Сатурн (планета)

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Орбита тиҙлеге {{{Орбита тиҙлеге}}}

|-

|-

|-

|}


СатурнҠояштан алыҫлығы буйынса — алтынсы планета һәм ҙурлығы буйынса Ҡояш системаһында, Юпитерҙан ҡалышып, икенсе планета. Сатурн, Юпитер, Уран һәм Нептун газ гиганттары булып квалификациялана. Планетаға исемде Рим мифологияһындағы Алла хөрмәтенә биргәндәр.

Сатурн башлыса водородтан һәм «тау тоҡомдары», гелий, һыу, метан, аммиак ҡатнашмаларына тора. Планетаның тау тоҡомдары һәм боҙҙан торған төшө металл хәлендәге водород һәм газ ҡатламы менән уратып алынған. Тышҡы атмосфераһы тыныс күренһәлә, ҡайһы саҡта оҙайлы «борсолоуҙар» күҙәтелә.

Сатурндың боҙ киҫәктәренән, тау тоҡомдарына һәм туҙандан торған ҡулсаһы бар. Планета тирәләй, бөгөнгө көндә билдәле булған, 63 юлдашы әйләнә. Шуларҙың иң ҙуры — Титан ул ҙурлығы буйынса Юритер юлдашы Ганимеданан ҡалышып икенсе урында.

Титан Меркурий (планета)Меркурийҙан ҙурыраҡ һәм Ҡояш системаһында тығыҙ атмосфера менән ҡапланған берҙән-бер планета юлдашы. Сатурндан Ҡояшҡа тиклем яҡынса 1 433 531 000 километр (9,58 а.й). Ҡояш тирәләй 10 759 көндә (яҡынса 29,5 йыл) бер әйләнеш яһай.

Сатурн өҫтөндә, газ гиганты булараҡ, ҡаты ҡатлам юҡ. Сатурн массаһы Ерҙән 95 тапҡыр ҙурыраҡ, ә тығыҙлығы ни бары 0,69 г/см³, йәғни һыу тығыҙлығынан да кәмерәк.

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә