Перу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Перу Республикаһы
исп. República del Perú кечуа Piruw Mama Llaqta аймар. Piruw Suyu
Перу Перу гербы
Перу флагы Перу гербы

Координаты: 8°48′00″ ю. ш. 74°58′00″ з. д. / 8.80000° ю. ш. 74.96667° з. д. / -8.80000; -74.96667 (G) (O){{#coordinates:8|48|0|S|74|58|0|W|type:country_region:PE

primary name=

}}

Гимн: «Somos libres, seámoslo siempre»
Peru (orthographic projection).svg
Бойонороҡһоҙлоҡ датаһы 28 июль 1821 (Испаниянан дәүләтенән)
Рәсми тел испан, индеецтәр күп йәшәгән региондарҙа
кечуа, аймара һәм башҡа урындағы телдәр
Башҡала Лима
Эре ҡалалары Лима
Идара итеү формаһы Президент республикаһы
'
Территория
• Барлығы
• Һыу өҫтө %
Донъялағы урыны: 20
1 285 216 км²
8,8
Халыҡ
• Баһалау (2010)
Тығыҙлыҡ

29 461 933"Instituto Nacional de Estadística
e Informática (INEI) del Perú
". INEI.
Retrieved on June 10, 2010. кеше (Урыны: 41)
23 кеше/км²
Валюта Яңы соль (PEN, код 604)
Телефон коды +51
Сәғәт бүлкәте -5

Перу Республикаһы (исп. República del Perú [reˈpuβlika ðel peˈɾu], кечуа Piruw Mama Llaqta [piˈruw ˈmama ˈʎaχta], аймар. Piruw Suyu [piˈruw ˈsuju])— Көньяҡ Америкалағы дәүләт. Төньяҡ-көнбайыштан Эквадор, төньяҡтан Колумбия, көнсығыштан Бразилия, көньяҡ-көнсығыштан Бризилия һәм Уили менән сиктәш. Ярҙары тымыҡ океан менән йыуыла. Майҙаны буйынса, Бразилия һәм Аргентинанан ҡалышып, өсөнсө урында.


Инкылар дәүләте[үҙгәртергә]

Перу — Көньяҡ американың археология музейы, боронғо цивилизациялар, боронғо индеецтар цивилизацияһы иле, уларҙың ҡаҙаныштары хәҙерге кешене лә таң ҡалдыра. Инкылар үҙ дәүләтен төҙөгәнгә тиклем үк әле,бынд унға яҡын цивилизация булған. Уларҙың һәләк булыу сәбәптәре әле лә асыҡланмаған.

XII быуатта Урубамба йылғаһы үҙәнендә инкылар дәүләте барлыҡҡа килә. Инкылар этнос түгел, ә хакимлек итеүсе синыф. Биш быуат эсендә инкыларҙың Тауантинсуйу дәүләте Колумбҡа тиклем Америкала иң ҙур империя була.

Хужалыҡ итеүҙең төп тармағы — ер эшкәртеү. Ерҙе таяҡтар менән йомшарталар, һабанды улар белмәй. Миасс, маниока, картуф, таматтар, ҡуҙаҡлылар, тәмәке һәм мамыҡ үҫтерәләр. Йорт хайуандарынан ламалар үрсетәләр. Халыҡ, мамыҡ һәм төн туҡымалар туҡыу, көршәк эшләү (көршәксе түңәрәген ҡулланмайынса), алтын, көмөш, баҡыр һәм бронза эшкәртеү кеүек һөнәрҙәр менән мәшғүл.

Испан яулап алыуы[үҙгәртергә]

Боронғо Перу индеейтарының күп һәйкәл-ҡомартҡылары испан яулап алыуҙары замананда емерелгән. Инкыларҙың ҡомартҡылары һәм һарыйҙары урынына испандар католик сиркәүҙәр, монастырҙар, үҙҙәренең һарыйҙарын һаландар. шулай ҙа инкылырҙың рухи мәҙәниәте урарҙың ңәҫелдәре тарафынан ауыҙ-тел ижады, көй,бейеү рәүешендә, кейемдәрҙә һәм көнкүрештә һаҡланған.

Географияһы[үҙгәртергә]

Илдең климаты сиктән тыш төрлө һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. Тымыҡ океан янында түбәләре ҡар менән ҡапланған Анд тауҙары башлана. Уңдырышлы ерҙәр сүллектәр менән алышына. Арырыҡ Амазония урмандары башлана. Тәбиғәт шарттары буйынса Перу өс өлөшкә бүленә. Яр буйын коста тип атайҙар. Диңгеҙ буйы тигеҙлеге океан буйлап тар ғына (80 километрҙан 180 километрға тиклем) һыҙат булып 1600 километрға һуҙыла. Ул тропик сүллектәр зонаһында ята. Сүллектәр эргәһендә Анд тауҙары күтәрелә. Илдең был яғыг Сьерра тип атайҙар. Йылға үҙәндәре тауҙарҙы айырым һырттарға бүлгеләй. Һырттар араһында бик бейектә яҫы таулыҡ ята.

Перуның көнсығыш өлөшө — Сельва тип атала. Сельва икһеҙ-сикһеҙ урмандар менән ҡапланған. Уның аша мул һыула Амазанка һәм күп һанлы ҡушылдыҡтары ағып ята.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]


Һылтанмалар[үҙгәртергә]


Донъя Был илдәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.