Фотосинтез

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Үҫемлек япрағы

Фотосинтез (от грек. φωτο- — яҡтылыҡ һәм σύνθεσιςсинтез бергә ҡушыу) — үҫемлектәрҙә яҡтылыҡта углекислый газ һәм һыуҙан фотосинтетик пигмент (үҫемлектәрҙә хлорофилл, бактерияларҙа бактериохлорофилл һәм бактериородопсин) ҡатнашлығында органик матдәләр барлыҡҡа килеү процесы.

Фотосинтез реакцияһын ҡыҫҡаса ошолай яҙырға мөмкин:

6H2O + 6CO2 + яҡтылыҡ → C6H12O6 (глюкоза) + 6O2

Фотосинтездың әһәмиәте[үҙгәртергә]

Фотосинтез биологик энергияның төп сығанағы булып тора. Ҡаҙылма яғыулыҡтарҙы (күмер, нефть, тәбиғи газ, торф) яндырып алынған энергия нигеҙендә шулай уҡ фотосинтез процесында һаҡланып ҡалған энергия тора. Фотосинтез — углеродтың биологик циклға төп инеү юлы. Атмосфералағы кислород фотосинтездың өҫтәмә продукты булып тора. Кислородлы атмосфера барлыҡҡа килеүе ер өҫтөнөң торошон тулыһынса үҙгәртә, һулыш алыу мөмкин була. Һуңыраҡ озон ҡатламы барлыҡҡа килгәс, тереклеккә ҡоро ергә сығырға мөмкинлек асыла.

Фотосинтезды өйрәнеү[үҙгәртергә]

Фотосинтезды өйрәнеү буйынса беренсе тәжрибәләрҙе Джозеф Пристли 17701780 йылдарҙа үткәрә. Ул герметик һауыт эсендә шәм янғанда һауа «боҙолоу»ына иғтибар итә. Һауа яныуға булышлыҡ итмәй, эсенә бикләнгән хайуандар тонсоға. Боҙолған һауаны үҫемлектәр төҙәтә ала. Пристли үҫемлектәр кислород бүлеп сығара тигән нәтижәгә килә, тик бының өсөн яҡтылыҡ кәрәклеген иҫәпкә алмай. Оҙаҡламай быны Ян Ингенхауз асыҡлай.

Һуңыраҡ үҫемлектәр кислород бүлеп сығарыуҙан башҡа, углекислый газды йотоп, органик матдәләр синтезлауы асыҡлана. 1842 йылда Роберт Майер, энергия һаҡлау законына нигеҙләнеп, үҫемлектәр ҡояш энергияһын химик бәйленеш энергияһына әүрелдерә тигән нәтижәгә килә. 1877 йылда Пфеффер был процесты фотосинтез тип атай. Ж. Пельтье һәм Ж. Кавенту 1818 йылда беренсе тапҡыр хлорофилды айырып ала.

Фотосинтездың окисландырыу-ҡайтарыу аҫылын Корнелис ван Ниль асып бирә. Был кислород һыуҙан барлыҡҡа килә тигәнде аңлата. Быны 1941 йылда А. П. Виноградов изотоплы тамға ярҙамында иҫбат итә.

Мельвин Кальвин углерод изотобы менән CO2 йотолоу процесын иҫбат итә, был эш өсөн уға 1961 йылда Нобель премияһы бирелә.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә]

Лайлалы диңгеҙ ҡусҡары (Elysia chlorotica) һыу үҫентеләре (Vaucheria litorea) хлоропластарын аш һеңдереү юлында үҙләштерә. Диңгеҙ ҡусҡары организмындағы хлоропласт глюкоза синтезлап, ҡусҡарға бер нисә ай йәшәргә мөмкинлек бирә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Холл Д., Рао К. Фотосинтез: Пер. с англ. — М.: Мир, 1983.
  • Физиология растений / под ред. проф. Ермакова И. П. — М.: Академия, 2007
  • Молекулярная биология клетки / Альбертис Б., Брей Д. и др. В 3 тт. — М.: Мир, 1994
  • Рубин А. Б. Биофизика. В 2 тт. — М.: Изд. Московского университета и Наука, 2004.
  • Чернавская Н. М., Чернавский Д. С. Туннельный транспорт электронов в фотосинтезе. М., 1977.
  • В. Любименко. Влияние света на усвоение органических веществ зелёными растениями. http://www.archive.org/download/izviestiaimper06011218impe/izviestiaimper06011218impe.pdf%7C Известия Императорской Академии наук. VI серия. 1907. номер 12. стр. 395—426, с 6 табл.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]