Дейеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Дейеү

Дейеү пәрейебашҡорт һәм татар мифологияларында иң түбән дәрәжәле мифик заттар.

Дейеү пәрейе — иблис, демон. Башҡорт мифологияһында өс, алты, ете, туғыҙ, ун ике башлы дейеүҙәр осрай[1].

"Урал батыр" ҡобайыры мифтары буйынса дейеү пәрейҙәре ер аҫтында, диңгеҙ, күл төптәрендә үҙ ҡалаларында йәшәгәндәр.

Ер өҫтөндә улар күренмәү һәләтенә эйә булғандар, ә кешеләргә кеше, башҡа хайуандар ҡейәфәтендә генә күренгәндәр. Шулай итеп, сибәр ҡыҙға әйләнеп улар кешеләргә кейәүгә сыға, йәки өйләнә алғандар.

Шулай уҡ, улар кешеләрҙе төрлө тәм-томдар менән һыйлағандар, тик был аҙыҡты бисмилла менән ҡапһаң, имеш, дейеү пәрейе ризығы ат тиҙәгенә әүерелгән.

Ҡайһы бер мифтар буйынса дейеү пәрейҙәре ике төргә бүленә: дейеү һәм пәрей.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]


Һылтанмалар[үҙгәртергә]

  1. Хисамитдинова Ф.Г. Мифологический словарь башкирского языка. – М.: Наука, 2010. – 452 с. – ISBN 978-5-02-037580-2