Ай тотолоу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ай тотолоу (диалекттарҙа ай эрәнйеү, ай ауырыу) — ышаныуҙар буйынса, ай тотолоу айҙың кеше гонаһтарынан рәнйеүе, ауырыуы менән бәйле. Шуның өсөн ай тотолһа, балаларҙы, малдарҙы ҡысҡырталар. Ышаныуҙар буйынса, ошоно күреп, ишетеп, гонаһһыҙ заттарҙы йәлләп, ай күккә кире ҡайта, имеш. Ҡайһы бер легендалар буйынса, ай тотолоу айҙың яман заттар тарафынан урланыуы менән бәйле. Был осраҡта айҙы яман заттан ҡотҡарыу өсөн күберәк тимер - томор һуғалар, мылтыҡ аталар, доға ҡылалар, йәғни ҡурҡытыу ысулы ҡулланыла.

Ай тотолоу2.jpg

Һүҙҙең килеп сығышы[үҙгәртергә]

Һүҙбәйләнештең килеп сығышы төрки сығанаҡлы ай һәм тотолоу һүҙҙәре менән бәйле һәм айҙы йәмләндереп ҡарауҙы саҡылдыра.

Ай һүҙе башҡорт телендә[үҙгәртергә]

Башҡорт телендә ай, ай башы, ай битен йыуа, ай күрҙе, ҡояш алды, ай ҡолаҡланыу, ай тотолоу, ай ҡалҡыу ай алған кеүек һүҙбәйләнештәр бар.

Ай һүҙенә бағышланған исемдәр[үҙгәртергә]

Айһылыу, Айбикә, Айсолтан, Айбулат, Айым, Айгөл, Айнур, Айназ, Айзат һ.б

Сәнғәттә[үҙгәртергә]

Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" драмаһынан кино төшөрөлгән, шулай уғ БДАДТ-та спектакеле лә ҡуйылды.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

  • Хисамитдинова Ф.Г. Мифологический словарь башкирского языка. – М.: Наука, 2010. – 452 с. – ISBN 978-5-02-037580-2

Башҡорт мифологияһы геройҙары ±