Галилео Галилей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Галилео Галилей
Galileo Galilei
Galileo.arp.300pix.jpg
Тыуған:

15 февраль 1564(1564-02-15)

Тыуған урыны:

Пиза, Герцогство Флоренция

Үлгән:

8 ғинуар 1642(1642-01-08)

Вафат урыны:

Арчетри, Великое герцогство Тосканское

Фәнни даирә:

Ҡалып:Астроном, Ҡалып:Физик, философ, математик

Имзаһы

Подпись

Галилео Галилей (итал. Galileo Galilei; тулы исеме: Галилео ди Винченцо Бонайути де Галилей (итал. Galileo di Vincenzo Bonaiuti de' Galilei). 1564 йылдың 15 февралендә Пизала тыуған — 1642 йылдың 8 ғинуарында Арчетрила вафат булған) — Италия физигы, механигы, астрономы, фәйләсуфы һәм математигы. Үҙ ваҡытының фәнни үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Беренсе булып күк йөҙө есемдәрен күҙәтеү өсөн телескоп ҡулланған һәм бик мөһим астрономия асыштарын эшләгән. Үҙ хеҙмәттәрендә Аристотелдең метафизикаһынан баш тарта һәм экспериментлы физикаға нигеҙ һала.

Ул доньяның гелиоцентризм теорияһын яҡлай һәм шул сәбәпле католик сиркәү менән етди конфликта була.

Биографияһы[үҙгәртергә]

Бала сағы[үҙгәртергә]

Галилей 1564 йылда Италияла урынлашҡан Пиза ҡалаһында билдәле, әммә фәҡирләшкән композитор Винченцо Галилей (1520—1591) ғаиләһендә тыуа. Галилейҙың нәҫеле XIV быуаттан уҡ мәғлүм. Уның бер нисә тура ата-бабаһы Флорентий дәүләтенең етәкселәре булған; бер бабаһы — шулай уҡ Галилео исемле мәшһүр табиб, 1445 йылда хатта дәүләт башлығы булып һайлана.

Винченцо Галилей һәм Джулия Амманнати ғаиләһендә алты бала була, бары тик дүрте генә өлкән йәшкә етә: Галилео (баш бала), Вирджиния һәм Ливия исемле ҡыҙҙар һәм кинйә малай Микеланджело. Микеланджело үҫкәс атаһы кеүек лютна өсөн яҙыусы мәшһүр композитор булып китә.

Галилейҙың йәш сағы тураһында мәғлүмәт аҙ. Йәш саҡтан малай сәнғәткә тартыла. Ғүмер буйы ул музыканы һәм рәсемдәр төшөрөүҙе ярата.

Башланғыс белемде Галилей яҡындағы Валломброза исемле монастырҙа ала. Ул бик ныҡ уҡырға ярата, синыфта иң яҡшы уҡыусылар араһында тора. Галилей христиан дине әһеле булырға теләгән, ләкин атаһы уға рөхсәт итмәй.

1581 йылда Галилей атаһының кәңәшен тыңлап, табиблыҡҡа өйрәнеү өсөн Пиза университетына килә. Студент булып өс йылдан кәмерәк уҡый, шул осорҙа уҡ боронғо фәлсәфәселәр һәм математиктар китаптары менән таныша, уҡытыусылар араһында еңелмәҫлек бәхәссе булып таныла. Шул ваҡытта рәсми тыйылған Коперник теорияһы менән таныша.

Тиҙҙән атаһының финанс хәле насарая, улының уҡыуы өсөн түләй алмай. Галилейға бушлай уҡырға рөхсәт һорап ҡарай (һәләтле уҡыусыларға ундай ташламалар булған); үтенесе кире ҡағылып, Галилей ғилми дәрәжә алмайынса Флоренцияға ҡайтырға мәжбүр була. Бәхетенә, ул уйлап сығарыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Пиза профессорҙары араһында маркиз Гвидобальдо дель Монте уның һәләтен айырмалы рәүештә баһалай. Ул Архимед заманынан донъяла бындай даһи гений юҡ, тип иҫәпләй. Йәш кешенең ғәжәп һәләтенә һоҡлана, уның бағымсыһы була һәм герцог Фердинандтан түләүле ғилми вазифа урынына үтенес һорай. Тиҙҙән 1589 йылда Галилео Пиза университетына математика профессоры булып килә.

1591 йылда уның атаһы вафат була, һәм ғаиләне аҫрау бурысы Галилейға күсә. Беренсе сиратта ул кесе һеңлеһенең тәрбиәһен ҡайғыртырға тейеш була.

1592 йылда Галилей бай һәм абруйлы Падуя университетында дәрәжәле урын алып, астрономия, механика, математика фәндәрен уҡыта башлай.

Падуя, 1592—1610[үҙгәртергә]

Падуяла торған осоро — Галилейҙың фәнни эшмәкәрлегендә иң юғары нөктәһе. Ул урындағы университетта билдәле профессор булып китә. Студенттар өйөрө менән уның лекцияларына йөрөйҙәр. Ғалим туҡтауһыҙ Венеция хөкүмәтенең төрлө техник ҡоролмалар эшләүгә йомошон үтәй.

Ошо йылдарҙа «Механика» трактатын яҙа, был китап ҡыҙыҡһыныу уята һәм француз телендә баҫылып сыға. Есемдәрҙең ергә ирекле төшөүен һәм маятник хәрәкәте теорияһын яҙа.

Голландияла күҙәтеү торбаһын уйлап сығарғандарын белгәс, үҙ ҡулдары менән телескоп эшләй һәм күккә төбәп ҡарай. Ул Айҙа тауҙар барлығын аса, Һөт юлы айырым йондоҙҙарҙан торғанын күрә. Юпитерҙың 4 юлдашы барлығын аса.

Галилей телескопы (хәҙерге заман копияһы)

Үҙенең тәүге асыштарын, 1610 йылда Флоренцияла сыҡҡан «Йондоҙҙар хәбәрсеһе» (лат. Sidereus Nuncius) китабында яҙа. Китап шаҡ ҡатырғыс уңышҡа эйә була, хатта тәхеттә ултырған заттар ҙа үҙҙәренә телескоп эшләтеп алалар. Бер нисә телескопты Галилей Флоренцияның сенатына бүләк итә, ихтирам йөҙөнән сенат Галилейҙы ғүмерлеккә профессор итеп тәғәйенләй. 1610 йылда Галилейҙың асыштарын Рим астрономы Клавиус раҫлай. Галилей билдәле ғалим булараҡ бөтә Европала абруй ҡаҙана. Асыштар менән ҡәнәғәтһеҙҙәр ҙә була. Ҡайһы бер астрологтар һәм врачтар яңы күк есемдәре «астрология өсөн хәүефле» һәм ғәҙәттәге астрологик алымдар нигеҙенән емереләсәк, тип иҫәпләй.

Флоренция, 1610—1632[үҙгәртергә]

Герцог Козимо II һарайында Галилеоның бурыстары ауыр булмай — ул герцогтың улдарын уҡытырға һәм герцог үткәргән сараларҙа кәңәшсе һәм вәкил булып ҡатнашырға тейеш була.

Галилео фәнни тикшеренеүен дауам итә һәм Венера фазаларын, Ҡояш таптарын, Ҡояштың үҙ күсәре тирәләй әйләнеүен аса. Үҙенең уңыштарын (айырым осраҡта өҫтөнлөгөн) бәйләнсек стилдә яҙып сыға, һәм үзенә дошмандар булдыра.

Коперникты яҡлау[үҙгәртергә]

Ҡайһы бер профессор һәм дини әһелдәргә Галилеоның тәҫьире үҫеүе, уның фекер йөрөтөүе Аристотель тәғлимәттәренә ҡаршы булыуы оҡшамай һәм улар агрессив ойошмаға берләшәләр. Уларға бигерәк тә изге яҙмаларға ҡаршы булған донъяның гелиоцентрик системаһы оҡшамай.

1611 йылда Галилей Римға юллана, унда Рим Папаһына коперниканлыҡ католицизмға ҡаршы килмәй, тип иҫбатларға тырыша. Папа Павел V уны бик йылы ҡабул итә. Һаҡлыҡ менән генә аңлатмалар биреп, үҙенең телескопын күрһәтә. Кардиналдар күккә ҡарау гонаһ түгелме икәнлеген асыҡлау өсөн комиссия төҙөй һәм «ҡарарға мөмкин» тигән фекергә киләләр. Был ваҡытта Рим астрономдары Венераның Ер тирәләй әйләнәме, әллә Ҡояш тирәләйме икәнен асыҡлау өсөн фекер алыша (Венера фазалары алышыныу иһә икенсе фекерҙе айырым-асыҡ иҫбатлай).

1613 йылда Галилей «Ҡояштағы таптар тураһында яҙмалар» китабын сығара. Был китапта ул асыҡтан-асыҡ Коперник системаһын яҡлай.

1615 йылдың 25 февралендә Рим инквизицияһы Галилейҙы ерестә ғәйепләп үзенең эшен башлай. Үҙенең рухи монополияһын һаҡлау өсөн, католик сиркәү ҙә копениканлыҡты тыя.

1616 йылдың 5 мартында Рим рәсми рәүештә гелиоцентризмды хәүефле ересь тип эдикт сығара. Галилей сиркәү тыйыуы менән килешә алмай, һәм был тыйыуҙы боҙмай ғына дөрөҫлөктө яҡлау юлын эҙләй. Флоренцияға ҡайтып, төрлө ҡараштағы фекерҙәрҙе йыйып, китап сығара. Китап өҫтөндә ул 16 йыл эшләй.

Яңы механиканы булдырыу[үҙгәртергә]

1616 йылғы хәл иткес декреттан һуң Галилей ғаләмдең дөйөм төҙөлөшөн һүрәтләгән Аристотель тәғлимәттәрен тәнҡитләй. 1623 йылда «Һанап ҡарау оҫтаһы» (итал. Пробирных дел мастер, итал. Il Saggiatore) китабы сыға.

1624 йылда Урбан VIII исемле Рим Папаһы булып Галилеоның дуҫы Маттео Барберини һайлана. Галилео уның янына килеп 1616 йылғы эдиктты ғәмәлдән сығарыуын һорай. Урбан VIII уны бик йылы ҡабул итә, бүләктәр, маҡтау һүҙҙәре әйтә. Тик төп мәсьәләне хәл итмәй ҡалдыра.

Был эдикт ике быуаттан һуң — 1818 йылда юҡҡа сығарыла.

«Инголиға хат»ында ул «Ниндәйҙер нөктә йыһандың үҙәге тип табылһа, был нөктә, Ер түгел, Ҡояш буласаҡ» тип белдерә. Бынан тыш Ай, Ер һәм башҡа планеталарҙың тартыу көсө бар тип белдерә. Механикала инерцион системала сағыштырыу принципын асыҡлап бирә. «Әгәр кораблде хәрәкәткә килтерһәк, уның тиҙлеге үҙгәрешһеҙ булһа, уның тиҙлеген берәү ҙә һиҙмәйәсәк», тип яҙа.

Католик сиркәүе менән ҡаршылыҡ[үҙгәртергә]

1632 йылда, 30 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе булып, Галилеоның «Птолемей һәм Коперник — ике ғәләм системаһы тураһында һөйләшеү» исемле китабы донъя күрә. Китап өс һәүәҫкәр фәнде яратыусының (коперниксы Сальвиати, нейтраль ҡатнашыусы Сагредо һәм Аристотель һәм Птолемей яҡлы Симпличио) һөйләшеүе формаһында яҙылған. Биографтар бер ҡатлы Симпличиола Рим Папаһы үҙен таныған һәм ярһыған, тип билдәләй. Бер нисә айҙан китап тыйыла, Галилеоны ерестә ғәйепләп Римға Инквизиция хөкөмөнә саҡыралар.

Беренсе һорау алыуҙан һуң Галилео ҡулға алына һәм 18 көнгә төрмәгә ябыла. Бындай йомшаҡлыҡ Галилеоның үҙ ғәйебен танып үтенес һорарға ризалығы менән аңлатыла.

Инквизицияның өс эксперты китап тыйыуҙы боҙа тигән һығымтаға киләләр.

Һөҙөмтәлә ғалим һайлау алдына ҡуйыла: ул үҙенең «яңылышыуҙарынан» баш тарта һәм үтенес һорай, йә иһә уны Джордано Бруно кеүек инквизиция ҡорбандары яҙмышы көтә.

Хөкөм уны еретик түгел, ә ересь булмауы шикле кеше тип ҡарар сығара. Бындай ҡарар уны утта яндырыуҙан ҡотҡара. Хөкөм ҡарары иғлан ителгәс, Галилео тубыҡланып ҡағыҙҙан ваз кисеү яҙыуын уҡып ишеттерә. Рим Папаһы әмере менән был ҡарар католик Европаның бөтә университеттарына ебәрелә.

Һуңғы йылдары[үҙгәртергә]

Папа уны төрмәлә оҙаҡ тотмай. Биш айҙан һуң тыуған иленә ҡайтырға рөхсәт ителә. Ул ҡыҙҙары йәшәгән Арчетрила урынлаша. Ҡалған көндәрен өйҙә һаҡ аҫтында, инквизиция күҙәтеүе аҫтында үткәрә.

Галилео Галилей 1642 йылдың 8 ғинуарында, 78 йәшендә вафат була.

1979 йылдан башлап 1981 йылға тиклем Рим Папаһы Ионн Павел II башланғысы менән Галилеоны аҡлау буйынса комиссия эшләй.

1992 йылдың 31 октябрендә Папа Ионн Павел II, ғалимды Коперник тәғлимәтенән көсләп баш тартырға мәжбүр иткәндәр, 1633 йылғы инквизиция хаталанған тип, рәсми белдереү яһай.

Мифтар һәм версиялар[үҙгәртергә]

«Ул барыбер әйләнә!»[үҙгәртергә]

Бөтәһенә мәғлүм булған риүәйәт: Галилей сиркәү алдында хөкөм ҡарары буйынса ваз кисеүенән һуң, "Ул барыбер әйләнә!" тип әйткән, ләкин быны дәллиләгән факттар юҡ. Был мифты журналист Джузеппе Баретти 1757 йылда яҙып сығарған.

Галилей һәм Пиза башняһы[үҙгәртергә]

Риүәйәттәрҙә Галилей Пиза башняһының ауыу тиҙлеген үлсәгән тип һөйләнә. Галилей ысынлап та бындай эксперименттәр эшләгән, ләкин уларҙың Пиза башняһына ҡағылышы юҡ.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Оригинал телендә[үҙгәртергә]

Шулай ук ҡара[үҙгәртергә]

Һылтамалар[үҙгәртергә]