Водород

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Водород / Hydrogenium (H) He
Атом номеры 1
Матдәнең тышҡы күренеше төҫһөҙ, тәме булиаған газ
Атом үҙенсәлеге
Атом массаһы
(моляр масса)
1,00794 а. м. б. (г/моль)
Атом радиусы 79 пм
Ионизация энергияһы
(беренсе электрон)
1311,3 кДж/моль (эВ)
Электрон конфигурацияһы 1s1
Химик үҙенсәлеге
Ковалент радиусы 32 пм
Ион радиусы 54 (−1 e) пм
Электр тиҫкәрелеге
(Полинг буйынса)
2,20
Электрод потенциалы
Оксидлашу дәрәжәһе 1, −1
Матдәнең термодинамик үҙенсәлеге
Тығыҙлыҡ 0,0000899 (при 273K (0 °C)) г/см³
Моляр йылы һыйҙырыусанлығы 14,235 Дж/(Kмоль)
Йылы үткәреүсәнлек 0,1815 Вт/(мK)
Эреү температураһы 14,01 K
Эреү йылылығы 0,117 кДж/моль
Ҡайнау температураһы 20,28 K
Парға әйләнеү йылылығы 0,904 кДж/моль
Моляр күләм 14,1 см³/моль
Матдәнең кристаллик рәшәткәһе
Рәшәткә төҙөлөшө гексагональ
Рәшәткә параметрҙары a=3,780 c=6,167 Å
Дебай температураһы 110 K
H 1
1,00794
1s1
Водород

Водоро́д (лат. HydrogeniumМенделеевтың периодик таблицаһында беренсе элемент. Атом һаны — 1, сағыштырмаса атом массаһы — 1,0079. Тәбиғәттә водородтың 2 стабиль изотопы ¹H ( протий Н), ²H (дейтерий D) һәм 1 радиоактив изототы — ³H (тритий T) осрай. Бер изотопы — 4H яһалма юл менән алына. Водородтан алынған ябай матдә — Н2 – еңел төҫһөҙ газ. Һауа йә кислород менән ҡатнашҡанда яныусан һәм шартлаусан ҡатнашма барлыҡҡа килә. Ағыуһыҙ. Этанол һәм тимер, никель, палладий, платина кеүек металдарҙа эреүсән.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Тарихы

Металдарға кислота менән тәҫьир иткәндә яныусан газ бүленеп сығыуын, химия фәне барлыҡҡа килгәндә, XVI—XVII быуаттарҙа уҡ белгәндәр. Флогистон түгел, водород бүленеп сығыуын Михаил Васильевич Ломоносов та күрһәткән. Инглиз физигы һәм химигы Генри Кавендиш 1766 йылда был газды тикшереп, «яныусан һауа» тип атай. «Яныусан һауа»ны яндырғанда һыу барлыҡҡа килә. Тик Кавендиш флогистон теорияһы яҡлы булғанға, дөрөҫ һығымта яһай алмай. Француз химигы Антуан Лавуазье инженер Ж. Менье менән берлектә махсус газометрҙар ҡулланып һыу синтезлай. Һуңынан һыуҙы ҡыҙҙырылған тимер өҫтөндә тарҡаталар. Шулай итеп, «яныусан газ» һыу составында бар һәм уны һыуҙан алып була, тип билдәләйҙәр.

[үҙгәртергә] Исеменең барлыҡҡа килеүе

Лавуазье водородҡа hydrogène (бор. грек. ὕδωρ — «һыу» һәм γεννάω — «тыуҙырыу») исемен бирә. «Водород» исемен 1824 йылда М. Ф. Соловьев тәҡдим итә.

[үҙгәртергә] Таралыуы

[үҙгәртергә] Йыһанда

Йыһанда иң таралған элемент — водород. Уның өлөшөнә бөтә атомдарҙың 92 %-ы тура килә (8% гелий атомдары, ҡалған элеметтарҙың өлөшө 0,1%-тан аҙыраҡ). Шулай итеп, водород — йондоҙҙарҙың һәм йондоҙ-ара газдың төп өлөшө. Йондоҙ температураһы шарттарында (мәҫәлән, Ҡояшта температура ~ 6000 °C) водород плазма хәлендә, йондоҙ арауығында ҙурлығы, тығыҙлығы, температураһы төрлө булған айырым атом, молекулалар болото хәлендә осрай.

[үҙгәртергә] Ер ҡабығында һәм организмдарҙа

Ер ҡабығында водород 1% самаһы, таралыуы буйынса 10-сы урында. Әммә организмда водородтың мөһимлеге масса өлөшө буйынса түгел, ә атом иҫәбе буйынса билдәләнә. Атом иҫәбе буйынса организмда водород өлөшө 17% (~ 52 % тәшкил иткән кислородтан ҡалышып икенсе урында). Ерҙәге барлыҡ водород ҡатнашмалар хәлендә (ябай матдә хәлендә 0,00005 % күләм).

[үҙгәртергә] Алыу

Сәнәғәттә водородты тәбиғи газ менән һыуҙан алалар. Был реакция юғары температурала үткәрелә. СН4 + 2Н2O = CO2↑ + 4Н2 −165 кДж

[үҙгәртергә] Сәнәғәттә

1.Тоҙ эретмәләренән электролиз:

2NaCl + 2H2O → H2↑ + 2NaOH + Cl2

2. 1000 °C-та ҡыҙҙырылған кокс өҫтөнән һыу парҙарын үткәреп:

H2O + C ⇄ H2 + CO

3.Тәбиғи газдан: Һыу пары менән конверсия:

CH4 + H2OCO + 3H2 (1000 °C)
Кислород менән каталик окислау:
2CH4 + O2 ⇄ 2CO + 4H2

4. Нефть эшкәртеүҙә углеворородтарҙың крекинг и риформинг процесында.

[үҙгәртергә] Лабораторияла

1.Кислотаның металға тәҫьир итеүе. Был тәжрибәне шыйығайтылған тoҙ кислотаһы һәм цинк менән үткәрәләр:

Zn + 2HClZnCl2 + H2

2.Кальцийҙың һыуға тәҫьир итеүе:

Ca + 2H2OCa(OH)2 + H2

3. Гидридтарҙы гидролизлау:

NaH + H2ONaOH + H2

4.Һелтеләрҙең цинк менән алюминға тәҫьир итеүе:

2Al + 2NaOH + 6H2O → 2Na[Al(OH)4] + 3H2
Zn + 2KOH + 2H2O → K2[Zn(OH)4] + H2

5.Электролиза ярҙамында. Һелте һәм кислоталарҙың һыу эремәләрен электролизлағанда катодта водород бүленеп сыға. Миҫал:

2H3O+ + 2e → H2↑ + 2H2O

[үҙгәртергә] Физик үҙенсәлектәре

Водород молекулаһы ике атомдан тора Н2. Ғәҙәти шарттарҙа — төҫө, еҫе, тәме булмаған газ. Тығыҙлығы — 0,08987 г/л (н.ш.), ҡайнау температураһы — −252,76 °C, сағыштырмаса яныу йылылығы — 120.9×106 Дж/кг, һыуҙа аҙ эреүсән — 18,8 мл/л. Водород металдарҙа (Ni, Pt, Pd и һ.б.) эреүсән, 1 күләм палладийҙа 850 күләм водород эрей. Шыйыҡ хәлдә водород бик тар температура арауығында (−252,76 — −259,2 °C) була. Еңел, төҫһөҙ, ағыусан шыйыҡлыҡ. Тығыҙлығы (−253 °C) — 0,0708 г/см³ , үҙлелеге (вязкость) (−253 °C) — 13,8 спуаз. Ҡаты водород ( −262 °C) — ҡарға оҡшаған масса, иреү температураһы — −259,2 °C, тығыҙлығы — 0,0807 г/см³. Юғары баҫым аҫтында металл хәленә күсә.

[үҙгәртергә] Химик үҙенсәлеге

Водород молекулаһы Н2 ныҡлы, реакцияға инеү өсөн күп энергия сарыф итергә кәрәк:

Н2 = 2Н − 432 кДж

Шуға күрә ғәҙәти шарттарҙа водород бик әүҙем металдар менән тәҫьир итә, мәҫәлән, кальций менән кальций гидриды барлыҡҡа килтерә.

Ca + Н2 = СаН2

һәм металл булмағандарҙан тик фтор менән фтороводород барлыҡҡа килтерә:

F2 + H2 = 2HF

Күпселек металл һәм металл булмағандар менән юғары температурала һәм башҡа төрлө тәҫьир иткәндә, мәҫәлән, яҡтыртҡанда тәҫьир итешә:

О2 + 2Н2 = 2О

Ҡайһы бер оксидтарҙың кислородын «тартып ала»:

CuO + Н2 = Cu + Н2O

Окисланыу-ҡайтарылыу реакцияһында ҡайтарыу үҙенсәлеге.

N2 + 3H2 → 2NH3

галогендар менән галогеноводород барлыҡҡа килә:

F2 + H2 → 2HF, теләһә ниндәй температурала реакция шартлау процесы менән үтә,
Cl2 + H2 → 2HCl, тик яҡтыла реакция шартлау процесы менән үтә.

Ҡором менән көслө йылытҡанда:

C + 2H2CH4

[үҙгәртергә] Һелтеле һәм һелтеле ер металдары менән тәҫьир итешеү

Әүҙем металдар менән гидрид барлыҡҡа килтерә:

2Na + H2 → 2NaH
Ca + H2CaH2
Mg + H2MgH2

Гидридтар — тоҙға оҡшаған, еңел гидролизға бирелеүсе матдәләр:

CaH2 + 2H2OCa(OH)2 + 2H2

[үҙгәртергә] Метал оксидтары менән тәҫьир итешеүе (ҡағиҙә булараҡ, d-элементтар)

Оксидтар металдарға тиклем ҡайтарыла:

CuO + H2Cu + H2O
Fe2O3 + 3H2 → 2Fe + 3H2O
WO3 + 3H2W + 3H2O

[үҙгәртергә] Органик ҡушылмаларҙы гидрирлау

Органик синтезда молекуляр водород органик ҡушылмаларҙы ҡайтарыу өсөн киң ҡулланыла. Был реакциялар «гидрир реакциялары» (реакции гидрирования) тип атала. Был реакцияларҙы катализатор ярҙамында юғары температура һәм баҫымда үткәрәләр. Каталик гидрир реакцияларында туйындырылмаған углеводородтарҙан туйындырылған углеводород барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, алкен и алкиндан алкан барлыҡҡа килә.

\mathsf{R\!\!-\!\!CH\!\!=\!\!CH\!\!-\!\!R'+H_2}\rightarrow\mathsf{R\!\!-\!\!CH_2\!\!-\!\!CH_2\!\!-\!\!R'}

[үҙгәртергә] Ҡыҙыҡлы факттар

  • Водород — Йыһанда иң таралған элемент (йыһандағы бөтә элементтарҙың 90%)[1].
  • Водород — еңел газ. 1 литр водород ауырлығы 0,08988 грамм [1].
  • Хорват телендә водород Vodik тип атала. Был исемде филолог Богослав Шулек биргән.
Химик элементтарҙың периодик системаһы[2]
Группа
Период
IA IIA IIIB IVB VB VIB VIIB VIIIB IB IIB IIIA IVA VA VIA VIIA VIIIA
1 1
H
2
He
2 3
Li
4
Be
5
B
6
C
7
N
8
O
9
F
10
Ne
3 11
Na
12
Mg
13
Al
14
Si
15
P
16
S
17
Cl
18
Ar
4 19
K
20
Ca
21
Sc
22
Ti
23
V
24
Cr
25
Mn
26
Fe
27
Co
28
Ni
29
Cu
30
Zn
31
Ga
32
Ge
33
As
34
Se
35
Br
36
Kr
5 37
Rb
38
Sr
39
Y
40
Zr
41
Nb
42
Mo
43
Tc
44
Ru
45
Rh
46
Pd
47
Ag
48
Cd
49
In
50
Sn
51
Sb
52
Te
53
I
54
Xe
6 55
Cs
56
Ba
* 72
Hf
73
Ta
74
W
75
Re
76
Os
77
Ir
78
Pt
79
Au
80
Hg
81
Tl
82
Pb
83
Bi
84
Po
85
At
86
Rn
7 87
Fr
88
Ra
** 104
Rf
105
Db
106
Sg
107
Bh
108
Hs
109
Mt
110
Ds
111
Rg
112
Cn
113
Uut
114
Uuq
115
Uup
116
Uuh
117
Uus
118
Uuo
Лантаноидтар * 57
La
58
Ce
59
Pr
60
Nd
61
Pm
62
Sm
63
Eu
64
Gd
65
Tb
66
Dy
67
Ho
68
Er
69
Tm
70
Yb
71
Lu
Актиноидтар ** 89
Ac
90
Th
91
Pa
92
U
93
Np
94
Pu
95
Am
96
Cm
97
Bk
98
Cf
99
Es
100
Fm
101
Md
102
No
103
Lr
Химик элементтар ғаиләһе
Металл булмаған элементтар Инерт газдар Һелтеле металдар Ярымметалдар- металоидтар Галогендар
Металдар Күсеүсе элементтар Актанноидтар Лантаноидтар Һелтеле ер металдары
  1. 1,0 1,1 Книга рекордов Гиннесса для химических веществ
  2. Һоро төҫ менән яһалма юл менән алынған элементтар күрһәтергән .

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә