Ҡояш системаһы
Ҡояш системаһы — үҙәгендә Ҡояш, һәм уның тир тирәләй әйләнеп йөрөгән бөтә тәбиғи объекттарҙы берлештергән планеталар системаһы.
Бөтә объекттарҙа Ҡояш менән гравитация көсө менән бәйле һәм эллиптик орбита буйынса Ҡояш тирәләй хәрәкәт итә. Дүрт эске планета (Меркурий, Венера, Ер, Марс) Ер группаһындағы планета тип атала. Башлыса улар силикат һәм металдарҙан тора. Дүрт тышҡы планета (Юпитер, Сатурн, Уран, Нептун) Ер группаһындағы планеталарҙан ауырыраҡ һәм баглыса волород һәм гелийҙан торалар. Уларҙы газ гиганты тип атайҙар.
Ҡояш системаһында бәләкәй есемдәр менән тулған ике өлкә бар. Марс һәм Юпитер орбиталары араһында астероидтар поясы урынлашҡан. Нептун орбитаһынан алыҫыраҡ транснептун объекттары урынлашҡан. Бында Церера, Плутон, Хаумеа, Макемаке һәм Эрида тигән кәрлә планеталар урынлашҡан.
Быларҙан тыш Ҡояш тирәләй меңләгән ваҡ есемдәр хәрәкәт итә.
| Ҡояш системаһы | |
|---|---|
|
|
|
| Йондоҙ | |
| Планеталар и кәрлә планеталар |
|
Планеталарҙың эре юлдаштары |
|
| Юлдаштар / ҡулсалар | |
| Бәләкәй есемдәр |
Метеороидтар • астероидтар / уның юлдаштары (Ер тирәһендәге · төп һыҙат · троян · кентавр) • транснептун (Койпер һыҙаты (плутино · кьюбивано) · таралған диск) • дамоклоидтар • кометалар (Оорта болоты) |
| Астрономик объектар • Портал:Астрономия • |
|