Уран (планета)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уран
«Вояджер-2» аппаратынан Уран фотоһы.
Открытие
Беренсе асыусы

Уильям Гершель

Асылған урыны

Бат, Бөйөк Британия

Асылған ваҡыты

13 марта 1781

Экзопланетаны табыу ысулы

күҙәтеү

Орбита характеристикалары

Эпоха: J2000

Перигелий

2 748 938 461 км
18,375 518 63 а. е.

Афелий

3 004 419 704 км
20,083 305 26 а. б.

Ҙур ярымкүсәр (a)

2 876 679 082 км
19,229 411 95 а. е.

Орбитаның эксцентриситеты (e)

0,044 405 586

Әйләнеүҙең сидерик периоды

30 685,4 көн

Әйләнеүҙең Синодик периоды

369,66 көн

Орбита тиҙлеге (v)

6,81 км/с

Уртаса аномалия;(Mo)

142,955717°

Ауышлығы (i)

0,772556°
6,48°<br / Ҡояш экваторына

Долгота восходящего узла (Ω)

73,989821°

Перицентр аргументы (ω)

96,541318°

Юлдаштары

27

Физик характеристикалар
Поляр ҡыҫылышы

0,02293

Экватор радиусы

25 559 км

Поляр радиусы

24 973 км

Өҫлөк майҙаны (S)

8,1156·109 км²

Күләме (V)

6,833·1013 км³

Массаһы (m)

8,6832·1025 кг
14,6 земных

Уртаса тығыҙлығы (ρ)

1,27 г/см³

Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g)

8,87 м/с² (0,886 g)

Икенсе космик тиҙлек (v2)

21,3 км/c

Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге

2,59 км/с
9 324 км/ч

Әйләнеү периоды (T)

0,71833 көн
17 сәғ 14 мин 24 с

Күсәр ауышлығы

97,77°

Прямое восхождение северного полюса (α)

17 сәғ 9 мин 15 с
257,311°

Төньяҡ полюс ауышлығы (δ)

−15,175°

Альбедо

0,300 (Бонд)
0,51 (геом.)

Күренгән йондоҙ дәүмәле

5,9— 5,32

Мөйөшсә диаметр

3,3"—4,1"

Температура
 
мин. сред. макс.
уровень 1 бара
76 K
0,1 бара (тропопауза)
49 К (−224 °C) 53 К (−220 °C) 57 К (−216 °C)
Атмосфера
Состав:

83±3 %Водород (H2)
15±3 %Гелий
2,3 %Метан
Лёд: аммиак
һыу
Аммоний гидросульфиды
метан

Ура́н (символы: ⛢) — Ҡояш системаһындағы планета, алыҫлығы буйынса Ҡояштан етенсе урында, диаметры буйынса өсөнсө, ауырлығы буйынса дүртенсе урында. Ерҙән күренмәй. Телескоп ярҙамында асылған беренсе планета[1]. 1781 йылдың 13 мартында инглиз ғалимы Уильям Гершель абайлап ала һәм Ҡояш системаһының сиген киңәйтә. Уға боронғо гректарҙың күк аллаһы Урандың исеме бирелә. Был асышҡа тиклем күҙетеүселәр уны нурһыҙ йондоҙ тип уйлаған була[2].

Башлыса водородтан һәм гелийҙанҙан торған газ гиганттары Сатурн менән Юпитерҙан айырмалы рәүештә Урандың һәм уға оҡшаш Нептундың эсендә металл водороды бөтөнләй юҡ, әммә юғары температуралы модификацияларында боҙ ифрат күп. Шул сәбәп буйынса белгестәр был ике планетаны айырым «боҙ гиганттары» категорияһына индерә. Уран атмосфераһының нигеҙен водород менән гелий тәшкил итә. Бынан тыш, унда метан һәм башҡа углеводород эҙҙәре табыла, шулай уҡ боҙ, ҡаты аммиак һәм водородтан болоттар ҙа бар. Ҡояш системаһында Уранда иң һалҡын планетар атмосфера, минималь температураһы — 49 К (-224 °C). Урандың болоттары ҡатмарлы ҡатламлы төҙөлөшкә эйә, унда һыу иң түбәнге ҡатламда, ә метан — юғарғы ҡатламда[3]. Урандың эсе, нигеҙҙә, боҙҙан һәм тау тоҡомдарынан тора.

Ҡояш системаһының газ гиганттарындағы кеүек үк, Уранда ҡулсалар системаһы һәм магнитосфера, бынан тыш уның 27 юлдашы бар. Урандың киңлектә билдәләнеше Ҡояш системаһындағы башҡа планеталарҙан айырыла — уның әйләнеү күсәре был планетаның Ҡояш тирәләй әйләнеү яҫылығына ҡарата бер ни тиклем «ҡырын» ята. Шуға күрә лә Уран Ҡояш тирәләй йә төньяҡ полюсы, йә көньяҡ полюсы, йә экваторы, йә урта киңлектәре менән алмашлап боролоп әйләнә.

1986 йылда Американың «Вояжер-2» йыһан аппараты Ергә Уранды бик яҡындан фотоға төшөрөп ебәрә. Һүрәттәрҙә башҡа планета-гиганттарға хас болоттар һыҙаттары менән атмосфера штромдары булмаған «күрмәлекһеҙ» планета күҙ алдына баҫа[4]. Әммә әле, Урандың көн менән төн тигеҙләнеү нөктәһенә яҡынлашыуына бәйле, планетала килеп тыуған миҙгел үҙгәрештәре һәм һауа торошоноң әүҙемләшеүе һыҙаттарын ерҙән күҙәтеү мөмкинлеге тыуҙы. Уранда 250 м/с (900 км/сәғ) тиҙлектәге ел булыуы ихтимал.

Планетаны асыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кешеләр Уильям Гершелгә тиклем дә Уранды күҙәтә, әммә уны йондоҙ тип уйлайҙар. Инглиз физик-астрономы Джон Флемстидтың яҙмаларын документлаштырылған иң тәүге яҙма мәғлүмәт тип һанарға кәрәк, ул уны 1690 йылда кәмендә 6 тапҡыр күҙәтә һәм Үгеҙ йондоҙлоғондағы 34-се йондоҙ булараҡ теркәп ҡуя. 1750 йылдан 1769 йылға тиклем француз астрономы Пьер Шарль ле Моньер Уранды 12 тапҡыр күҙәтә. Уға тиклем барлығы 1781 йылға тиклем Уран бөтәһе 21-се тапҡыр күҙәтелә[5].

Телескоп моделе, Уильям Гершель уның ярҙамында Уранды аса. Модель Бат ҡалаһында (Англия) Уильям Гершель музейында һаҡлана

Ошо хеҙмәте өсөн Гершель король Георг Өсөнсөнөң ғүмерлек стипендияһына (200 фунт стерлинг) лайыҡ була, әммә түбәндәге шарт менән: Гершель Виндзорға күсенергә тейеш, сөнки король ғаиләһе уның телескобынан күк йөҙөн күҙәтергә теләй[6].

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жозеф Лаланд планетаны уны асыусы хөрмәтенә «Гершель» тип атарға тәҡдим итә. Башҡа атамалар ҙа тәҡдим ителә: мәҫәлән, антик мифологиялағы алла Сатурн ҡатынының исеме Кибел[5]. Немец астрономы Иоганн Боде, ғалимдарҙан беренсе булып, грек пантеонының күк аллаһы хөрмәтенә планетаны Уран тип атарға тәҡдим итә, сөнки «Сатурн Юпитерҙың атаһы була, шуға ла яңы планетаны Сатурндың атаһы Уран хөрмәтенә атау дөрөҫ булыр»[6][7], тип иҫәпләй ул. Гершелдең вафатынан һуң бер йыл үткәс тә[8], 1823 йылда, ғилми эштә планетаның рәсми исеме Уран тип атала. Элекке «Georgium Sidus» исеме йәки «Георг» һирәкләп осрай, тик Бөйөк Британияла ғына 70 йыл дауамында планета элекке исеме менән йөрөтәлә. Ғәли йәнәптәренең «Nautical HM Almanac Office» Диңгеҙ альманахы нәшриәте 1850 йылда үҙенең исемлектәрендә Уран атамаһын нығытып ҡуйғандан һуң ғына планета аҙаҡ килеп Уран тип атала[7].

Ҡытай, япон, вьетнам һәм корея телдәренән һүҙмә-һүҙ тәржемәһе — планета «Йондоҙ/Күк батшаһы планетаһы»[9].

Орбитаһы һәм әйләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уран — ҡулсалары һәм юлдашиары

Планета Ҡояштан уртаса 19,1914 а. е. (2,8 млрд км) алыҫлыҡта ята. Уран Ҡояш тирәләй тулыһынса Ерҙәге 84 йыл эсендә әйләнеп сыға. Уран менән Ер араһындағы ара 2,6 млрд километрҙан 3,15 миллиард километрға[10] тиклем үҙгәреп тора. Орбитаның оло күсәре 19,229 а. е.-ға йәки 3 миллиард километрға тигеҙ. Бындай арала Ҡояш нурланышы интенсивлығы Ер орбитаһы нурланышынан 1/400 нисбәтендә тәшкил итә[11]. Тәүге тапҡыр Уран орбитаһы элементтарын 1783 йылда француз астрономы Пьер-Симон Лаплас иҫәпләп сығара, әммә ваҡыт үтеү менән планетаның күҙәтелгән тороштарын иҫәпләүҙәрҙә тап килмәүҙәрҙең булыуы асыҡлана. 1841 йылда британ Джон Кауч Адамс беренсе булып, иҫәпләүҙәрҙәге хаталар әлегә асылмаған планетаның гравитацияһы тәьҫире аҫтында тыуыуы ихтимал, тип фаразлай. 1845 йылда француз математигы Урбен Леверье Уран орбитаһы элементтарын иҫәпләү буйынса бойондороҡһоҙ эш башлай, ә 1846 йылдың 23 сентябрендә Иоганн Готфрид Галле яңы, аҙаҡ Нептун тип аталған планетаны Леверье атаған урында тип әйтерлек таба[12]. Уран үҙ күсәре тирәләй 17 сәғәт 14 минутта әйләнеп сыға. Әммә, башҡа планета-гиганттарҙағы кеүек үк, Уран атмосфераһының иң юғары ҡатламдарында күсәр тирәләй әйләнеү йүнәлешендә тиҙлеге 240 м/c тәшкил иткән бик көслө елдәр иҫә. Шулай итеп, көньяҡ киңлектең 60 градусына яҡыныраҡ күренгән ҡайһы бер атмосфера деталдәре планета тирәләй ни бары 14 сәғәттә әйләнеп сыға[13].

Әйләнеү күсәре ауышлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уран экваторы яҫылығы уның орбитаһы яҫылығына ҡарата 97,86° мөйөш менән ауышҡан — йәғни планета ретроград(ҡәҙимгесә) «ҡырын ятып, башын бер аҙ аҫҡа эйеп» әйләнә. Тимәк Урандан йыл миҙгелдәре Ҡояш системаһындағы башҡа планеталарҙағы кеүек алмашынмай. Башҡа планеталар өйөрсөк кеүек әйләнһә, Урандың әйләнеше тәгәрәп барған шарға оҡшаш. Ошондай аномаль әйләнеүҙе, ғәҙәттә, планета формалашҡан саҡта уның ҙур планетезималь менән бәрелешеү ихтималлығы менән аңлаталар[14]. Ҡояш торошо мәлендә планета полюстарының береһе Ҡояшҡа табан йүнәлтелгән була. Тик экватор эргәһендәге тар һыҙатта ғына көн менән төн тиҙ алмашына; шул уҡ ваҡытта унда Ҡояш, ерҙәге поляр киңлектәрендәге кеүек, горизонт өҫтөнән саҡ ҡына ҡалҡып тора. Ярты йыл үткәс, (Урандағы) хәл ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәрә: «поляр көн» ярымшарҙың икенсе ғына килә. Һәр плюс Ерҙәге 42 йыл буйы ҡараңғыла — артабан тағы 42 йыл Ҡояш яҡтыһы аҫтында була. Көн менән төн тигеҙләнгәндә Ҡояш Урандың экваторы «янында» тора һәм башҡа планеталарҙағы кеүек көн менән төн алмашына. 2007 йылдың 7 декабрендә Уранда көн менән төн тигеҙләнеше күҙәтелде.

Төньяҡ ярымшарҙың Йыл Көньяҡ ярымшарҙа
Ҡышҡы ҡояш торошо 1902, 1986 Йәйге ҡояш торошо
Яҙғы төндөң 1923, 2007 Көҙгө төндөң
Йәйге ҡояш торошо 1944, 2028 Ҡышҡы ҡояш торошо
Көҙгө төндөң 1965, 2049 Яҙғы төндөң

Күсәренең шундай ауышлығы арҡаһында Урандың поляр өлкәләре экваториаль өлкәләргә ҡарағанда йыл дауамында Ҡояштан энергияны күберәк ала. Әммә Урандың экватораль өлкәләрендә поляр өлкәләргә ҡарағанда йылыраҡ. Энергияның шулай бүленешенең механизмдары әлегә билдәһеҙ.

Күсәренең ғәҙәти булмаған торошта әйләнеүе лә әлегә фаразлана ғына. Әммә Ҡояш системаһы формалашҡан мәлдә Ер ҙурлығындағы протопланета, Уранға килеп барелеп, уның әйләнеү күсәрен үҙгәрткәндер, тигән фараз өҫтөнлөклө[15]. Күп кенә ғалимдар был фараз менән килешмәй, ул сағында, ти улар, ни эшләп Урандың бер генә айы ла ауыш орбита буйлап әйләнмәй? Тағы ла бер фараз: Урандың бик ҙур юлдашы миллион йылдар дауамында әйләнеү күсәрен урынынан ҡумшытҡан, ә һуңынан юғалған[16].

Күренеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылдан 2006 йылға тиклем Урандың күренгән йондоҙ дәүмәле +5,6m һәм +5,9m араһында тирбәлә, йәғни планетаны ябай күҙ менән күреү (яҡынса +6,0m)[17] мөмкин була. Төнөн, күк йөҙө асыҡ булғанда уранды ябай күҙ менән дә күрергә мөмкин, ә бинокль ҡулланғанда ҡала шарттарында ла ул күренә[18]. Телескоп объективының диаметры 25 см булған осраҡта Урандағы болоттар һәм уның эре юлдаштары (Титания һәм Оберон) да күренә[19].

Физик характеристикалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эске структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер һәм Урандың ҙурлығын сағыштырыу
Урандың эске төҙөлөшө

Уран — Ҡояш системаһындағыи планета-гиганттар араһында еңелерәк, ләкин Ерҙән 14,5 тапҡырға ауырыраҡ. Тығыҙлығы 1,270 г/см3, шуға ла Ҡояш системаһы планеталары араһында тығыҙлығы буйынса Сатурндан һуң икенсе урынға ҡуйыла[20]. Урандың радиусы Нептундыҡынан ҙурыраҡ булһа ла, массаһы бер аҙ кәмерәк[21], был факт уның, нигеҙҙә, һыу, аммиак һәм метан боҙҙарынан тороуын раҫлай[22]. Боҙҙарҙың массаһы, төрлө баһалар буйынса, 9,3-тән алып 13,5-кә тиклем ерҙәге массаныт әшкил итә[23]. Водород менән гелий дөйөм массаның бәләкәй генә өлөшөн тәшкил итә; ҡалған өлөшө тау тоҡомдарына тура килә (улар — планетаның йәҙрәһе, тигән фараз бар).

Урандың стандарт моделе, өс өлөштән тора, тип фаразлана: үҙәгендә — таш йәҙрә, уртала — боҙ ҡатламы, тышта — водород-гелий атмосфераһы[22]. Йәҙрәһе сағыштырмаса бәләкәй, боҙ мантияһы планетаның ҙур өлөшөн алып тора (дөйөм радиустың 60 процентын алып тора). Боҙ ҡабығы, ғәмәлдә боҙҙан түгел, ә эҫе, тығыҙ шыйыҡлыҡтан тора (һыу, аммиак һәм метан ҡатнашмаһы). Юғары электр үткәреүсәнлегенә эйә булған ошо шыйыҡсаны «аммиак һыуы океаны» тип тә атайҙар[24].

Эске йылылыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уран ҡулсалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урандың эске ҡулсаһы . Сағыу тышҡы ҡулса — ε ҡулсаһы, шулай уҡ башҡа һигеҙ ҡулсаһы ла күренә
Урандың ҡулсалары схемаһы

Урандың саҡ күренгән микрометрҙан метр өлөштәренә тиклемге диаметрҙағы ҡараңғы өлөшсәләрҙән торған ҡулсалар системаһы бар[4]. Был — Ҡояш системаһында табылған икенсе ҡулса системаһы (тәүгеһе Сатурндың ҡулсалар системаһы). Әлеге ваҡытта Уранда 13 ҡулса булыуы билдәле, иң сағыуы ε (эпсилон) . Урандың ҡулсалары, моғайын, ярайһы уҡ йәштер. Тимәк, ҡулсалар планета менән бергә барлыҡҡа килмәгән планеталарҙың ҡулсаһы менән бергә барлыҡҡа килгән. Бәлки, ҡулсалар элегерәк Урандың юлдаштарының береһе булғандыр, берәй күк есеме менән бәрелешкәндә йәки тулышыу көсөнән ыуалғандыр[25].

Уранды асҡан Уильям Гершелдең 1789 йылдың 22 февралендәге яҙмаһында ҡулсалар тураһында ла телгә алына. Күҙәтеүҙәренә яҙған иҫкәрмәләрендә ул Урандың ҡулсалары булыуы ихтимал тип фаразлай.. Шулай уҡ уларҙың ҡыҙыл төҫтә булыуы ихтималлығын да әйтеп үтә, уның был фаразы 2006 йылда Кека обсерваторияһында һуңғы ҡулсанан алдағыһын күҙәтеүҙәр мәлендә раҫлана. Уилям Гершелдең иҫкәрмәләре 1797 йылда Король йәмғиәте журналына барып эләгә. Әммә һуңынан, ике быуат дауамында тиерлек — 1797 йылдан алып 1979 йылға тиклем — әҙәбиәттә ҡулсалар бөтөнләй телгә алынмай, был, әлбиттә, ғалимдың хаталаныуын танырға хоҡуҡ бирә. Шуға ҡарамаҫтан, Гершелдең ярайһы уҡ теүәл итеп күргәндәрен тасуирлауы уның был күҙәтеүҙәрен һанға һуҡмай ҡалдырыу өсөн сәбәп була алмай[26].

Ер Урандың ҡулсалары яҫылығы аша үткәндә улар ҡабырға яҡтан күренә. 20072008 йылдарҙа быны күҙәтеү мөмкин булды[27].

Магнитосфераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урандың Магнитосфераһы, Вояжер-2 тикшеренеүҙәре,1986 йыл.

«Вояжер-2» менән тикшереү башланғанға тиклем Урандың магнит ҡырын үлсәү бер ҡасан да үткәрелмәй. 1986 йылда йыһан аппараты Уран орбитаһына инер алдынан, ул ҡояш еле йүнәлешенә тап килергә тейеш, тип фаразлана. Был осраҡта геомагнит полюстар эклиптика яҫылығында ятҡан географик полюстар менән тап килергә тейеш. «Вояжер-2» үлсәүҙәре Урандың бик үҙенсәлекле магнит ҡырына эйә булыуын раҫлай магнит ҡыры планетаның геометрик үҙәгенән түгел, ә әйләнеү күсәренә ҡарата 59 градусҡа ауышҡан яҫылыҡтан йүнәлтелә[28]. Ысынында магнит диполе планета үҙәгенән яҡынса 1/3-кә планета радиусынан көньяҡ полюсҡа табан шылған. Был ғәҙәти булмаған геометрия асимметрик магнит ҡырына булдыра, көньяҡ ярымшар өҫтөндәге көсөргәнешлек 0,1 гаусс тәшкил итә ала, ә төньяҡ ярымшарҙа ул 1,1 гауссҡа тиклем етергә мөмкин. Планета буйынса был күрһәткес уртаса 0,23 был гауссҡа тигеҙ (сағыштырыу өсөн, Ерҙең магнит ҡыры ике ярымшарҙа ла бер төрлө, магнит экваторы яҡынса «физик экваторға» тап килә). Урандың диполь моменты ерҙекенән 50 тапҡырға артығыраҡ[29]. Урандан тыш, ошондай ауыш магнит ҡыры Нептунда ла күҙәтелә — шуның менән бәйле, тип фаразлайҙар, бындай конфигурация боҙ гиганттарына хастыр. Теорияларҙың береһе был феноменды түбәндәгесә аңлата: ер төркөмөндәге планеталарҙа һәм башҡа планета-гиганттарҙа магнит ҡыры үҙәк йәҙрәлә барлыҡҡа килә, ә «боҙ гиганттарында» магнит ҡыры сағыштырмаса бәләкәй тәрәнлектә барлыҡҡа килә: мәҫәлән, шыйыҡ аммиак океанында, тотороҡло ҡатламлы структураһы булған, шыйыҡ эске өлөшөн уратып алған нәҙек конвектив ярыла барлыҡҡа килә магнит ҡыры[24][30].

Шуға ҡарамаҫтан, дөйөм төҙөлөшө буйынса Уран Ҡояш системаһы планеталары төҙөлөшө менән оҡшаш. Үҫешкән магнит ҡойроғо һәм радиация бүлкәттәре бар[28][29][31].Тотош алғанда Уран манитосфераһы буйынса Юпитерҙан айырылып тора һәм күберәк Сатурнды хәтерләтә. Планетаныэ магнит ҡойроғы миллиондарса саҡрымға һуҙыла һәм планетаның әйләненән кәкрәйгән. Магнит ҡырында ҙур яҫылыҡтар барлыҡҡа килтергән юлдаштары Урандың магнитосфераһында мөһим роль уйнай. Киҫәксәләр ағымы ярайһы уҡ юғары, улар 100 000 йыл дауамында айҙарының өҫтөн ҡараңғылап тороуы ихтимал. Бәлки, юлдаштарының һәм ҡулсалары киҫәксәләренең ҡараңғы төҫтө булыуы ла шунандыр. Уранда поляр балҡыш яҡшы үҫешкән[32]. Әммә Юпитерҙан айырмалы рәүештә Уранда поляр башҡыш термосфераны. энергетик балансы өсөн әллә ни мөһим түгел[33].

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атмосфераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урандың өҫтө ҡаты булһа ла, өҫтөндәге газға оҡшаш болоттарҙы уның атмосфераһы тип атайҙар[3]. Урандың атмосфераһы планетаның тыҡшы ҡатламынан баҫымы 100 бар һәм температураһы 320 K булғанда 300 км бейеклектә башлана[34]. «Атмосфера коронаһы»ның" радиусы "өҫтөнән 2 тапҡырға артығыраҡ һәм баҫымы 1 барға етә. Атмосфераны шартлы рәүештә өс өлөшкә бүлергә мөмкин: тропосфера (-300 км — 50 км; баҫымы — 100 — 0,1 бар), стратосфера (50 — 4000 км; баҫымы — 0,1 — 10−10 бар) һәм термосфера/атмосфера коронаһы (планета йөҙөнән 4000 — 50000 км). Уранда мезосфера юҡ.

Составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уран атмосферыһының составы, гелий һәм молекуляр водород миҡдары бик күп булыу сәбәпле, планетаның ҡалған өлөштәре составынан ярайһы уҡ ныҡ ҡына айырыла. Гелийҙың мольная доляһы (бөтә атомдар һәм молекулалар һанына ҡарата гелий атомдары һанының нисбәте) юғары тропосферала а 0,15 ± 0,03 тигеҙ һәм 0,26 ± 0,05 масса доляһына тап килә. Был һан гелийҙың йондоҙға ҡаршы масса доляһына бик яҡын (0,275 ± 0,01)[35]. Башҡа газ гиганттарындағы кеүек Уранда гелий планета үҙәгендә генә тупланмаған. Уран атмосфераһының өсөнсө өлөшө — метан (CH4). Спектрҙың ҡыҙыл өлөшөндә яҡтылыҡты йотоусы метандың булыуы планетаға йәшелле-зәңгәрле төҫ бирә[36]. Аммиак, һыу һәм көкөрлө водород кеүек әллә ни оса алмаған берләшмәләрҙең атмосфера эсендә барлығы йәки юҡлығы бик аҙ өйрәгелгән[3][37]. Бынан тыш, Урандың юғары ҡатламдарында этан (C2H6), метилацетилен (CH3C2H) һәм диацетилен (C2HC2H) эҙҙәре табыла[38][39]. Был углеводородтар, тип фаразлайҙар, метандың ҡояштың ультрафиолет радиацияһында фотолизы продукты булып тора. Спектроскопия шулай уҡ һыу пары, һөрөм һәм углекислый газдарҙың эҙҙәрен таба. Күрәһең, Уранға улар тышҡы сығанаҡтарҙан киләлер (мәҫәлән, эргәһенән осоп үткән кометаларҙан)[38][39][40].

Урандың барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлдаштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның иң ҙур юлдаштары. Һулдан уңға: Миранда, Ариэль, Умбриэль, Титания, оберондың иөғжизәле.

Уранды тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Асыштар хронологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дата Асыу Беренсе булып асыусы (асыусылар)
13 март 1781 Уран Уильям Гершель
11 ғинуар 1787 Титания һәм Оберон Уильям Гершель
22 февраль 1789 Гершель Уран ҡулсалары тураһында телгә ала Уильям Гершель
24 октябрь 1851 Ариэль һәм Умбриэль Уильям Лассел
16 февраль 1948 Миранда Койпер
10 март 1979 Урандың ҡулсалар системаһы тикшеренеүселәр төркөмө аса
30 декабрь 1985 Пак Синнот һәм «Вояжер-2» станцияһы
3 ғинуар 1986 Джульетта һәм Порция Синнот һәм «Вояжер-2» станцияһы
9 ғинуар 1986 Кресс Синнот һәм «Вояжер-2» станцияһы
13 ғинуар 1986 Дездемона, Розалинд һәм Белинда Синнот һәм «Вояжер-2» станцияһы
20 ғинуар 1986 Корделия һәм Офелия Террил һәм Вояжер-2
23 ғинуар 1986 Бианка Смит һәм «Вояжер-2» станцияһы
6 сентябрь 1997 Калибан һәм Сикоракс тикшеренеүселәр төркөмө аса
18 май 1999 Пердита Каркошка һәм «Вояжер-2» станцияһы (1986 йылдың 18 ғинуарындәғы һүрәттәр буйынса )
18 июль 1999 Сетебос, Стефано һәм Просперо тикшеренеүселәр төркөмө аса
13 август 2001 Тринкуло, Фердинанд һәм Франциско тикшеренеүселәр төркөмө аса
25 август 2003 Маб һәм Купидон Шоуолтер һәм Лизёр
29 август 2003 Маргарита Шеппард һәм Джуитт
23 август 2006 Урандағы ҡара тап Хаббл ис. йыһан телескобы һәм тикшеренеүселәр төркөмө

Автоматик планета-ара станциялар менән тикшереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уран һүрәте, «Вояжер-2» Нептунға «йүнәлгәндә»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Образовательная Интернет программа MIRA, раздел об Уране. Monterey Institute for Research in Astronomy. Дата обращения: 27 август 2007. Архивировано 11 август 2011 года.
  2. MIRA's Field Trips to the Stars Internet Education Program. Monterey Institute for Research in Astronomy. Дата обращения: 27 август 2007. Архивировано 11 август 2011 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 Lunine, Jonathan. I. The Atmospheres of Uranus and Neptune (инг.) // Annual Review of Astronomy and Astrophysics (инг.)баш.. — Annual Reviews, 1993. — Т. 31. — С. 217—263. — DOI:10.1146/annurev.aa.31.090193.001245
  4. 4,0 4,1 Smith, B.A.; Soderblom, L.A.; Beebe, A.; et al. Voyager 2 in the Uranian System: Imaging Science Results (инг.) // Science : journal. — 1986. — Т. 233. — С. 97—102.
  5. 5,0 5,1 Elkins-Tanton L. T. Uranus, Neptune, Pluto, and the Outer Solar System. — New York: Chelsea House, 2006. — P. 5. — (The Solar System). — ISBN 0-8160-5197-6.
  6. 6,0 6,1 Miner p. 12
  7. 7,0 7,1 Mark Littmann. Planets Beyond: Discovering the Outer Solar System. — 2004. — P. 10–11. — ISBN 0-486-43602-0.
  8. Friedrich Magnus Schwerd Opposition des Uranus 1821 (инг.) // Astronomische Nachrichten. — Wiley-VCH. — Т. 1. — С. 18—21.
  9. Asian Astronomy 101 (mis) // Hamilton Amateur Astronomers. — 1997. — Т. 4. — № 11. Архивировано из первоисточника 18 октябрь 2012.
  10. Uranus/Earth Comparison
  11. Next Stop Uranus (1986). Дата обращения: 9 июнь 2007. Архивировано 11 август 2011 года.
  12. Mathematical discovery of planets (1996). Дата обращения: 13 июнь 2007. Архивировано 11 август 2011 года. 2015 йыл 12 июнь архивланған.
  13. Uranus (2004). Дата обращения: 9 июнь 2007. Архивировано 11 август 2011 года. 2010 йыл 27 декабрь архивланған.
  14. Elkins-Tanton L. T. Uranus, Neptune, Pluto, and the Outer Solar System. — New York: Chelsea House, 2006. — P. 9. — (The Solar System). — ISBN 0-8160-5197-6.
  15. Jay T. Bergstralh, Ellis Miner, Mildred Matthews. Uranus. — 1991. — P. 485–486.
  16. Правда. Ru Наука и техника.
  17. Fred Espenak. Twelve Year Planetary Ephemeris: 1995 - 2006 (2005). Дата обращения: 14 июнь 2007. Архивировано 5 декабрь 2012 года. 2012 йыл 5 декабрь архивланған.
  18. NASA's Uranus fact sheet. Дата обращения: 13 июнь 2007. Архивировано 11 август 2011 года.
  19. Gary T. Nowak. Uranus: the Threshold Planet of 2006 (2006). Дата обращения: 14 июнь 2007. Архивировано 11 август 2011 года. 2012 йыл 8 февраль архивланған.
  20. Jacobson, R.A.; Campbell, J.K.; Taylor, A.H.; Synnott, S.P. The masses of Uranus and its major satellites from Voyager tracking data and Earth-based Uranian satellite data (инг.) // The Astronomical Journal : journal. — IOP Publishing (инг.)баш., 1992. — Т. 103. — № 6. — С. 2068—2078. — DOI:10.1086/116211
  21. Seidelmann, P. Kenneth; Archinal, B. A.; A’hearn, M. F.; et al. Report of the IAU/IAGWorking Group on cartographic coordinates and rotational elements: 2006 (инг.) // Celestial Mech. Dyn. Astr. : journal. — 2007. — Т. 90. — С. 155—180. — DOI:10.1007/s10569-007-9072-y
  22. 22,0 22,1 Podolak, M.; Weizman, A.; Marley, M. Comparative model of Uranus and Neptune (mis) // Planet. Space Sci.. — 1995. — Т. 43. — № 12. — С. 1517—1522.
  23. Podolak, M.; Podolak, J.I.; Marley, M.S. Further investigations of random models of Uranus and Neptune (инг.) // Planet. Space Sci. : journal. — 2000. — Т. 48. — С. 143—151.
  24. 24,0 24,1 Atreya, S.; Egeler, P.; Baines, K. Water-ammonia ionic ocean on Uranus and Neptune? (mis) // Geophysical Research Abstracts. — 2006. — Т. 8. — С. 05179.
  25. Esposito, L. W. (инг.)баш. Planetary rings (mis) // Reports On Progress In Physics. — 2002. — Т. 65. — С. 1741—1783.
  26. dePater, Imke; Hammel, Heidi B.; Gibbard, Seran G.; Showalter Mark R. New Dust Belts of Uranus: Two Ring, red Ring, Blue Ring (инг.) // Science : journal. — 2006. — Т. 312. — С. 92—94. — DOI:10.1126/science.1125110
  27. Imke de Pater, H. B. Hammel, Mark R. Showalter, Marcos A. Van Dam. The Dark Side of the Rings of Uranus // Science. — 2007. — Vol. 317. — P. 1888—1890. — Bibcode2007Sci...317.1888D
  28. 28,0 28,1 Ness, Norman F.; Acuna, Mario H.; Behannon, Kenneth W.; et al. Magnetic Fields at Uranus (инг.) // Science. — 1986. — Т. 233. — С. 85—89.
  29. 29,0 29,1 Russell, C.T. Planetary Magnetospheres (mis) // Rep. Prog. Phys.. — 1993. — Т. 56. — С. 687—732.
  30. Stanley, Sabine; Bloxham, Jeremy Convective-region geometry as the cause of Uranus’ and Neptune’s unusual magnetic fields (инг.) // Letters to Nature : journal. — 2004. — Т. 428. — С. 151—153. — DOI:10.1038/nature02376 Архивировано из первоисточника 7 август 2007.
  31. Krimigis, S.M.; Armstrong, T.P.; Axford, W.I.; et al. The Magnetosphere of Uranus: Hot Plasma and radiation Environment (инг.) // Science : journal. — 1986. — Т. 233. — С. 97—102.
  32. Herbert, Floyd; Sandel, Bill R. Ultraviolet Observations of Uranus and Neptune (mis) // Planet. Space Sci.. — 1999. — Т. 47. — С. 1119—1139.
  33. Lam, Hoanh An; Miller, Steven; Joseph, Robert D.; et.al Variation in the H+3 emission from Uranus (инг.) // The Astrophysical Journal : journal. — IOP Publishing (инг.)баш., 1997. — Т. 474. — С. L73—L76. — DOI:10.1086/310424
  34. dePater, Imke; Romani, Paul N.; Atreya, Sushil K. Possible Microwave Absorption in by H2S gas Uranus’ and Neptune’s Atmospheres (инг.) // Icarus (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 1991. — Т. 91. — С. 220—233. — DOI:10.1016/0019-1035(91)90020-T
  35. Lodders, Katharin Solar System Abundances and Condensation Temperatures of the Elements (инг.) // The Astrophysical Journal : journal. — IOP Publishing (инг.)баш., 2003. — Т. 591. — С. 1220—1247. — DOI:10.1086/375492
  36. Elkins-Tanton L. T. Uranus, Neptune, Pluto, and the Outer Solar System. — New York: Chelsea House, 2006. — P. 13. — (The Solar System). — ISBN 0-8160-5197-6.
  37. dePater, Imke; Romani, Paul N.; Atreya, Sushil K. Uranius Deep Atmosphere Revealed (инг.) // Icarus (инг.)баш.. — Elsevier, 1989. — Т. 82. — № 12. — С. 288—313. — DOI:10.1016/0019-1035(89)90040-7
  38. 38,0 38,1 Burgorf, Martin; Orton, Glenn; van Cleve, Jeffrey; et al. Detection of new hydrocarbons in Uranus' atmosphere by infrared spectroscopy (инг.) // Icarus (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 2006. — Т. 184. — С. 634—637. — DOI:10.1016/j.icarus.2006.06.006
  39. 39,0 39,1 Encrenaz, Therese ISO observations of the giant planets and Titan: what have we learnt? (инг.) // Planet. Space Sci. : journal. — 2003. — Т. 51. — С. 89—103. — DOI:10.1016/S0032-0633(02)00145-9
  40. Encrenaz, Th.; Lellouch, E.; Drossart, P. First detection of CO in Uranus (mis) // Astronomy&Astrophysics. — 2004. — Т. 413. — С. L5—L9. — DOI:10.1051/0004-6361:20034637

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус телле һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

яңылыҡтарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инглиз теле һылтанмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәҡдим ителгән мәҡәләләр arXiv.org[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сайты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңылыҡтарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]