Азот

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
7 УглеродАзотКислород
Водород Гелий Литий Бериллий Бор Углерод Азот Кислород Фтор Неон Натрий Магний Алюминий Кремний Фосфор Көкөрт Хлор Аргон Калий Кальций Скандий Титан Ванадий Хром Марганец Тимер Кобальт Никель Баҡыр Цинк Галлий Германий Мышьяк Селен Бром Криптон Рубидий Стронций Иттрий Цирконий Ниобий Молибден Технеций Рутений Родий Палладий Серебро Кадмий Индий Олово Сурьма Теллур Иод Ксенон Цезий Барий Лантан Церий Празеодим Неодим Прометий Самарий Европий Гадолиний Тербий Диспрозий Гольмий Эрбий Тулий Иттербий Лютеций Гафний Тантал Вольфрам Рений Осмий Иридий Платина Алтын Тере көмөш Таллий Свинец Висмут Полоний Астат Радон Франций Радий Актиний Торий Протактиний Уран Нептуний Плутоний Америций Кюрий Берклий Калифорний Эйнштейний Фермий Менделевий Нобелий Лоуренсий Резерфордий Дубний Сиборгий Борий Хассий Мейтнерий Дармштадтий Рентгений Коперниций Унунтрий Унунквадий Унунпентий Унунгексий Унунсептий УнуноктийЭлементтарҙың периодик системаһы
7N
Hexagonal.svg
Electron shell 007 Nitrogen.svg
Ябай матдәнең тышҡы күренеше
Азот
Шыйыҡ азот. Нормаль шарттарҙа төсө, еҫе, тәме булмаған газ.
Атом үҙенсәлектәре
Исеме, символы, номеры

Азот / Nitrogenium (N), 7

Атом массаһы
(моляр массаһы)

14,00674 а. м. б. (г/моль)

Электрон конфигурация

[He] 2s2 2p3

Атом радиусы

71 пм

Химик үҙенсәлектәре
Ковалент радиус

75 пм

Ион радиусы

13 (+5e) 171 (-3e) пм

Электроотиҫкәрелек

3,04[1] (шкала Полинга)

Окисланыу дәрәжәһе

5, 4, 3, 2, 1, 0, −1, −3

Ионлашыу энергияһы
(первый электрон)

1401,5 (14,53) кДж/моль (эВ)

Ябай матдәнең термодинамик үҙенсәлектәре
Тығыҙлыҡ (н. ш.)

0,808 г/см³ (−195,8 °C); при н.у. 0,001251 г/см³

Иреү температураһы

63,29 K

Ҡайнау температураһы

77,4 K

Иреү йылылығы

(N2) 0,720 кДж/моль

Парға әйләнеү йылылығы

(N2) 5,57 кДж/моль

Моляр йылы һыйышлығы

29,125[2] (газ N2) Дж/(K·моль)

Моляр күләм

17,3 см³/моль

Ябай матдәнең кристалл рәшәткәһе
Рәшәткә структураһы

куб

Рәшәткә параметры

5,661 Å

Башҡа характеристикалар
Йылы үткәреүсәнлек

(300 K) 0,026 Вт/(м·К)

7
Азот
N
14,007
2s22p3

АзотМенделеевтың периодик таблицаһының 7-се һанында, 5-се төркөмдә урынашҡан, сағыштырма атом массаһы 14,0067 булған химик элемент. Уның исеме грек һүҙе azoos – терекһеҙ тигән һүҙҙән яһалған, латинса әйтелеше Nitrogenium. Азот – төҫһөҙ һәм еҫе булмаған газ.

Азот (ябай мәтдә) —— атмосфераның иң кәрәклеләрҙән булған өлөшө (78% күләм тәшкил итә). Азот атомдары үҫемлектәрҙең аҡһым составында, шулай уҡ ер аҫтындағы натрий нитраты составында осрай. Тәбиғи азот ике изотоптан тора: 14N(99,635% массанан) һәм 15N (0,365% массанан)

Тарихи белешмә[үҙгәртергә]

Азот ҡушылмалары – селитра, азот кислотаһы һәм аммиак – азотты ирекле хәлдә табыуға хәтле үк белгәндәр. 1772 йыл Д. Резерфорд быяла һауытта фосфор һәм башҡа матдәләрҙе яндырып, һулауға һәм яныуға ярҙам итмәүе, ул үҙе "быуыусы һауа" тип исем биргән газ таба. 1787 йылда А. Лавуазье һауа күләменә кереүсе был газдың ябай икәнен иҫбатлай һәм уға "азот" исемен тәҡдим итә. 1784 йылда Г. Кавендиш азоттың селитра составына инеүен билдәләй.

Тәбиғәттә таралышы[үҙгәртергә]

Азот – тәбиғәттә иң таралған элементтарҙың береһе. Уның төп массаһы ирекле килеш атмосферала таралған. Ирекле азот (N 2 молекулаһы) һауаның күләм буйынса 78,09% ын, ә ауырлык буйынса 75,6% ын алып тора. Литосферала азоттың масса буйынса уртаса өлөшө – 1,9*10< -3 %. Азот таралышы буйынса Ҡояш системаһында 4-се элемент (водорд, гелий һәм кислородтан ҡала)

Физик һәм химик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә]

Азот һауанан бер аҙ ғына еңелерәк; уның тығыҙлығы 1,2506 кг/м 3 (0 С һәм 101325 н/м 2 йәки 760 мм. төр. бағ. булғанда) , t эреү -209,86 0 С, t ҡайнау -195,8 0 С. Шыйыҡ азоттың тығыҙлығы 808 кг/м<3. Азот һыуҙа аҙ ирей: 0 С та 1м<3 һыуҙа 23,3 г азот ирей.

Азот сағыштырмаса аҙ температураларҙа литий, магний, кальций кеүек актив металдар менән генә тәьҫирләшә. Ә башҡа элементтарның күбеһе менән юғары температураларҙа һәм катализаторҙар булғанда реакцияға керә.

Азот күп кенә бик мөһим органик ҡушылмаларҙың өлөшө булып тора (аминдар, аминокислоталар, нитроҡушылмалар һ.б.)

Ҡулланылышы[үҙгәртергә]

Табылған ирекле азоттың күп өлөшө аммиак етештерү өсөн ҡулланыла. Аммиакты һуңынан азот кислотаһы, ашламалар, шартлағыс матдәләр етештерү өсөн ҡулланалар.

Ирекле азотты сәнәнғәттең төрлө тармаҡтарында ҡулланалар: химик һәм металлургик процесстар ваҡытында инерт мөхит булараҡ, терегөмөш термометрҙарында буш урынды тултырыр өсөн, яныусан шыйыҡлыҡтарҙы һурҙыртҡанда һ.б. Шыйыҡ азотты төрлө һыуытҡыс йыһаздарҙа ҡулланалар. Шыйыҡ азотты Дьюар һауыттарында, ә газ һымаҡ азотты ҡыҫылған килеш – балондарҙа.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Кузнецова Н.Е., Титова И.М., Гара Н.Н. Химия 9 класс. Учебник. ISBN: 5-346-00201-4

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Nitrogen: electronegativities (en). WebElements. 5 август 2010 тикшерелгән.
  2. Кнунянц И. Л. (гл. ред.) Химическая энциклопедия: в 5 тт — Москва: Советская энциклопедия, 1988. — Т. 1. — С. 58. — 623 с. — 100 000 экз.