Анатомия
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анато́мия (от грек. ἀνα- — яңынан һәм τέμνω — «киҫәм», «сабам») — организм һәм уның өлөштәре төҙөлөшөн күҙәнәктән юғары кимәлдә өйрәнә торған биологияның бүлеге. Филогенетик яҡтан яҡын организмдарҙың анатомик төҙөлөшөндә оҡшашлыҡ күҙәтелә.
Анатомияның иң билдәле тармаҡтары [үҙгәртергә]
- үҫемлектәр анатомияһы — үҫемлектәрҙең төҙөлөшөн һәм организмда туҡымаларҙың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә.
- хайуандар анатомияһы — хайуандарҙың төҙөлөшөн һәм организмда туҡымаларҙың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә.
- кеше анатомияһы — кешенең төҙөлөшөн һәм организмда туҡымаларҙың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә. Был тармаҡ биология һәм медицина өсөн бигерәк тә әһәмиәтле. Бынан тыш, сәнғәттә һын, ишара, мимика, пропорцияны дөрөҫ сағылдырыу өсөн анатомияны белеү мөһим.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Абдуллаев М.С. Аристотель и аристотелизм в истории анатомии. — Баку, 1988. — 195 с.