Зороастризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Фаравахар, зороастризмдың төп символдарының береһе (Персеполь, Иран)
Заратустра. Изображение, найденное в Сирии (ок. III века н. э.)

Зороастризм (авест. vahvī- daēnā- māzdayasna-, фарс. «بهدین» — behdin, «Изге Дин») — боронғо заманда һәм иртә Урта быуатта Урта Азияла, Яҡын һәм Урта Көнсығыштың Иран, Афғанстан, Әзербайжан һ.б. илдәрендә таралған дин.

Зороастризм тәғлимәте[үҙгәртергә]

Һиндостандағы парстарҙа һәм Ирандағы гебрҙарҙа һаҡланған. Дингә нигеҙ һалыусы — Зороастр (Заратуштра) пәйғәмбәр. Изге китабы — Авеста. Зороастризм тәғлимәте буйынса, донъяны асурҙар (яҡтылыҡ һәм изгелекте кәүҙәләндергән рухтар) башлығы Ахурамазда һәм дэвтарҙың (ҡараңғылыҡ һәм яуызлыҡ) башлығы Анхра-Майнью яралтҡан.

Төп принциптары[үҙгәртергә]

Зороастризм төп принциптары: изгелек менән яуызлыҡты ҡапма-ҡаршы ҡуйыусы дуализм; изгелектең еңеп сығыуына ышаныс. Зороастризм динендәгеләр йәндең үлемһеҙлегенә, теге донъяға һәм донъя бөтөүенә ышана. Зороастризм өсөн утҡа, һыуға, ергә, һауаға табыныу хас. З. ерләү йолаһы үҙенсәлекле: ер менән утты бысратмаҫ өсөн, мәйетте ерләү һәм яндырыу тыйыла. Мәйетте йылына ике тапҡыр ерләгәндәр: иртә яҙҙа һәм ҡара көҙҙә, башҡа ваҡытта мәйетте «ҡоштар килгәнсе» һәм «йылғалар аға башлағансы» мәрхүмдәр йортонда (дахма) һаҡлағандар, һуңынан ҡояшҡа сығарып ҡуйғандар. Ғәҙәттә, мәйеттәрҙе «тынлыҡ манараһының» бер нисә ҡатына урынлаштырғандар, унда уларҙы ҡоштар һәм йәнлектәр ашап киткән (зороастрҙар, ҡоштар мәрхүмдең йәнен Ахурамазда батшалығына илтә, тип ышанған), «таҙарған» һөйәктәрҙе манара уртаһындағы ҡоҙоҡҡа ташлағандар. Авестаның иң боронғо өлөшөндә күсмә (донъя яуызлығы кәүҙәләнеше) һәм ултыраҡ (изгелек кәүҙәләнеше) тормошто ҡаршы ҡуйыу күренә. Фаразланыуынса, Ҡаҙағстан, Үҙәк Азия, Көньяҡ Себер, Көньяҡ Урал һәм Түбәнге Волга буйы күсмә халыҡтары араһында, Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш дәүләттәрендәге ортодоксаль зороастризм айырмалы, урындағы дини культ менән тығыҙ үрелгән зороастризм идеялары тарала. Улар, В.В. Бартольд фекеренсә, «маздеизм» тип аталған яңы дингә башланғыс бирә.

Зороастризм-маздеизм идеялары Урал—Волга буйында[үҙгәртергә]

Зороастризм-маздеизм идеялары Урал—Волга буйының боронғо ҡәбиләләренә таныш булған, быға шундай дәлилдәр бар: беҙҙең эраға тиклем 2‑се мең йыллыҡ башындағы — 1‑се мең йыллыҡтағы төп ерләү төрҙәренең береһе — мәйетте ҡалҡыу урында өҫтөнә таш өйөп йәки 20—40 см тәрәнлектәге ҡәбер соҡорҙарына ерләү (археолог А.Х. Халиҡов Ананьин мәҙәниәте ҡәбиләләренең ҡәберҙәрендә, ш. уҡ Бахмут мәҙәниәте ҡәберлектәрендә, 9—11 быуаттарҙа башҡорт ҡәбиләләре ҡурғандарында билдәләй); башҡорт хикәйәттәре, мәҫәлән, «Ҡыу баш» (баш һөйәген ер өҫтөнә ҡуйыу), «Сәскә» (мәйет эргәһенә ҡоштарҙы йәлеп итеү өсөн тоҡ менән иген ҡуйыу) һ.б.; «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарының Авеста менән идея-композиция оҡшашлығы, уларҙың герой исемдәрендәге һәм холоҡ-һыҙаттарындағы оҡшашлыҡ (Йима — Һомай, Ажи Дахака — Ҡәһҡәһә, Сенмурв ҡошо — Самрау һ.б.). Башҡорттарҙа мәйетте ҡәбергә төшөрөүселәрҙе «һөйәккә килеүселәр» тип атау ғәҙәте һаҡланған; ҡоҙғон килеүе тиҙҙән мәйет булырын хәбәр итә, тип инанғандар («ҡоҙғон килһә — үлек сыға»). Башҡорт халҡындағы ҡош культы, Башҡортостан мариҙарына хас булған, мәйеттең баш осона ҡош һындары ултыртылған оҙон ҡолға ҡуйыу йолаһы зороастризмдағы кеше йәнен ҡоштар күсереүенә ышаныуға бәйле.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Бойс М. Зороастрийцы. Верования и обычаи. М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1988.
  • Каландарова М. С. Индия. Зороастрийцы — исчезающая община. // Азия и Африка сегодня. — М.: Отделение историко-филологических наук РАН, 2012. — № 7. — ISSN Ҡалып:ISSN search link.
  • Авеста в русских переводах. И. В. Рак, 1997
  • Зороастрийская мифология. И. В. Рак, 1998
  • Катехизис зороастризма. Древняя религия магов. Джон В.Уотерхауз, 2002
  • Гаты. Священные гимны Заратуштры. Ю. С. Лукашевич, Минск 2004
  • Пехлевийский словарь зороастрийских терминов. О. М. Чунакова, 2004
  • Зороастризм. В. Ю. Крюкова, 2005
  • Авеста. В. С. Соколова, 2005
  • Мамедов А. А. Религиозно-философские идеи Авесты. Москва, МГУ, 1995
  • Мамедов А. А. Гуманистический ресурс зороастризма в современном мире. Вестник Московского государственного университета культуры и искусств. 2011, № 1.
  • Хордэ Авеста. М.Чистяков, 2005
  • Учение огня. Гаты и молитвы. А.Шапошников, И.Евса, 2006 г.
  • Авеста. Закон против девов. Видевдад. Э. В. Ртвеладзе, 2008
  • Гаты заратуштры. И. М. Стеблин-Каменский, 2009

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]