир 1988 йылдың 7-9 июне
6 Марокко Касабланка 1989 йылдың 23-26 июне
7 Ираҡ Бағдад 1990 йылдың 28-30 марты
8 Мысыр Ҡаһирә 1990 йылдың 9-10 августы
9 Мысыр Ҡаһирә 1996 йылдың 22-23 июне
10 Мысыр Ҡаһирә 2000 йылдың 21-22 октябре
11 Сәғүд Ғәрәбстаны Әр-Рияд 2016 йылдың 7 ғинуары

Системаға индерелмәгән ике саммит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

# Ил Датаһы
1 Мысыр Аншас 1946 йылдың 28-29 майы
2 Ливан Бәйрүт 1958 йылдың 13-15 ноябре

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Revista Eletrônica Estratégia Brasileira de Defesa — A Política e as Forças Armadas em Debate: Árabes apóiam reconstrução do Haiti
  2. People’s Daily Online — Arab League accepts Venezuela as observer
  3. India invited as observer for Arab League summit — Express India
  4. Eritrea Joins Arab League As Observer
  5. 5,0 5,1 Дипломатический словарь, 1948
  6. Включая Государство Палестина, признанное большинством государств мира, но не признанное рядом постоянных членов Совета Безопасности и членов ООН
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Кругосвет
  8. 8,0 8,1 8,2 Британника
  9. 9,0 9,1 9,2 BBC News
  10. 10,0 10,1 Государство Палестина признано 137 государствами-членами ООН, в том числе всеми арабскими странами и всеми членами Лиги арабских государств.
  11. 11,0 11,1 Arab League The Columbia Electronic Encyclopedia
  12. Mohammad Amin Al-Midani The League of Arab States and the Arab Charter on Human Rights
  13. Арабские страны договорились о создании единых ВС
  14. СМИ: страны ЛАГ 27 августа подпишут протокол о создании арабских ВС
  15. Lillian Goldman Law Library: The Alexandria Protocol; October 7, 1944 (инг.)
  16. Lillian Goldman Law Library: Pact of the League of Arab States, March 22, 1945 (инг.)
  17. Diplomatic Dictionary, 1948
  18. Лига арабских государств приостановила участие Ливии в деятельности организации. Газета.Ru (22 февраль 2011). Дата обращения: 11 февраль 2011.
  19. Сирию временно исключили из Лиги арабских государств. Подробности.ua (12 ноябрь 2011). Дата обращения: 12 ноябрь 2011.
  20. ЛАГ осудила режим Асада за массовую резню. Дата обращения: 26 март 2014.
  21. 21,0 21,1 Arab League, www.worldstatesmen.org. 15 февраль 2013 тикшерелгән.
  22. Syrian opposition takes Arab League seat | World news | The Guardian
  23. Министр иностранных дел Египта избран новым генсеком Лиги арабских государств, Полит.ру (15 май 2011). 15 май 2011 тикшерелгән.(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Profile: Arab League. BBC News. Дата обращения: 6 август 2013. Архивировано 13 август 2013 года.
  • Ғәрәп илдәре лигаһы // Энциклопедия «Кругосвет».
  • А. Я. Вышинский, С. А. Лозовский. Лига Арабских Государств // Дипломатический словарь. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1948.
  • Arab League. Энциклопедия Британника. Дата обращения: 6 август 2013. Архивировано 13 август 2013 года.