Луи Пастер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Луи Пастер
Louis Pasteur
Портрет
1878 йыл
Эшмәкәрлек төрө:

микробиолог— ғалим, химик, физик

Тыуған ваҡыты:

27 декабрь 1822(1822-12-27)

Тыуған урыны:

Доль (Юра), Франция

Подданлығы:

Франция Франция

Вафат ваҡыты:

28 сентябрь 1895(1895-09-28)

Вафат урыны:

Марн-ла-Кокет (О-де-Сен), Франция

Атаһы:

Жан Пастер

Награда һәм премиялары:

Луи́ Пасте́р (дөрөҫ әйтелеше Пастёр[2] , франц. Louis Pasteur; 27 декабрь 1822, Доль, Юр депертаменты — 28 сентябрь 1895, Париж янындағы Вильнёв-л’Этан) — француз микробиологы и химигы, Француз академиһы ағзаһы(1881). Пастер, әсеү һәм башҡа кеше сирҙәренең микробиологик эҙемтәһен күрһетеп, микробиология һәм иммунологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе була.

Уның кристалл төҙөлөшө һәм поляризация күренеше өлкәһендә хеҙмәттәре стереохимияға башланғыс була[3]. Пастер хәҙерге ваҡытта тормоштоң ҡайһы бер формалары үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүе тураһында бәхәскә нөктә ҡуя, тәжрибә юлы менән бының булыуы мөмкин түгел икәнен иҫбат итә. Уның исеме фәнни булмаған даирәлә ул уйлап тапҡан һәм һуңынан уның исеме менән аталған пастеризации технологияһы менән билдәле.

Химия өлкәһендәге хеҙмәттәре[үҙгәртергә]

Беренсе фәнни хеҙметен Пастер 1848 йылда баҫтыра. Луи Пастер, вино кислотаһының физик үҙенсәлентәрен өйрәнгәндә, әсеү юлы менән алынған кислотаның оптик активлығы булыуын аса — яҡтылыҡтың поляризация яҫылығын әйләндерергә һәләтле, химик синтезланған изомеры воноград кислотаһының ундай һәләте юҡ.[4] Кристалдарҙы микроскоп менән өйрәнеп, ул уларҙың ике типта булыуын аса, уларҙың төҙөлөшө бер береһенә көҙгөләгесә сағыла. Берәүһенең һыу иремәһе поляризация яҫылығын сәғәт стрелкаһы йөрөшө буйынса, икенсеһе кире яҡҡа әйләндәрә. Ике иретмәнең 1:1 ҡатнашмаһының оптик активлығы юҡ.

Әсеү процессын өйрәнеү[үҙгәртергә]

Луи Пастер портреты, А. Эдельфельт рәсеме

Әсеүҙе Пастер 1857 йылдан өйрәнә. Ул ваҡытта әсеү химик процесс тигән тәғлимәт өҫтөнлөк ала (Ю. Либих), әсеүҙең биологик характеры тураһында хеҙмәт баҫылған була Ш. Каньяр де Латур, 1837), ләкин ул танылмай. 1861 йылда әсегән ваҡытта спирт, глицерин, гәрәбә кислотаһы махсус микроорганизмдар булғанда ғына барлыҡҡ килеүен иҫбат итә.

Әсеү процессы әсетке бәшмәктәрҙең йәшәү эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәләнгән, улар сетке шыйыҡса иҫәбенә үрсейҙәр.

Луи Пастер һәйкәле аҫтында скульптура төркөмө, Париж, Place de Breteuil

Йоғошло аурыуҙарҙы өйрәнеү[үҙгәртергә]

1864 йылда француз вино эшләүселәре вино сирҙәренә ҡаршы ысул эшләп биреүен һорап мөрәҗәғәт итәләр. Вино аурыуҙарын аурыу тыуҙырыусы микроорганизмдар булыуын күрһәтә, һәр аурыуҙың үҙ тыуҙырыусыһы бар, был тикшкереүҙәр нитижәһендә монография яҙа. Зарарлы «ойошҡан ферменттар»ҙы юҡ итеү өсөн виноны 50—60 градусҡа тиклем йылытырға тәҡдим итә.

Пастеризация тип аталған процесс лаборатория һәм аҙыҡ сәнәғәтендә киң ҡулланыла.

1865 йылда Пастерҙы, ебәк селәүсендәренең сирҙәрен өйрәнеү өсөн, элекке уҡытыусыһы Францияның көньяғына сыҡыра. Генрих Герман Роберт Кохтың «Түләмә сиренең этиологияһы» баҫылып сыҡҡас Пастер үҙен иммунологияға бағышлай һәм тәләмә (сибирская язва), тыуҙырыу биҙгәге, ваба һ.б. ауырыуҙарҙың ауырыу тыуҙырыусы микробтар булыуын иҫбатлау һәм һаҡланыу прививкаларын тәҡдим итә.

Ҡотороу сиренә ҡаршы беренсе прививка 1885 йылдың 6 июлендә 9 йәшлек Йозеф Майстерға әҫәһе һорауы буйынса эшләнә. Дауалау уңышлы тамамлана, малайҙа ҡотороу билдәләре бөтә.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә]

  • Пастер биология һәм медицина буйынса белеме булмаған килеш ғүмере буйы биология менән шөғөлләнә.
  • Пастер бөтә илдәрҙең тиерлек ордендары менән бүләкләнгән. Уның барлығы 200-ге яҡын наградаһы бар.

Иҫтәлек[үҙгәртергә]

Ленинградта Л. Пастерға һәйкәл-бюст.2011 йылғы фото.

Пастер исеме менән донъяның күп ҡалаларында 2000-дән артыҡ урам аталған. Рәсәйҙә 1923 йылда Санкт-Петербургта асылған эпидемиология һәм микробиология фәңңи-тикшеренеү институты Луи Пастер исемен йөрөтә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Завадовский М. М. Л. Пастер — 1934 год. — 172 с. (Жизнь замечательных людей)
  • Шлегель Г. Г. История микробиологии. — М: изд-во УРСС, 2002.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Российские биологи в институте Пастера. Часть 1 | Архивы Российской академии наук
  2. Несмотря на то, что в точности передать французское произношение средствами русского языка невозможно, наиболее схожее с оригиналом произношение — Пастёр с ударением на «ё». В русском языке устоялось иное произношение (Пасте́р) в силу обстоятельств, связанных с буквой «ё»
  3. H. D. Flack (2009). «Louis Pasteur's 1848 discovery of molecular chirality and spontaneous resolution, together with a complete review of his chemical and crystallographic work» (Acta Crystallographica A65, pp. 371-389).
  4. Joseph Gal: Louis Pasteur, Language, and Molecular Chirality. I. Background and Dissymmetry , Chirality 23 (2011 ) 1−16.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]