Япон теле
| Япон теле | |
| Үҙенә үҙе биргән исем: |
日本語 |
|---|---|
| Илдәр: | |
| Рәсми статусы: | |
| Идара итеүсе ойошма: |
юҡ, Япония хөкүмәте ҙур йоғонто яһай |
| Был телдә һөйләшеүселәр һаны: |
125 млн |
| Рейтинг: |
9 |
| Классификация | |
| Категория: | |
| Имлә: | |
| Тел коды | |
| ГОСТ 7.75–97: |
япо 870 |
| ISO 639-1: |
ja |
| ISO 639-2: |
jpn |
| ISO 639-3: |
jpn |
| Ҡарағыҙ: Проект:Лингвистика | |
Япон теле (үҙ атамаһы 日本語, нихонго ) — япондарҙың теле, Японияның рәсми[1] дәүләт теле. 140 миллионға яҡын кеше япон телендә ирекле аралаша, 125 млн кеше өсөн ул туған тел (донъяла 9-сы урын).
Башҡа телдәр араһында япон теленең аналогы юҡ, иң яҡын булыу сәбәпле аны Алтай телдәренә кертәләр.
Япон теле — идеография һәм ижек фонографияһын берләштергән оригинал яҙыулы агглютинатив тел.
Йөкмәткеһе |
Таралыу географияһы [үҙгәртергә]
Япон теллеләрҙең күпселеге Япон архипелагында йәшәй. Элек Япония яулаған ерҙәрҙә лә япон теле ҡулланыла (Корея, Тайвань, Ҡытай өлөшө). Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала япон эмигранттары әлеге телдә аралаша. Шулай уҡ телде Азия һәм Океанлыҡ мәктәптәрендә өйрәнәләр.
Аниме тип аталған жанр тәҫъирендә бөтөн донъяла япон теле ҙур популярлыҡ яуланы һәм әүҙем өйрәнелә.
Диалекттар [үҙгәртергә]
Японияның географик үзенсәләктәр сәбәпле япон теленең тиҫтәләп диалекты бар. Алар һүҙлек составы, морфология, ҡайһы бер осраҡтарҙа һөйләм буйынса айырыла. Иң киң таралған диалекттар араһында ҡансай-бэн (関西弁), тохоку-бэн (東北弁) һәм канто-бэн (関東弁) кеүек диалекттарнын атап була.
Һәр япон стандарт япон телен белә, ләкин йыраҡ диалекттар вәкилдәре бер-берһен аңламауы мөмкин.
Яҙыу [үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡарағыҙ [үҙгәртергә]
- Һөйләшеүселәр һаны буйынса телдәр исемлеге
- Телдәрҙең Интернетта ҡулланылышы
- Киң таралған телдәр исемлеге
- Алтай телдәре
- Япония
Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]
- ↑ Японияла дәүләт теле статусы Конституцияла, ҡанундарҙа теркәлмәгән
Һылтамалар [үҙгәртергә]
- Русса-японса, японса-русса онлайн һүҙлек (урыҫ.)
- Япон теле дәрестәре (урыҫ.)
- Японсылар өсөн файҙалы һылтамалар йыйынтығы (урыҫ.)
| Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк. |