Организм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Эсәк таяҡсалары күҙәнәктәре, прокариот микроорганизмдарына ҡарай

Тереғороҡ (лат. organizo — ойошторам, тәртипкә килтерәм; лат. organismus — һүҙенән; бор. грек. ὄργανον — ҡорал) — тере булмаған материянан айырылып тороусы тере есем.

Был бәшмәктәр хужа тереғороҡҡа (организмға) ҡарата паразит тереғороҡ булып торалар

Биологияла тереғороҡ тип бөтә төрлө ҡатнаш тере системаны атайҙар (мәҫәлән, хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр йәки микроорганизмдар). Һәр хәлдә лә, организм уға тәьҫир итеүгә яуап ҡуҙғатыу бирергә, тоҡом ҡалдырыу өсөн үрсергә, үҫергә, нығынырға һәм гомеостазды тотоп торорға тейеш. Организм бер күҙәнәкле була ала йәки, кешеләр кеүек, күп триллион күҙәнәк төркөмдәре булған махсус туҡымалар һәм органдар булып туплана. «Күп күҙәнәкле» тип ике йәки күберәк күҙәнәктәрҙән торған организм атала.

«Организм» термины боронғо грек һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм орган, ҡорал, хеҙмәтләндереү тигәнде аңлата.

Фәни классификация буйынса биологияла «организм» һүҙе «Ерҙәге тереклек» һүҙенә синоним булып тора. Организмдарҙы күҙәнәктәр төрө буйынса прокариот һәм эукариоттарға бүләләр. Прокариот ике айырым төрҙән тора, Бактерия һәм Архей майҙансығына ҡарай. Эукариот организмдар мембрана-тышса менән солғап алынған ядронан һәм органеллаларҙан, атап үткәндә эске бактерияларҙан килеп сыҡҡан митохондриялар һәм пластидтарҙан тора. Бәшмәктәр, хайуандар һәм үҫемлектәр эукариот төрҙәренә ҡарай.

Атаманың мәғәнәһе[үҙгәртергә]

Киң мәғәнәлә, организм атамаһын «тотороҡло һәм тереклек күрһәткән молекулалар берләшмәһе» кеүек билдәләү мөмкин. Әммә, ҡайһы билдәләмәләр буйынса вирустар һәм теоретик мөмкин булған органик булмаған антропоген тереклек формалары "организм" атамаһына инмәй. Вирустарҙың үрсеүе хужа-күҙәнәктең биохимик механизмына бәйле.

Chambers Online Reference ошондай киң билдәләмә бирә: «Организм — үҫеү һәм үрсеү һәләтенә эйә булған теләһә-ниндәй тере структура, мәҫәлән үҫемлектәр, хайуандар, бәшмәктәр йәки бактериялар».

Күп күҙәнәклеләр тураһында һүҙ йөрөткәндә, «организм» атамаһы ғәҙәти рәүештә иерархияға буйһонған системаларҙан (мәҫәлән, ҡан йөрөш, аш һеңдереү йәки репродуктив системаларынан) торған бер бөтөн структураны белдерә; был структура органдарҙан тора; органдар, үҙ сиратында, туҡымаларҙан тора, туҡымалар иһә күҙәнәктәрҙән тора.

Суперорганизм тип күп кешеләрҙән торған, бергә эшләүсе, берҙәм функциональ, социаль берәмек организм атала.

Вирустар[үҙгәртергә]

Вирустар күбеһенсә организм тип иҫәпләнмәй, сөнки улар үҙҙәре айырым йәшәү, үҙаллы үрсеү йәки матдәләр алмаштырыу һәләтенә эйә түгел. Был ҡапма-ҡаршылыҡ проблема булып тора, сөнки ҡайһы бер организмдар ҙа айырым йәшәй алмайҙар. Вирустар бер нисә ферменттан һәм молекуланан тороп, тере организмға хас булһа ла, үҙҙәрен формалаштырған органик берләшмәләрҙе синтезлай алмайҙар, метоболизмдары юҡ.

Шуға ла улар үҙаллы үрсей алмайҙар. Тик хужа-күҙәнәк арҡаһында пассив барлыҡҡа килә алалар. Был яҡтан улар тере булмаған материяға оҡшаштар. Вирустарҙың айырым рәүештә метаболизмы булмаһа ла уларҙың үҙ гендары бар. Организмдар эволюция ярҙамында үҫешһәләр, бактериялар эволюцияһына хас механизмдарға оҡшаш рәүештә вирустар үҫешәләр (эволюцияланалар).

Организм терминологияһы[үҙгәртергә]

Biologic ierarh bash.png

Ер йөҙөндә тереклек иткән барлыҡ организмдар таксономия тигән фән тарафынан классификациялана. Бөтә организмдар төрлө таксондарға йәки филогенетик тармаҡтарға бүленә.

Таксондар организм төркөмдәренә бүленә, ә һуңғылары, дөйөм өлөштән конкрет (билдәле) төрҙәргә бүленә. Таксон схема рангылары иерархик тәртиптә:

  1. Домендар
  2. Батшалыҡ
  3. Тип
  4. Класс
  5. Отряд
  6. Ғаилә
  7. Ырыу
  8. Төр

Химия[үҙгәртергә]

Организмдарҙағы ҡатмарлы химик системалар үрсеүгә һәм тере ҡалырға, тотороҡло буларға тип тәртипләштерелгән. Химиялағы молекуляр күренештәр, организмдарҙы аңлауҙа фундаменталь булып тора. Орагнизмдарҙың тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашыуы, шунлыҡтан ДНК-лары тере ҡалыуҙары — гендар нигеҙле маҡсаты.

Организмдар үҙҙәренең барлыҡҡа килеүе менән, матдәләр алмашыуы, һәм ҡалған күп химик күренештәргә, иң мөһиме, ҙур органик молекулаларға бурыслы. Организмдағы ҡатмарлы химик берләшмәләр системаһы, тирә-яҡ мөхит менән аралашыу арҡаһында төрлө рольдар уйнайҙар.

Ярым-ябыҡ химик системалағы органиҙмдар. Ундый организмдар айырым берәмектәр булып торһалар ҙа, улар үҙҙәрен уратып алған мөхиткә ҡарата ябыҡ түгелдәр. Үҙ тереклеген тәьмин итеү операцияларан бышҡарыу өсөн, улар бер туҡтауһыҙ тирә-яҡ мөхиттән энергия алалар һәм бүлеп сығаралар. Афтотрофтар файҙалы энергия эшләп сығарыу өсөн (органик берләшмәләр рәүешендә) ҡояш яҡтыһын йәки, органик булмаған берләшмәләр ҡулланалар, ә гетеротрофтар — тирә-яҡ мөхиттән органик берләшмәләрҙе алалар.

Был берләшмәләрҙәге иң мөһим элементуглерод (күмер). Был элементтың физик уҙенсәлектәре: башҡа бәләкәс атомдар менән оҡшашлығы, ҙур булмауы, бер-нисә үҙ атомы менән берләшмә бәйләнеш яһа алыүы, углеродтты органик теректетктә нигеҙләүсе идеаль элемент итә. Углерод өс атомдан торған бәләкәй генә берләшмәләр (углекислый газ кеүек), һәм оҙон сынйырҙарҙан торған күп миллилонлы атодамдар яһай. Ул сынйырға хас күп миллионлы атомдар — мәғлүмәт һаҡлай ала (нуклиен кислоталоры), бөтә күҙәнәктәрҙе бергә тотоу, һәм мәғлүмәт тапшырыу (аҡһым тураһында) сифатына эйә.

Макромолекулалар[үҙгәртергә]

Организмды барлыҡҡа килтереүсе берләшмәләрҙе макромолекулаларға һәм, бәләкәсерәк молекуларарға бүлеп була. Макромолекуланың дүрт төрө бар: нуклиен кислоталары, аҡһымдар, күмерһыуҙар һәм липидтар (майҙар). Нуклиен кислоталары (башлыса дезоксирибонуклиен кислотаһы, йәки ДНК) нуклеотид бер-бер артлылығы, генетик мәғлүмәтте һаҡлайҙар. Дүрт тип нуклеотидттың (аденин, цитозин, гуанин һәм тимин) билдәле эҙмә-әҙлелеге организмдың үҙенсәлектәре тураһанда мәғлүмәт йөрөтә. Эҙмә-эҙлелек кодондарға (генетик кодтарға) бүленә, ә улары уҙ сиратында өс нуклеотид (триплет) эҙмә-эҙлелегенә бүленә. Ошо өс нуклеотид эҙмә-эҙлеге (триплет) бер аминокислота тураһында код һаҡлай. Шулай итеп, ДНК эҙмә-эҙлеге аҡһым кодын һаҡлай, ә аҡһымдар үҙҙәре аминокислота ҡалдыҡтарынан тора. Аҡһымдар организмда үҙенсәлекле бер функция үтәйҙәр.

Аҡһымдар функциялары буйынса түбәндәге эштәрҙе башҡаралар:

  1. Организмдағы барған матдәләр алмашыныу реакцияларын ферменттар менән катализлау.
  2. Структурланған аҡһымдар, тубулин, йәки коллаген кеүек.
  3. Аҡһымдарҙы регулярлау (күҙәнәктәрҙе регулярлаған циклин кеүек)
  4. Сигнал молекулалары һәм уларҙың рецепторҙары (гормон һәм уларҙың рецепторҙары кеүек).
  5. Һөжөм итеүгә ҡаршы торған аҡһымдар, ә улар үҙҙәре эсенә имун системаһындағы антителарҙы ала яла.

Липидтар (майҙар) күҙәнәктәге ҡыршағыс булып торған мембрананы барлаҡҡа килтерәләр. Ҡайһы бер күп күҙәнәклеләрҙә улар энергия һаҡлағыс булып торлар. Күмерһыуҙар ҙа (карбонгидрат) энергия һаҡлай алалар. Ул күмерһыуҙар энергия транспортировка яһай алар, һәм липидтарға ҡарағанда еңелерәк тарҡалалар (үҙләштереләләр).

Структура[үҙгәртергә]

Организмдарҙың күбеһе күҙәнәк тип аталған мономер берәмектәрҙән тора. Ҡайһы берҙәре бер күҙәнәктән генә тора (бер күҙәнәклеләр), а ҡайһылар күп күҙәнәктән торалар (күп күҙәнәклеләр). Күп күҙәнәклеләр, берәй аныҡ эш башҡарыу өсөн махсуслашҡан күҙәнәктәр була алалар. Махсуслашҡан күҙәнәктәр төркөмөнөң туҡыма күҙәнәктәре дүрт башлынғыс типтарҙан тора: эпителий, нервы туҡымаһы, ит туҡылаһы һәм берләштерүсе туҡыма. Бер-нисә туҡыма типтары, берәй аныҡ функция башҡарыу өсөн, орган формаһында бергә эшләй алалар (мәҫәлән, ҡан йөрөтөү өсөн — йөрәк, йәки тышҡы мөхиттән һаҡланыу өсөн — тире).

Күҙәнәктәр[үҙгәртергә]

Прокариот күҙәнәк һүрәте

1839 Шлейден һәм Шванндың (Schleiden and Schwann) күҙәнәк теоряһына күҙ һалғанда, унда ошондай мәғлүмәттәр бар, «бөтә күҙәнәктәр бер йәки бер-нисә күҙәнәктән торалар; бөтә күҙәнәктәр әлеге ваҡытта булған күҙәнәктәрҙән барлыҡа киләләр; органиҙымға йәшәргә кәрәк булған бөтә фукнциялар күҙәнәк эсендә үтәлә; һәм күҙәнәктәр яңы нәҫел ҡалдыра торған мәғлүмәтте күҙәнәк эсендә һаҡлай».

Ике төркөм күҙәнәктәр бар: эукариоттар һәм прокариоттар. Прокариоттар (йәғи ядроһыҙҙар), күбеһенсә, яңғыҙ бер күҙәнәкле итеп көн күрәләр, ә эукариоттар (ядролылар), күбеһенсә күп күҙәнәкле оргаизмдарҙа булалар. Прокариот күҙәнәктәрҙә ядро мембранаһы булмағанлыҡтан ДНК күҙәнәк эсендә ирекле йөрөй, эукариоттарҙа ядро мебранаһы бар.

Бөтә күҙәнәктәр ҙә прокариот һәм эукариот булыуыны ҡарамаҫтан, мембрана тышсаһынан торалар. Мембрана күҙәнәктә булған эске органеллаларҙҙы һәм башҡа кәрәкле берләшмәләрҙе тышлап тора, тағы мембрана күҙәнәктең электрик потенциалын тота (ул хәрәкәт һәм нервы импульстарын барлыҡҡа килтерә). Мембрана эсендә тоҙло цитоплазма күҙәнәктең иң күп урынын алып тора. Бөтә күҙәнәктәргә ДНК, гендарҙағы нәҫеллек материалдар, һәм РНК бар. РНК аҡһымдар, ферменттар яһай торһан выҡытлыса мәғлүмәт туплай. Күҙәнәктәрҙә тағы икенсе төр биомолекулалар бар. Бөтә күҙәнәктәр ҙә бер-нисә мөмкинлекә эйә:

  • Үрсеү өсөн күҙәнәктәрҙе бүлеү (бинормаль бүленеү, миостаз йәки мейоз);
  • РНК ярҙамында ДНК-нан кәрәкле гендарҙы ҡулланып ферменттар, акһымдар яһау;
  • Метоболизм, шул иҫәптән, эске күҙәнәк компонентарын яһау өсөн, төҙөлөш сеймалын ҡулланыу, энергия үҙгәртеү, ҡалдыҡ продукттарҙан бушатылау;
  • Күҙәнәктең фунцияланыуы химимк энергияны ҡулланыу һәм үҙләштереүенә ҡарай;
  • Тышҡы һәм эске тәҫирҙәргә яуап ҡайтарыу, температура үҙгәреү, pH йәки туҡлыҡлы матдәләр үҙгәреүе кеүек.

Күҙәнәктең эсе липид һәм аҡһым дан торған тышса менән ҡапланған.

Ғүмер оҙонлоғо[үҙгәртергә]

Организмдың иң ғәмәли параметры булып ғүмер (йәшәү, тереклек) тора. Ҡайһы бер организмдар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәшәйҙәр — бер көндән дә кәм, ә ҡайһылары бер-нисә мең йыл йәшәйҙәр (үсемлектәр, бактериялар). Ҡартайыу ғүмер оҙонлоғона иң ҙур йоғото яһай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  • ^ T.Cavalier-Smith (1987) The origin of eukaryote and archaebacterial cells, Annals of the New York Academy of Sciences 503, 17–54
  • ^ T. Cavalier-Smith (2002) The neomuran origin of archaebacteria, the negibacterial root of the universal tree and bacterial megaclassification. International Journal of Systematic and Evolutionary Microbiology 52, 7–76
  • ^ "organism". Oxford English Dictionary (online ed.). 2004.
  • ^ "organism". Chambers 21st Century Dictionary (online ed.). 1999.
  • ^ The Universal Features of Cells on Earth in Chapter 1 of Molecular Biology of the Cell fourth edition, edited by Bruce Alberts (2002) published by Garland Science.
  • ^ Doolittle, W. Ford (February, 2000). Uprooting the tree of life. Scientific American 282 (6): 90–95.
  • ^ a b NCBI: "The Genetic Codes", Compiled by Andrzej (Anjay) Elzanowski and Jim Ostell
  • ^ a b Jukes TH, Osawa S, The genetic code in mitochondria and chloroplasts., Experientia. 1990 Dec 1;46(11-12):1117-26.
  • ^ Genetic Code page in the NCBI Taxonomy section (Downloaded 27 April 2007.)
  • ^ Evaluation of the Rate of Evolution in Natural Populations of Guppies (Poecilia reticulata) "[1]"
  • ^ Oklahoma State – Horizontal Gene Transfer
  • ^ esalenctr.org
  • ^ Gibsona, Daniel G.; Benders, Gwynedd A.; Axelroda, Kevin C.; et al. (2008). "One-step assembly in yeast of 25 overlapping DNA fragments to form a complete synthetic Mycoplasma genitalium genome". PNAS 105 (51): 20404–20409. doi:10.1073/pnas.0811011106. PMID 19073939. PMC 2600582. http://www.pnas.org/content/105/51/20404.full.pdf.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]