Астероид

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Юғары айырыусанлыҡ менән төшөрөлгән астероидтар рәсеме (масштабта). 2011 йылға торошло, ҙурҙан бәләкәйгә: (4) Веста, (21) Лютеция, (253) Матильда, (243) Ида һәм уның юлдашы Дактиль, (433) Эрос, (951) Гаспра, (2867) Штейнс, (25143) Итокава.

Астеро́идҠояш системаһындағы, ҡояш тирәләй орбитала әйләнеп йөрөүсе, сағыштармаса ҙур булмған күк есеме. Астероидтар массаһы һәм ҙурлығы буйынса планеталарҙан ҡалыша, улар дөрөҫ булмаған формала һәм атмосфералары юҡ, шулай ҙа уларҙың юлдаштары булыуы мөмкин.

Билдәләмә[үҙгәртергә]

Астероид терминын (от бор. грек. ἀστεροειδής — «йондоҙға оҡшаған», ἀστήρ — «йондоҙ» и εῖ̓δος — «ҡиәфәт») Уильям Гершел керетә, уларҙы телескоптан күҙәткән ваҡытта улар йондоҙ кеүек күренә, планеталар уларҙан, айырмалы булараҡ, диск кеүек күренә. «Астероид»тың теүәл билдәләмәһе әлегә тиклем билдәләнмәгән. 2006 йылға тиклем астероидтарҙы кесе планеталар тип йөрөткәндәр.

Квалификация биреү өсөн төп параметр  — есемдең ҙурлығы. Диамтры 30 м-ҙан артың булған күк есеме астероид тип атала, бәләкәйерәк күк есемдәре метеоридтар тип атала.[1]

Ҡояш системаһында астероидтар[үҙгәртергә]

Ҡояш системаһындағы кесе есемдәрҙең характеристикаһы

Әлеге ваҡытта Ҡояш системаһында йөҙ меңләгән астероид булыуы билдәле. 2013 йылдың 11 ғинуарына торошло мәғлүмәттәр базаһында 97 853 768 объект иҫәпләне, 600 853-нең орбиталары билдәленгән һәм уларға рәсми номер бирелгән.[2] 17 620-һенең был ваҡытта рәсми раҫланған исеме булған.[3] Ҡояш системаһында ҙурлығы 1 км-ҙан ҙурыраҡ 1,1-ҙән 1,9 миллион объект бар тип иҫәпләнә.[4] Әлеге ваҡытта билдәле булған астероидтар Марс менән Юпитер орбиталары араһындағы астероидтар һыҙатында тупланған.

Ҙурлығы яҡынса 975×909 км булған Цецера Ҡояш системаһындағы иң ҙүр астероид булып иҫәпләнә ине, 2006 йылдың 24 августында ул кәрлә планета статусын алды. Башҡа эре булыа иҫәпләнгән (2) Паллада һәм (4) Веста астероидтарының диаметры яҡынса ~500 км(4). Веста астероидтар һыҙатындағы ябай күҙгә күренә торған берҙен-бер объект Астероидтар башҡа орбиталар буйынса хәрәкәт итә, уларҙы Ер (планета)Ерғе яҡын үткәндә күҙәтерғе мөмкин (мәҫәлән, (99942) Апофис).

Һыҙаттағы барлыҡ астероидтарҙың дөйөм массаһы 3,0—3,6·1021 кг[5], был Ай массаһының 4% самаһы. Церера массаһы — 9,5·1020 кг, йәғни дөйөм массаның 32 %, ә өс иң эре астероидтар (4) Веста (9 %), (2) Паллада (7 %), (10) Гигея (3 %) — 51 %, шулай итеп астрономик үлсәү буйынса күпселек астероидтарҙың массаһы бик бәләкәй.

Астероидтарҙы өйрәнеү[үҙгәртергә]

Астероидтарҙың төп һыҙаты (аҡ төҫтә) һәм Юпитерҙың троян астероидтары (йәшел төҫтә)

Астероидтарҙы өйрәнеү 1781 йылда Уилям Гершел, Уран планетаһын асҡас башлана. Уның гелиоцентрик аралығы Тициус — Боде ҡағиҙәһенә тигеҙ була.

XVIII быуат аҙағында Франц Ксавер 24 астрономдан торған төркөм ойоштора. 1789 йылда был төркөм, Тициус-Боде ҡағиҙәһе буйынса, Ҡояштан 2,8 астрономик берәмек алыҫлыҡта, Марс менән Юпитер орбиталары араһында планеталар эҙләү менән шөғөлләнә. Билдәле ваҡытта зодиак йондоҙлоғондағы барлыҡ йондоҙҙарҙың координаталарын билдәлергә тигән мәсьәле ҡуйыла. Икенсе төндә координаталар сағыштарыла, ҙур арауыҡҡа күскән объекттар айырып алына. Билдәләнгән планета 30 мөйөш градусына күсерге тейеш, бына еңел күреп була.

Беренса астероид Церераны, был проектта ҡатнашмаған, италиан Пиацци 1801 йылда йөҙйыллыҡ тың беренсе төнөндә аса. Өс башҡа астероид (2) Паллада, (3) Юнона и (4) Веста артабынға бер нисә йылда асыла, иң һуңғыһы Веста 1807 йылда асыла. Тағы 8 уңышһыҙ йылдан һуң астрономдарҙың күбеһе унда башҡа бер ни ҙе юҡ тип тикшереүҙе туҡтата.

Әммә Карл Людвиг Хенке ныҡышмалылыҡ күрһәтә, һәм 1830 йылда тикшкренеүҙәр яңынан дауам ителә. Ун биш йылдан һуң ул Астерияны аса, һуңғы 38 йылда беренсе яңы астероид. Ике йыл да үтмәй, Гебаны аса. Бынан һуң эҙләнеүҙәргә яңы астрономдар ҡушыла, артабан йылына кәм тигәндә бер яңы астероид асыла (1945 йылдан башҡа).

1891 йылда Макс Вольф яңы астероидтарҙы эҙләү өсөн фотоға төшөрөү ысулын ҡуллана, оҙон экспонирование менән төшкән фотоларҙа астероидтар ҡыҫҡа яҡты эҙен ҡалдыра.

Был ысул, элекке күҙәтеү ысулына ҡарағанда, яңы астероидтарҙы билдәләүҙе тиҙләтә: Макс Вульф яңғыҙы (323) Брюсиянан башлап 248 яңа астероидты таба, уға тиклем 300-ҙән артыҡ астероид билдәле була. Хәҙер, бер быуат үткәс, бер нисң мең астероид танылған, номерланған һәм исемләнгән. Уларҙың бик күп булыуы билдәле, тик ғалимдар уларҙы тикшерергә ашыҡмай, уларҙы «космос сүп-сары» («vermin of the skies») тип атайҙар.

Астероидтарға исем биреү[үҙгәртергә]

Баштараҡ астероидтарға Рим һәм Грек мифологияһы геройҙары исемдәре биргәндәр, һуңына тикшереүселәр теләһә ниндәй исем биреү хоҡуғын алдылар — мәҫәлән, үҙ исеме менән атарға. Тәүҙәрәк астероидтарға ҡатын-ҡыҙ исеме биргәндәр, ирҙәр исемнен ғәҙәти булмаған орбитаһы булған астероидтарға биргәндәр (мәҫәлән, Ҡояшҡа Меркурийҙан да яҡыныраҡ килеүсе Икарға). Һуңынан был ҡағиҙә лә үтәлмәй.

Орбитаһы яҡшы өйрәнлгән астерод ҡына исем ала. Тиҫтәләгән йыл үткәс кенә исем алған астероидтар билдәле. Орбитаһын иҫәпләп сығарғансы астероидҡа асылған датаһы менән тәртип номеры бирелә, мәҫәлән 1950 DA. Цифр йылды күрһәтә, беренсе хәреф — астероид асылған ярты ярты айлыҡты (миҫалда, февральден икенсе яртыһы). Икенсе хәреф, был ярты айлыҡта асылған тәртип номеры, миҫалда был ярты айлыҡта беренсе асылған астероид.

Рәсми исем алған астероиж исеме һандан (тәртип номеры) һәм исеменән тора — (1) Церера, (8) Флора һ.б.

Астеродтың формаһын һәм үлсәмен билдәләү[үҙгәртергә]

(951) Гаспра астероиды янынан осоп барғанда «Галилео» зонды тапшырған рәсем (төҫтәре көсәйтелгән)

1802 йылда Уильям Гершель һәм 1805 йылда Иоганн Шрётер астероидтың дискын Ҡалып:Не переведено 3 ысулы менән үлсәп ҡарайҙар. Уларҙан һуң XIX быуатта яҡты астероидтарҙа башҡа астрономдар үлсәп ҡарай.

Был ысулдың төп етешһеҙлеге нәтижеләрҙең айырмаһы була (мәҫәлән, Церераның иң ҙүр һәм иң бәләкәй размеры унар тапҡыр айырыла).

Хәҙерге заманда поляриметрия, радиолокация, спекл-интерферометрия, транзит и йылылыҡ радиометрия[6] ысулдары ҡулланыла.

Транзит ысулы ябай һәм сифатлы булып тора. Астероид Ер менән сағыштырмаса хәрәкәтендә айырым йондоҙ фоны аша үтә, был күренеш йондоҙҙо астероид ҡаплауы тип атала. Йондоҙ яҡтылығы кәмеү оҙайлығын үлсәп һәм астероидҡа тиклем йыраҡлыҡты белеп, ҙурлығын теүел билдәләп була. Был ысул менән Паллада кеүек эре астероидтарҙың размерын билдәләп була[7].

Астероидтарҙы классификациялау[үҙгәртергә]

Астероидтарҙың дөйөм классификацияһы уларҙың орбита характеристикаһына һәм өҫлөктән сағылған Ҡояш яҡтыһынаң күҙгә күренгән спектрына нигеҙләнгән.

Ҙурлыҡтары буйынса бүлеү[үҙгәртергә]

Размерҙары ҙурайған һайын астероидтар һаны түбәнәйә.

Диаметры D-нан ҙурыраҡ яҡынса астероидтар һаны N
D 100 м 300 м 500 м 1 км 3 км 5 км 10 км 30 км 50 км 100 км 200 км 300 км 500 км 900 км
N 25 000 000 4 000 000 2 000 000 750 000 200 000 90 000 10 000 1100 600 200 30 5 3 1

Астероидтар хәүефе[үҙгәртергә]

Әлеге ваҡытта Ер өсөн хәүефле астероидтар юҡ тип иҫәпләнә.

Ни тиклем астероид ҙурыраҡ һәм ауырыраҡ булһа, шул тиклем Ергә хәүеф килтерә, шул уҡ ваҡытта ул астероидты күҙәтеп күреп ҡалыуы ла еңелерәк. Әлеге ваҡытта Апофис астероиды хәүефле тип иҫәпләнә, уның диаметры 300 м, Ер менән бәрелешкәндә ҙур ҡалаға тура тейһә ҡаланы юҡ итеүе мөмкин, әммә дөйөм кешеләк өсөн хәүеф янамай. Арҡырыға 10 км булған астероидтар үтә хәүефле булып иҫәпләнәләр. Ундай размерлы барлыҡ астероидтар астрономдарға билдәле һәм улар урынлашҡан орбита Ер менән бәрелешеүе мөмкин түгел.

Беренсе 30 астероид[үҙгәртергә]

Астероид (4) Веста, кәрлә планеты Церера һәм Айҙың сағыштырмаса ҙурлығы. Айырыусанлаҡ бер пикселгә 20
  1. Церера (хәҙер кәрлә планета статусында)
  2. Паллада
  3. Юнона
  4. Веста
  5. Астрея
  6. Геба
  7. Ирида
  8. Флора
  9. Метида
  10. Гигея
  11. Парфенопа
  12. Виктория
  13. Эгерия
  14. Ирена
  15. Эвномия
  16. Психея
  17. Фетида
  18. Мельпомена
  19. Фортуна
  20. Массалия
  21. Лютеция
  22. Каллиопа
  23. Талия
  24. Фемида
  25. Фокея
  26. Прозерпина
  27. Эвтерпа
  28. Беллона
  29. Амфитрита
  30. Урания

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Шустова Б. М., Рыхловой Л. В. Рис. 1.1 // Астероидно-кометная опасность: вчера, сегодня, завтра / Под ред. Шустова Б. М., Рыхловой Л. В. — М.: Физматлит, 2010. — 384 с. — ISBN 978-5-9221-1241-3.
  2. MPC Archive Statistics. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 ғинуар 2012. 11 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  3. Minor Planet Names. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 июль 2012. 11 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  4. New study reveals twice as many asteroids as previously believed. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 июль 2012. 28 март 2006 тикшерелгән.
  5. Krasinsky, G. A.; Pitjeva, E. V.; Vasilyev, M. V.; Yagudina, E. I. (July 2002). "Hidden Mass in the Asteroid Belt". Icarus 158 (1): 98—105. Ҡалып:Hide in printҠалып:Only in print. http://adsabs.harvard.edu/abs/2002Icar..158...98K. 
  6. Ҡалып:Cite conference
  7. Lang, Kenneth R. The Cambridge Guide to the Solar System — 2003. — P. 390—391. — ISBN 978-0521813068.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]