Ҡояш
Ҡояш — Ҡояш системаһындағы берҙән-бер йондоҙ. Ҡояш тирәләй юлдаштары менән планеталар, кәрле планеталар, астероид, метеороид, комета һәм космос туҙаны әйләнә. Ҡояш массаһы бөтә ҡояш системаһының 99,866% тәшкил итә. Ҡояш — Ергә иң яҡын йондоҙ. Ҡояш нуры Ергә тиклем 150 миллион км араны 8 минут 19 секундта үтә. Башҡа йондоҙҙан кеүек үк, Ҡояш та ғәйәт ҙүр эҫе газ шарынан ғибәрәт, ул нигеҙҙә водород менән гелийҙан тора. Ҡояшта туҡтауһыҙ термоядро реакцияһы бара, һөҙөмтәлә ифрат ҙур энергия бүленеп сыға. Шуның ике миллиардтан бер өлөшө генә Ергә килеп етә.
Ҡояш Ерҙәге тереклекте тәьмин итә. Ҡояш яҡтылығында фотосинтез процесы башҡарыла. Ерҙәге ҡаҙылма байлаҡтар (таш күмер, нефть, торф һ.б.) миллоин йылдар элек Ҡояш энергияһын туплаған. Ерҙәге ел иҫеү, болоттар барлыҡҡа килеү Ҡояш энергияһы менән башҡарыла.