Аристотель
Википедия – ирекле энциклопедия
Аристотель (грек. Αριστοτέλης) (б. э. тиклемге 384—322 йылдар)— бөйөк боронғо грек фәйләсүфы. Ул Платон талибы, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙың уҡытыусыһы — боронғо замандың бөйөк грек ғалимы, философ, ҡол биләүселек йәмғиәтенең мәашһүр идеологы.
Ф. Энгельс һүҙҙәре менән әйткәндә арҙаҡлы грек философтары араһында ул — «бөтәһен дә үҙ эсенә алған иң ҙур баш». Аристотель ҡолдар менән ҡол биләүселәр араһында синфи көрәш көсәйгән һәм ҡаты һуғыштар барган заманда йәшәгән. Афинала Платон акдемияһында уҡып белем алған.
Ғалимдың аҫәрҙәрендә ғилем һәм белемдең бөтә өлкәлэре — логика, психология, метафизика, физика, ботаника, тарих, сәйәсәт, иҡисад, этика, эстетика мәсьәләләре яҡтыртыла. Уларҙың бөтәһендә лә ҡол биләүселәр йәмғиәтен һаҡлау һәм нығытыу идеологияһы күтәрелә, дәүләттең иҡтисад теорияһы эшләнә.