Ботаника

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ботаника (бор. грек. βοτάνη — "ботанэ", "йәшеллек, үлән, үҫемлек") — биологияның төп тармаҡтарының береһе, үҫемлектәр тураһында комплекс фән. Ботаника үҫемлектәр батшалығын, автотроф прокариоттарҙы, һәм бәшмәктәрҙе, уларҙың эске һәм тышҡы төҙөлөшөн, үҫешен, Ер шарында таралыуын, тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен һәм бер-береһе менән бәйләнештәрен өйрәнә.

Тарихы[үҙгәртергә]

Кеше үҙенең үҫемлектәр донъяһынан айырым йәшәп булыуы мөмкин түгеллеген иртә аңлаған, шуның өсөн үҫемлектәр тураһындағы практик белемдәрҙең барлыҡа килеүе, кеше цивилизацияһының иң боронғо этаптарына тура килә. Беренсе булып үҫемлектәр тураһында мәғлүмәт Боронғо Көнсығыш яҙмаларында иҫкәртелә. Гректар ботаникаға нигеҙ һалып, фәнгә әйләндерәләр. К. Линней боронғо грек философ һәм тәжрибәсе Теофрасты «ботаника атаһы» тип атай. Урта быуаттарҙа тәбиғи фәндәрҙең абруйы төшә, ботаника XVI быуаттан һуң ғына әүҙем үҫешә башлай. XVIII – XIX быуаттарҙа ботаника айырым фәндәргә бүленә башлай, һәм XX быуаттың беренсе яртыһында үҫемлектәр тураһында комплекс фәнгә әйләнә.

Бүлектәре[үҙгәртергә]

Хәҙерге көндә ботаника — ул һәр береһенең үҙ мәсьәләһе һәм үҙ тикшеренеү ысулы булған фәндәр системаһы.

  • Семантика — ботаниканың иң мөһим өлөшө, ботаник дисциплиналар араһында иң ололарҙың береһе. Үҫемлектәр семантикаһы үҫемлекәрҙең классификацияһын һәм филогенияһын, йәғни таскондар затлығын өйрәнә.
  • Морфология — үҫемлектәрҙең үҙенсәлеген һәм төҙөлөш тәртибен өйрәнә.
  • Анатомия — үҫемлектәрҙең эске төҙөлөшөн (структураһын) өйрәнә.
  • Эмбриология — үҫенте барлыҡҡа килеү тәртибен, артабанғы үҫентенең үҫешен өйрәнә.
  • Физиология — үҫемлектәрҙә барған процестарҙы, мәҫәлән, фотосинтез, матдәләр транспортировкаһын, һыу әйләнешен, үҫеү һәм башҡаларҙы өйрәнә. Физиология морфология һәм биохимия менән тығыҙ бәйләнештә тора.
  • Геоботаника — үҫемлектәр төркөмөнөң үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн һәм таралыуын өйрәнә.
  • Үҫемлектәр географияһы — үҫемлектәрҙең Ер шарында элекке һәм хәҙерге таралыу үҙенсәлектәрен өйрәнә.
  • Үҫемлектәр экологияһы — үҫемлектәрҙең бер-береһе менән һәм тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен өйрәнә.
  • Ботаник сығанаҡтарҙы өйрәнеү, йәки иҡтисади ботаника — үҫемлектәрҙе хужалыҡта ҡулланыу мөмкинлектәрен һәм юлдарын өйрәнә.
  • Фитопатология — вирустар, бактериялар һәм бәшмәктәр тарафынан тыуҙырылған үҫемлектәр ауырыуҙарын өйрәнә.

Өйрәнеү даирәһе буйынса ботаника түбәндәге өлөштәргә бүленә: