Венесуэла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
'{{{Башҡортса исеме}}}
'
{{{Эйәлек килеш}}} гербы
[[{{{Эйәлек килеш}}} флагы|Флаг]] {{{Герб урынына}}}
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]]
Рәсми телдәр Испан теле һәм Венесуэльский жестовый язык[d][1]
Баш ҡала Кара́кас
Территория
• Бөтәһе

916 445 км²
Этнохороним венесуэлец, венесуэлка, венесуэльцы
Валюта суверенный боливар (VES, код 928)
Интернет-домен .ve
Код ISO VE
МОК коды VEN
Телефон коды +58
Сәғәт бүлкәте UTC−4[d] һәм America/Caracas[d][2]

Венесуэла (Болива́р Венесуэ́ла Республикаһы) (исп. República Bolivariana de Venezuela, «кескәй Венеция») — Көньяк Американың төньяғында урынлашҡан дәүләт. Венесуэла Көньяк Америка ҡитғаһының төньяк өлөшөндә урынлашҡан һәм Колумбия, Француз Гвианаһы, Бразилия менән сиктәш Латин Америкаһы дәүләте[3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң киң таралған фараз буйынса, 1499 йылда Алонсо де Охеда етәкселегендәге испан экспедицияһы хәҙерге Венесуэланың яр буйына килеп сыға һәм диңгеҙ ҡултығында Паагуана ярымутрауынан көнбайыштараҡ индейҙар ауылында бағаналарға ултыртылған торлаҡтар күрә. Итальян штурман Америго Веспуччи тыуған ере Венецияны хәтерләткән өйҙәренә күрә ауылды «Veneziola» («Бәләкәй Венеция»)[4] тип атай — хәҙерге рус телле карталарҙа ул Венесуэла ҡултығы тип атала. Һуңғараҡ «Венесуэла» исеме менән Кариб диңгеҙенән алып Ориноко дельтаһына тиклем тотош көньяҡ яр буйын атай башлайҙар.

1830 йылда Бөйөк Колумбия составынан айырылып сыҡҡан бойондороҡһоҙ республика үҙенә «Венесуэла» исеме ҡабул итә [4].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венесуэла территорияһы 912 050  км² биләй. Төньяҡтан Кариб диңгеҙе һәм Атлантик океан ята, көнсығыштан Гайана менән сиктәш, көньяҡтан — Бразилия һәм көнбайыштан Колумбия күршеләш.

Илдең баш ҡалаһы — Каракас. Иң эре ҡалалары: Каракас (2100 мең кеше), Маракайбо (1300 мең кеше), Валенсия (1 100 мең кеше), Баксит (750 мең кеше). Венесуэлала — 21 штат, 1 федераль территория, федераль округ һәм федерация составындағы федераль биләмәләр . Венесуэла территориясе 912 050  км² били.

Дәүләт төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венесуэла — йөмһүриәт. Дәүләт һәм хөкүмәт башы — президент. Ҡанундар сығарыусы орган — ике палаталы Милли конгресс (депутатлар палатаһы һәм сенат).

Тәбиғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венесуэла территорияһында өс төп ландшафт зонаһы бар: илдең көньяғында Гвиана яҫы таулығы (территорияның 45%-ы), төньяҡта — Анд таулы районы (иң бейек нөктә — Боливар пигы — диңгеҙ кимәленән 5007 м бейеклектә) һәм үҙәк өлөштә Ориноко йылғаһы тамағы (Венесуэла майҙанының өстән бер өлөшөн биләй). Кариб бассейны илдәре менән сиктәш төбәктә дүртенсе зона айырып ҡараусандар — Кариб Кордильерҙары.

Илдең ер аҫтында байтаҡ нефть, тәбиғи газ, алтын, алмас, тимер рудаһы, боксит запастары бар.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаттың төп типтары — тропик һәм субэкваториаль. Майҙан декабргә тиклем ямғырҙар фасылы дауам итә, улар ҡайһы ваҡыт оҙаҡҡа һуҙылыусан (5-7 көн) була. Ғинуарҙан майға тиклем Венесуэла территорияһы өҫтөндә антициклондар хөкөм һөрә, һәм һауа торошо яуымһыҙ була. Уртаса йыллыҡ температура күрһәткестәре: Гвиана ҡалҡыулығында: +27°С (уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 1500 мм булғанда); Ориноко уйһыулығында +28°С (уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 1200—1800 мм булғанда); Кариб Кордильерҙарында, мәҫәлән, диңгеҙ кимәленән 1623 м бейеклектә урынлашҡан Меридала +19°С (яуым-төшөм 1800 мм булғанда).

Эске һыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ориноко йылғаһы бассейны ил территорияһының 70%-ын һыу менән туҡландыра.

Тупраҡтар һәм үҫемлектәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫемлек типтары райондан-районға үҙгәрә. Ориноко уйһыулығында — ул сельва, түбәнге ярус лианалар һәм өҫкө ҡатнаш урман джунглиҙары. Венесуэланың эске райондарында сельваны саванна алмаштыра, Кордильер төбәгендә — 1000—2000 м бейеклеккә етеүсе япраҡлы урман.

Халҡы һәм теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ һаны — 29 335 489 кеше (2011). Халыҡтың биштән бер өлөшө Венесуэланың баш ҡалаһында, Каракаста йәшәй. Халыҡ иң тығыҙ урынлашҡан төбәге илдең үҙәк яр буйы, унда Каракас, Маракай, Валенсия ҡалалары инә. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Венесуэлаға Европа илдәренән яҡынса 1 млн испан, итальян, португалиялы кеше күскән. Аҡ тәнлеләр халыҡтың 21%-ын тәшкил итә, метистар — 67 %, негрҙар — 10 %, индейҙар — 2 %. Венесуэланың дәүләт теле — испан теле. Индейҙар яҡынса 40 төрлө төркөм телдәрендә һөйләшә.

Дин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венесуэлалыларҙың күпселеге Рим-Католик Сиркәүе йәмәғәтенә инә. Цивилизациянан йырак ҡәбиләләр араһында мәжүси инаныстар һаҡлана.

Ҡыҫҡаса иҡтисади тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венесуэла иҡтисадының нигеҙе — нефть сәнәғәте. Нефть сығарыусы төп төбәктәр — Маракайбо күле, Кариб диңгеҙенең шельфы. Шулай уҡ тәбиғи газ, тимер рудаһы, ташкүмер, алтын, алмас сығаралар. Иң үҫеш алған тармаҡтар — нефть эшкәртеү, химик һәм нефтехимик сәнәғәт, ҡара металлургия, автомобиль төҙөлөшө. Күләмле аҙыҡ-түлек, текстиль сәнәғәте. Ауыл хужалыгында эре ер биләүселек хөкөм һөрә. Төп ауыл хужалығы культуралары: мәк, ноҡот борсағы, кофе, какао, шәкәр ҡамышы. Малсылыҡта — мөгөҙлө эре мал-тыуар, һарыҡ һәм кәзә үүрсетеү. Тропик урмандарҙа ағас әҙерләү. Балыҡсылыҡ. Экспорттың 90%-ы — нефть һәм нефть продукттары.

Аҡса берәмеге — боливар.

Мәҙәниәтен ҡыҫҡаса һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәнғәт һәм архитектура. Каракас. С. Боливар һәйкәле; беренсе йыл колонизацияһы ваҡытында ер тетрәүе арҡаһында емерелгән сиркәү урынында кафедраль собор (1641); Креол музейы; Колониаль сәнғәт музейы; Хәҙерге сәнғәт музейы (Венесуэланың иң яҡшы рәссамдарынан тыш музей экспозицияһына Миро, Шагал, Лежер һәм Пикассо рәсемдәре инә); Милли сәнғәт галереяһы (400-гә яҡын испан осоро авторҙары эштәре һәм испан яулауҙарына тиклемге индей халыҡтарының сәнғәтен күрһәтеүсе археологик табылдыҡтар); Нәфис сәнғәттәр Музейы, изге Роза часовняһы (бында 1811 йылдың 5 июлендә Венесуэланың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгән); изге Франциск сиркәүе (бай инкрустацияланған алтарь булыуы менән танылған); Пантеон (Пантеон Тито Салас рәсемдәре менән биҙәлгән); Капитолий биналары комплексы; Ботаник баҡса.

Енәйәтселек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венесуэла йәмғиәт үҫешендә енәйәтселек төп хәүеф тыуҙырып тора. 2015 йылда илдә 28 меңгә яҡын кеше һәләк була, йәғни һәр 100 мең халыҡтан 90 кеше үлтерелгән. Был күрһәткес буйынса Венесуэла Латин Америкаһы илдәренең күпселеген уҙып китә[5]. Үлтерештәрҙең 90 процентыасылмай ҡала. 2005 йылдан башлап хөкүмәт енәйәттәрҙең тулы статистикаһын баҫтырыу сығарыуҙы туҡтата [6]

Венесуэла президенттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Asamblea Nacional Constituyente de Venezuela de 1999 81 // Constitución de la República Bolivariana de Venezuela (исп.) — 1999.
  2. 2,0 2,1 2,2 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/southamerica
  3. Атлас мира: Максимально подробная информация / Руководители проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — Москва: АСТ, 2017. — С. 86. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4
  4. 4,0 4,1 Поспелов, 2002, с. 93
  5. Solinet Observatorio Venezolano de Violencia: Tasa de homicidios aumenta en Venezuela. solidaridad.net (31 декабрь 2015). Дата обращения: 4 мартa 2019.
  6. Venezuela_ a nation in a state

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энциклопедический справочник «Все страны мира», Издательство «ВЕЧЕ», 2003, авторы-составители И. О. Родин, Т. М. Пименова