Венера (планета)
| Венера |
||||
Венера в естественном цвете |
||||
| Орбита характеристикалары | ||||
|---|---|---|---|---|
|
Эпоха: J2000.0 |
||||
| Перигелий |
107 476 259 км |
|||
| Афелий |
108 942 109 км |
|||
| Ҙур ярымкүсәр (a) |
108 208 930 км |
|||
| Орбитаның эксцентриситеты (e) |
0,0068 |
|||
| Әйләнеүҙең сидерик периоды |
224,70069 көн |
|||
| Әйләнеүҙең Синодик периоды |
583,92 көн |
|||
| Орбита тиҙлеге (v) |
35,02 км/с |
|||
| Ауышлығы (i) |
3,86° (Ҡояш экваторына ҡарата) |
|||
| Долгота восходящего узла (Ω) |
76,67069° |
|||
| Перицентр аргументы (ω) |
54,85229° |
|||
| Юлдаштары |
юҡ |
|||
| Физик характеристикалар | ||||
| Уртаса радиус |
6051,8 ± 1,0 км |
|||
| Өҫлөк майҙаны (S) |
4,60·108 км² |
|||
| Күләме (V) |
9,38·1011 км³ |
|||
| Массаһы (m) |
4,8685·1024 кг |
|||
| Уртаса тығыҙлығы (ρ) |
5,24 г/см³[1] |
|||
| Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g) |
8,87 м/с² |
|||
| Икенсе космик тиҙлек (v2) |
10,46 км/с |
|||
| Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге |
6,52 км/сәғ |
|||
| Әйләнеү периоды (T) |
243,023 көн[2] |
|||
| Күсәр ауышлығы |
177,36° |
|||
| Прямое восхождение северного полюса (α) |
18 сәғ 11 мин 2 с |
|||
| Төньяҡ полюс ауышлығы (δ) |
67,16° |
|||
| Альбедо |
0,65 |
|||
| Күренгән йондоҙ дәүмәле |
−4,7 |
|||
| Мөйөшсә диаметр |
9,7″ — 66,0″ |
|||
| Температура | ||||
| Өҫтөндә | ||||
|
|
||||
|
|
||||
| Атмосфера | ||||
| Атмосфера баҫымы |
9,3 МПа |
|||
|
~96,5 % углекислый газ ~3,5 % азот 0,015 % көкөрт диоксиды 0,007 % аргон 0,002 % һыу пары 0,0017 % угар газ 0,0012 % гелий 0,0007 % неон (эҙҙәре) углерод сероксиды (эҙҙәре) хлороводород (следы) фтороводород |
||||
Венера — Ҡояшҡа яҡынлығы буйынса икенсе эске планета. Венера ла, Меркурий кеүек, астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар.
Венера күк йөҙөндә яҡтылығы буйынса, Ҡояш һәм Айҙан ҡалышып, өсөнсө урында тора. Венера Ҡояш байыр алдынан, йәки Ҡояш сығыр алдынан яҡшы күренә. Шуның өсөн уны Шәреҡ йондоҙо, йәки Сулпан йондоҙо тип атайҙар.
Венера Ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Ике планета ла тартылыу көсө, составы буйынса оҡшаш. Әммә ике планетала шарттар ҡырҡа айырыла. Венера ҡуйы көкөрт кислотаһы болото менән ҡапланған, был ҡуйы болот Венераның йөҙөн ҡарарға бирмәй. Әммә радиотулҡындар ярҙамында Венераның рельефын тикшерергә була. Был планетаның атмосфераһы тығыҙ, башлыса углекислый газдан тора. Был Венерала углекислый газды биомассаға әйләндерә алырлыҡ органик тормош һәм углерод әйләнеше булмау менән аңлатыла.
Бик борон Венера йөҙө бик ҡыҙған һәм Ерҙәге кеүек океандар, урынында сүллек пейзажы ҡалдырып, парға әйләнеп бөткән. Магнит ҡыры көсһөҙ булғанға һыу парҙары Ҡояш еле менән йондоҙ-ара арауыҡҡа таралған.
Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 92 тапҡыр ҙурыраҡ. Венера йөҙө вулкан эшмәкәрлеге эҙҙәрен һаҡлай. Венерала плиталарҙың тектоник хәрәкәте күҙәтелмәй, был өҫтөндә һыу булмау менән аңлатыла.
Венерала атмосфера булыуын 1761 йылдың 6 июнендә М.В. Ломоносов аса.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Короновский Н. Н. Морфология поверхности Венеры // Соросовский образовательный журнал.(урыҫ.)
- Бурба Г. А. Венера: русская транскрипция названий // Лаборатория сравнительной планетологии ГЕОХИ, май 2005 г.(урыҫ.)
- ↑ Солнечная система / Ред.-сост. В. Г. Сурдин — М.: Физматлит, 2008. — С. 126. — 400 с. — ISBN 978-5-9221-0989-5.
- ↑ Неторопливая Венера, Lenta.ru (17.02.2012).
- ↑ Williams, David R. Venus Fact Sheet. NASA (April 15, 2005). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 12 октябрь 2007 тикшерелгән.
- ↑ Venus: Facts & Figures. NASA. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 12 апрель 2007 тикшерелгән.
- ↑ Space Topics: Compare the Planets: Mercury, Venus, Earth, The Moon, and Mars. Planetary Society. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 12 апрель 2007 тикшерелгән.