Урта диңгеҙ
Википедия – ирекле энциклопедия
Урта диңгеҙ - Атлантик океандың бассейнына ҡараған һәм уның менән Гибралтар боғаҙы ярҙамында тоташҡан материкара диңгеҙ. Ул Альборан, Балеар, Лигурий, Тиррен, Әдрән, Ионик һәм Эгей диңгеҙҙәрен үҙ эсенә ала. Уның бассейнына шулай уҡ Мәрмәр, Азак диңгеҙҙәрен һәм Ҡара диңгеҙҙе керетәләр.
[үҙгәртергә] Тарих
Бөгөнгө көндәге Урта диңгеҙ боронғо Тетис океанының ҡалдығы булып һанала. Тетис океаны Урта диңгеҙҙән күпкә киңерәк һәм көнсыгышҡа табан йәйелгән булған. Арал,Каспий, Кара диңгез һәм Мәрмәр диңгеҙҙәре шулай ук Тетистың ҡалдыҡтары булып торалар. Ихтимал, элек Тетис бөтә яҡтан да ҡоро ер менән әйләндереп алынған булғандыр, Пиреней ярымутрауын Африка менән ҡоро ер тоташтырып торғандыр.
[үҙгәртергә] Физик-географик белешмә
Урта диңгеҙ 21 илдең ярҙарын йыуа:
- Европала (көнбатыштан көнсыгышҡа): Бөйөк Британия (Гибралтар), Испания, Франция, Монако, Италия, Мальта (ил), Греция, Төркия (Европадагы өлеше), Черногория, Хорватия, Албания, Словения;
- Азияла (төньяҡтан көньяҡҡа): Төркия (Азиялағы өлөшө), Сирия, Кипр, Ливан, Израиль һәм Мисыр (Азиядагы өлөшө);
- Африкала (көнсығыштан көнбатышҡа): Мисыр (Африка өлөшө), Ливия, Тунис, Алжир, Марокко һәм Испания.
Майҙаны 2 500 мең км².
Һыуының күләме 3 839 мең км³.
Уртаса тирәнлек 1 541 м, максимум — 5 121 м.
Иң эре утрауҙар: Балеар утраулары, Корсика, Сардиния, Сицилия, Крит һәм Кипр.