Бактериялар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бактериялар
EscherichiaColi NIAID.jpg
Эсәк таяҡсаһы (Escherichia coli)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Bacteria

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   202421
NCBI   2
EOL   288

Бактериялар — 3 млрд cамаһы йыл элек барлыҡҡа килгән боронғо организмдар. Бактерияләр микроскопик кескенә, ләкин уларҙың тупланмаларын (колонияларын) микроскопһыҙ ҙа күреп була. Күҙәнәктәренең формаһы һәм үҙенсәлектәре буйенса ысын бактериялар бер нисә төркөмгә бүленә:

  • шар формаһындағы кокктар;

Бактериаль күҙәнәк тышсаһында ғәҙәттә төрлө камсылар һәм төктәр күренә. Былар — хәрәкәт органоидтары, улар ярҙамында бактериялар шыуышып хәрәкәтләнә. Төзөлөшө менән улар үҫемлектәр йәки хайуандарҙың камсыларынан һәм керфексектәренән айырылып тора. Кайһы бер бактериялар «реактив» ысул менән лайла сыгарып хәрәкәтләнә. Прокариоттарҙың күҙәнәк стенкаһы бик үҙенсәлекле төҙөлгән һәм уның составында эукариоттарҙа, йәғеи күҙәнәктәәрендә формалашҡан ядроһы булған организмдарда (мәҫәлән, үҫемлектәрҙә һәм хайуаннарҙа) осрамай торған ҡушылмалар була. Ғәҙәттә улар шаҡтай ныҡ. Үның нигеҙен целлюлозаға, йәки клетчаткаға яҡын матдә тәшкил итә. (Клетчатка — үҫемлек күҙәнәге стенкаһын төзөүсе ҡатмарлы углевод.) Күп бактерияларҙең күҙәнәк тышсаһы лайла менән ҡапланған. Цитоплазма үҙен күҙәнәк стенкаһынан айырып тороусыы мембрана менән сикләнгән.

Цитоплазмала мембраналар әҙ һәм улар тышҡы цитоплазматик мембрана сығынтыларынан ғибәрәт. Мембрана менән сикләнгән органоидтар (митохондриялар, пластидлар һ. б.) бөтөнләй юҡ.

Төшһөҙҙәрҙең эволюция процессы

Акһым синтезы эукариоттарҙыҡынанан кесерәк рибосомаларҙа бара. Тереклек эшсәнлеген тәэмин итеүсе барлыҡ ферменттар цитоплазмаға таралған йәки цитоплазматик мембрананың эске өслөгенә береккән.

Бүленеү һәм үрсеү[үҙгәртергә]

Ғәҙәттә прокариоттар икегә бүленеп үрсей. Башта күҙәнәк оҙоная, унда әкренләп арҡыры бүлге яһала, ә һуңынан бала күҙәнәктәр айырылып китә йәки үҙенсәлекле төркемдәр — сылбыр, пакет һ. б. хасил итеп бәйләнгән хәлдә ҡала (бактерияларҙа).

Уңайһыз шарттарҙа күп бактериялар споралар хасил итә: нәселсәнлек материалын йөртөүсе цитоплазманың бер өлөшө айырыла һәм күп ҡатлаулы ҡалын капсула менән каплана. Күҙәнәк «кипкән» кебек була — матдәләр алмашы процесстары туктала. Бактерияларҙың споралары бик тотроҡло; кипкән хәлдә улар тереклек һәләтен оҙаҡ йыллар буйына һаклай һәм, антибиотиктар менән актив дәуаланыуға ла ҡарамаҫтан, ауыыру кеше организмында иҫән ҡала ала. Споралар ел һәм башҡа юлдар менән тарала. Уңайлы шарттарға эләгеп, спора актив бактериаль күҙәнәккә әүерелә.

Туҡланыу[үҙгәртергә]

Бактериялар, энергия алыу өсен, төрлө органик һәм неорганик ҡушылмаларҙы һәм ҡояш нурҙарын файҙаланалар. Күпселек бактериялар — гетеротрофҙар (грекча «гетеро» — төрлө һәм «трофос» — туҡландырам), йәғни улар әҙер органик мәтдәләр менән туҡланалар йәки башка организмдарҙа, шул иҫәптән кешелә лә, паразитлыҡ итәләр. Күҙәнәктәре күперсектәр менән тоташҡан ҡайһы бер колониаль бактериялар үҙенә бер төрлө епле структуралар барлыҡҡа китерә. Бындайй колониялар, хәрәкәтләнеп, вак тере организмнарны (бактерияләрне, иң түбән төзөлөшлөләрҙе һ. б.) эләктерәләр, уларҙы солғап алалар һәм ҡайнаталар.

Автотроф (грекча «авто»—үзем һәм «трофос»— туҡландырам) бактериялар аҙ. Уларҙың бер өлөшө, хемосинтезға һәләтле булып, үҙ тәнен төзөү өсөн кәрәкле органик матдәләрҙе неорганик мәтдәләрҙән барлыҡҡа китерә. Бының өсөн улар неорганик ҡушылмалар оксидлашҡанда айырылып сыҡҡан энергиянән файҙалана. Ҡайһы бер прокариоттар неорганик молекулаларҙан органик молекулаларҙы фотосинтез процессында ҡояш нурҙары энергияһе иҫәбенә барлыҡҡа китерә. Кислородҡа ҡарата мөнәсәбәте буйынса, бактериялар аэробтарға һәм анаэробтарға бүленә. Аэробтар — фәҡәт кислородлы тирәлектә генә йәшәй ала торган бактериялар. Анаэробтар кислородһыз тирәлектә йәшәй. Бынан тыш, кислородлы һәм кислородһыз тирәлектәрҙә лә йәшәй алыусы бактериялар төркөмдәре билделе.

Бактериялар әһәмиәте[үҙгәртергә]

Тәбиғәттә бактериялар гәйәт киң таралған. Улар, тупраҡта урынлашып, унда органик мәтдәләрҙе — үлгән хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтарын тарҡатыусылар булып тора. Органик молекулаларҙы неорганик молекулаларга әүерелдереп, бактериялар планета өҫтөн серек ҡалдыҡларҙан таҙарталар һәм химик элементтарҙы биологик әйләнешкә керетәләр.

Кеше тормошонда ла бактерияларҙың роле ғәйәт ҙур. Мәҫәлән, күп кенә аҙык һәм техник продукттарҙы табыу әсеткес бактерияларҙан башҡа мөмкин булмаҫ ине. Бактерияларҙың тереклек эшсәнлеге нәтижәһендә әсегән һөт, кефир, сыр, ҡымыҙ, шулай ук ферменттар, спирттар, лимон кислотаһы яһала. Аҙык продукттарын тоҙлау шулай ук бактериялар эшсәнлегенә бәйле.

Үҫемлек һәм хайуан организмында йәшәп, уларға билдәле бер файҙа килтереүсе бактериялар ҙа осрай. Улар симбионттар (латинса «сим» — бергә, «биос» — тереклек) тип атала. Мәҫәлән, төйөрсек бактерияларе. Улар, ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тамырҙарына урынлашып, тупраҡтағы һауанан азотты үҙләштерергә һәләтле һәм, шул рәүешле, был үҫемлекте тереклек эшсәнлеге өсөн кәрәкле азот менән тәэмин итә. Үҫемлек ҡороғандан һуң, тупрак азотҡа байып ҡала. Был процесс бактериялар ҡатнашында ғына була ала. Прокариоттарҙың башҡа төрҙәренең вәкилдәрен «ашаусы» йырткыс бактериялар барлығы билдәле.

Бактерияларҙың зарарлылары ла күп. Уларның төрлө төрҙәре аҙыҡҡа үтеп, үҙендә барған мәтдәләр алмашы нәтижәһендә, кеше өсөн ағыулы мәтдәләр бүлеп сығара һәм аҙыкты боҙа. Патоген (грекча «патос»— ауыру һәм «генезис»— килеп сығыу, тыуыу) бактериялар айырыуса ҡурҡыныслы. Улар кешелә һәм хайуандарҙа үпкә ялҡынһыныуы, туберкулез, аппендицит, сальмонеллёз, чума, ваба һ. б. шундай ауыруҙар китереп сығара. Бактериялар үҫемлектәрҙе лә зарарлай.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

  • Захаров В.Б., Сонин Н.И. Биология. Биология. Многообразие живых организмов. М. Дрофа. 2003 г. 5-7107-8300-5

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]