Архимед

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Архимед
Αρχιμήδης
Domenico-Fetti Archimedes 1620.jpg
Тыуған:

287 йыл б. э. т.(-287)

Тыуған урыны:

Сиракузы

Үлгән:

212 йыл б. э. т.(-212)

Вафат урыны:

Сиракузы

Фәнни даирә:

Математика, механика, инженерия

Архиме́д (Ἀρχιμήδης; беҙҙең эраға тиклем 287 йылда тыуған — беҙҙең эраға тиклем 212 йылда вафат булған) — Сиракуздан боронғо грек математигы, физигы, механигы и инженеры. Геометрияла бик күп асыштар эшләгән. Механика, гидростатикаға нигеҙ һалған, бер нисә асыштың авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә]

Архимед тормошо тураһында мәғлүмәтте Полибий, Тит Ливий, Цицерон, Плутарх, Витрувий һәм башҡалар яҙып ҡалдырған. Улар үҙҙәре яҙған ваҡиғаларҙан күпкә һуңыраҡ йәшәгән, һәм шуға күрә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн билдәләү мөмкин түгел.

Архимед грек колонияһы булған Сицилия утрауында Сиракузда тыуған. Плутарх билдәләүенсә, Архимедтың атаһы, математик һәм астроном Фидий — Сиракуз залимы Гиерон батшаның яҡын туғаны булған. Атаһы улына бала саҡтан уҡ механика, математика һәм астрономияға һөйөү тәрбиәләгән. Архимед ул заманда Мысырҙың фәнни һәм мәҙәни үҙәге булған Александрияға уҡырға китә.

Александрия[үҙгәртергә]

Александрияла Архимед билдәле ғалимдар астроном Конон, төрлө яҡлы ғалим Эратостафан менән таныша, улар менән ғүмеренең аҙағына тиклем хат алыша. Ул ваҡытта Александрия үҙенең 700 меңдән ашыу ҡулъяҙма йыйылған китапханаһы менән дан тота.

Архимед ошонда үҙенең әҫәрҙәрендә телгә алған Демокрит, Евдокс һәм башҡа грек геометрия белгестәре хеҙмәте менән танышҡандыр, моғайын.

Уҡып бөткәс, Архимед Сицилияға ҡайта. Бында уны иғтибар менән солғап алалар һәм ул мохтажлыҡ кисермәй. Күп йылдар үткәнгә күрә, уның тормошо легендалар менән буталып бөтә.

Легендалар[үҙгәртергә]

Архимед Ер шарын күсерә

Замандаштарын шаҡ ҡатырғыс асыштары менән таң ҡалдырғаны өсөн үҙе йәшәгән ваҡытта уҡ уның тураһында легендалар сығаралар.

Архимед батша Гиерондың тажы таҙа алтындан эшләнгәнме, әллә ювилер уға көмөш ҡушҡанмы икәнен билдәләй алғаны тураһында хикәйәт бар. Алтындың сағыштырмаса ауырлығы билдәле була. Әммә таждың күләмен, формаһы дөрөҫ булмағанға күрә, билдәләү мөмкин булмай!

Archimedes bath.jpg

Архимед был мәсьәлә тураһында оҙаҡ уйлана. Ваннала йыуынған ваҡытта уның башына иҫ киткес уй килә. Тажды һыуға сумырһаҡ, ҡыҫып сығарылған һыуҙың күләме таждың күләменә тигеҙ икәнен аңлай[1]. Легенда буйынса, Архимед шәрә килеш «Эврика!» (εύρηκα — таптым) тип урамға йүгереп сыға. Ошо ваҡытта гидростатиканың төп законы — Архимед законы асыла.

Архимед алтын таждың һыуҙағы ауырлығын, бәлки, ошолай билдәләгәндер.
Көҙгөләр ярҙамында ҡояш нурҙарын йыйыу.

Икенсе легенда буйынса, Мысыр батшаһы Птоломейға Гиерон бүләк итеп төҙөткән «Сиракузия» кораблен эшләп бөткәс, бер нисек тә һыуға төшөрөп булмай икән. Архимед тиҙ генә блоктар системаһын ҡора һәм был эште бер ҡулы генә менән башҡара. Легенда буйынса, Архимед шул ваҡытта «Миңә таяныу урыны бирегеҙ, һәм мин Ерҙе күсерәм» (ингл. «Give me a place to stand on, and I will move the Earth», урыҫ. «Дайте мне точку опоры, и я сдвину Землю»), тип әйтә.

Сиракуз ҡамауҙа[үҙгәртергә]

Архимедтың инженер даһилығы беҙҙең эраға тиклем 212 йылда Рим менән Карфоген араһындағы һуғышта римлеләр Сиракузды ҡамап алғанда асыла.[2]. Ә был ваҡытта ул 75 йәшлек ҡарт була! Архимед эшләгән көслө таш атыу машиналары Рим ғәскәренә таш яуҙыра. Римлеләр ҡала ситендә хәүефһеҙ булыр тип уйлап, стенаға яҡыныраҡ киләләр. Бәләкәйерәк таш атыусы машиналар яҡын араға таш яуҙыра. Көслө крандар кораблдәрҙе эләктереп алып, өҫкә күтәреп һыуға ырғыта, кораблдәр түңкәреләләр һәм баталар.[3].

Римлеләр ҡаланы ҡаты һөжүм менән алып булмас, ҡамауҙа тоторға булалар. «Римлеләр ҡаланы алыр ине, әгәр бер ҡартты юҡ итһәләр. Бына шундай бер эшкә йүнәлтелгән бер кешенең ғәжәйеп көсө һәм һәләте», тип яҙа боронғо тарихсы Полибий.

Ҡояш нурҙары менән кораблдәрҙе яндырыу.

Ҡамау ваҡытында ла Архимед римлеләргә тынғы бирмәй. Легенда буйынса, ҡаланы һаҡлаусылар ялтыратылған ҡалҡан һәм көҙгөләр ярҙамында ҡояш нурҙарын Рим флотына йүнәлтеп кораблдәрҙе яндыралар.

Үлеүе[үҙгәртергә]

Эдуард Вимонт (1846—1930). Архимед үлеүе

Архимедтың үлеүе тураһында бер нисә фараз бар [4]:

  1. 75 йәшлек Архимед өйө янында юлдағы ҡомда һыҙмалар эшләп уйланып ултырған. Был ваҡытта Рим яугире һыҙмаларын тапап киткән, асыулы ҡарт «Минең һыҙмаларыма теймә!» тип яугиргә ташланған. Яугир уны ҡылысы менән сабып үлтергән.
  2. Архимед янына бер яугир килеп үҙен Марцелл тип таныштырған. Әммә, Архимед ныҡышмалы рәүештә, эшләп ултырған мәсьәләм сиселмәй ҡалды, бер генә минут көтөп тороуын һорай. Һалдат ҡартты сәнсеп үлтерә.
  3. Яугир Архимедтың өйөнә килеп кереп ҡылысын терәгәс: «Туҡта, аҙ ғына сабыр ит. Минең мәсьәләм сиселмәй ҡалды, һуңынан теләһә нәмә эшлә!» тип ҡысҡырып өлгөрә.
  4. Архимед үҙе Марцелгә ҡояш ҙурлығын үлсәй торған прибор һыҙмаларын күрһәтергә юллана. Китеп барғанда, уның ҡумтаһында алтын һәм затлы әйберҙәр тип уйлап, Рим һалдаттары уны сәнсеп ултерәләр.
Фараз буйынса Архимедтың Сиракуздағы ҡәбере

Марцелл Архимедҡа теймәҫкә бойороҡ биргән һәм үлтергәнгә бик асыуланған.

Легендалар шулай һөйләй. Әммә, күп тарихсылар, Архимедтың аҡылы бер армияға тигеҙ, шуға уның үлеме осраҡлы түгел, тип иҫәпләй.

Был ваҡиғаларҙан һуң 137 йыл үткәс, беҙҙең эраға тиклем 75 йылда, Архимедтың ярым емерелгән ҡәбере табыла, унда үҙе васыят иткәнсә цилиндр эсендә ҡамалған шар төшөрөлгән [5].

Фәнни хеҙмәте[үҙгәртергә]

Математика[үҙгәртергә]

Шарҙың майҙаны ҡамаған цилиндрҙың майҙанының 2/3 өлөшөнә тигеҙ.

Плутарх һүҙҙәренсә, Архимед математикаға артыҡ бирелгән була. Ул ашауын онота, үҙен хәстәрләмәй. Уның хеҙмәттәре математиканың ул осорҙағы бөтә өлкәләренә — геометрия, арифметика, алгебраға ҡағыла. Математика үҫешенә Архимед тарафынан түңәрәк оҙонлоғо һәм диаметры сағыштырмаһын иҫәпләп сығарыу ҙур өлөш индерә. Был һан \pi: 3\frac{1}{7} «архимед һаны» исеме аҫтында билдәле.

Механика[үҙгәртергә]

Әйберҙәрҙе Архимед винты ярҙамында күтәреү

Архимед төрлө механика ҡоролмалары менән дан ала. Рычаг Архимедҡа тиклем уҡ билдәле була, тик ул рычагтың Тулы теорияһын иҫәпләп сығара һәм ғәмәлдә ҡуллана. Ауыр йөктәрҙе күтәреү һәм күсереү өсөн Сиракузда блок-рычаглы механизмдар төҙөй.

Астронмия[үҙгәртергә]

Архимед күк йөҙө есемдәренең хәрәкәтен, Ҡояш сығыуын, Ай фазаларын күрһәтә торған планетарий йәки күк көмбәҙен эшлән күрһәтә.

Иҫтәлек[үҙгәртергә]

Архимед исеме менән аталған:

  • Айҙа Archimedes кратеры;
  • 3600 Архимед астероиды;
  • Галилео Галилей: «Архимед булмаһа, мин бер нимәгә лә өлгәшә алмаҫ инем», ти.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Легенда Витрувийҙың «Об архитектуре» эшендә, IX китабында, 3 бүлектә килтерелгән.
  2. Сиракуздың Рим ғәскәре башлығы Марцелл тарафынан ҡамауҙа тотолоуы һәм Архимедтың ҡурғауҙа ҡатнашыуы тураһында Плутархтың хеҙмәттәрендә уҡырға мөмкин.
  3. Һуңғы йылдарҙа был боронғо заман ҡоралын тасуирлауҙың дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн, бер нисә һынау үткәрелә. Төҙөлгән ҡулайлама үҙенең тулыһынса яраҡлылығын күрһәтә, бында ҡара.
  4. Был турала рәсемдәр галереяһы
  5. …Ҡәберҙе көскә тапҡандан һуң, әрнеүле һығымта тыуа: «Грецияның ҡасандыр байтаҡ ғалимдарҙы донъяға тыуҙырған иң данлыҡлы ҡалаларының береһе хәҙер инде хатта унда йәшәүселәрҙең иң бөйөгөнөң ҡәберлеген дә белмәй».

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Урыҫ телендә баҫмалар:

  • Архимед. Сочинения на ilib.mccme.ru. Перевод, вступительная статья и комментарии Ю. Н. Веселовского. Перевод арабских текстов Б. А. Розенфельда. М.: Физматгиз, 1962, 640 с.
  • Архимед. Сочинения на math.ru. Перевод, вступительная статья и комментарии Ю. Н. Веселовского. Перевод арабских текстов Б. А. Розенфельда. М.: Физматгиз, 1962, 640 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Архимед. Исчисление песчинок (Псаммит). — М.-Л., 1932.
  • Архимед. Сочинения. Перевод и комментарии И. Н. Веселовского. М.: Физматгиз, 1962, 640 с.

Исследования:

  • Башмакова И. Г. Дифференциальные методы у Архимеда. Историко-математические исследования, 6, 1953, с. 609—658.
  • Башмакова И. Г. Трактат Архимеда «О плавающих телах». Историко-математические исследования, 9, 1956, с. 759—788.
  • Ван дер Варден. Пробуждающаяся наука. Математика древнего Египта, Вавилона и Греции. Перевод с голландского. М.: Физматгиз, 1959.
  • Веселовский И. Н. Архимед. М.: Учпедгиз, 1957.
  • Житомирский С. В. Астрономические работы Архимеда. Историко-астрономические исследования, 11, 1977, с. 319—397.
  • Житомирский С. В. Архимед: Пособие для учащихся. М.: Просвещение, 1981.
  • История математики под редакцией А. П. Юшкевича в трёх томах, М.: Наука. Том I. С древнейших времен до начала Нового времени. (1970)
  • Каган В. Ф. Архимед, краткий очерк о жизни и творчестве. М.-Л.: Гостехиздат, 1951.
  • Чвалина А. Архимед. М.-Л.: ОНТИ, 1934.
  • Щетников А. И. Архимед, корабль Гиерона и «золотое правило механики». Сибирский физический журнал, 1995, № 4, с. 74-76.
  • Щетников А. И. Задача Архимеда о быках, алгоритм Евклида и уравнение Пелля. Математика в высшем образовании, № 2, 2004, с. 27-40.
  • Aaaboe A., Berggern J. L. Didactical and other remarks on some theorems of Archimedes and infinitesimals. Centaurus, 38, 1996, p. 295—316.
  • Berggern J. L. A lacuna in Book I of Archimedes’ Sphere and Cylinder. Historia mathematica, 4, 1977, p. 1-5.
  • Berggern J. L. Spurious theorems in Archimedes’ Equilibria of Planes. Archive for History of Exact Sciences, 16, 1977, p. 87-103.
  • Dijksterhuis E. J. Archimedes. Copenhagen, 1956.
  • Drachmann A. G. Fragments from Archimedes in Heron’s Mechanics. Centaurus, 8, 1963, p. 91-146.
  • Heath T. L. The works of Archimedes. (Repr. NY: Dover, 2002)
  • Netz R., Saito K., Tschernetska N. A new reading of Method Proposition 14: Preliminary evidence from the Archimedes palimpsest. SCIAMVS, 2, 2001, p. 9-29; 3, 2002, p. 109—127.