Психология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Психология
Рәсем
Өйрәнеү объекты кеше ҡылығы[d], психическое состояние[d], psychism[d] һәм психика[d]
Пиктограмма
Модель элементы раздел психологии[d] һәм психологическая терминология[d]
Вики-проект Проект:Психология и психиатрия[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 569 362
Ҡапма-ҡаршыһы псевдопсихология[d]
Stack Exchange сайты psychology.stackexchange.com
 Психология Викимилектә

Психоло́гия (от бор. грек. ψυχή «душа, „йән“; характер», «ҡылыҡ»[1]; λόγος «учение», фән) — фән өлкәһе[2], ул кешеләрҙең һәм кеше төркөмдәренең психикаһы һәм психик эшмәкәрлегенең килеп сығыу, үҫеш һәм эшләү законлылыҡтарын өйрәнә. Психология —гуманитар һәм тәбиғәт фәндәрен берләштергән фән[3].

Уның өлкәләре:

  • фундамента́ль психология, психик эшмәкәрлектең факт, механизм һәм закондарын асыҡлай,
  • ғәмәли психология (прикладная), психик хәлдәрҙе тәбиғи шарттарҙа өйрәнә (фундаменталь психологияға таяна),
  • практик психология — психология буйынса белемде тормошта ҡулланыу[3].

Ғәмәли психология психиатрияға һәм психотерапияға ныҡ бәйле. Психиатрия — кеше психикаһы боҙолоуын асыҡлап, уны дауалау менән шөғөлләнә. Психотерапияның маҡсаты— кеше психикаһына һәм психика аша организмына тәьҫир итеп, булған эмоциональ, шәхси һәм социаль характерҙағы проблемаларҙан арындырыу. Хәҙерге заманда психотерапия менән мауығыусылар ҙа, уны алдаҡ фән тип атаусылар ҙа бар .

Психологияның өйрәнеү даирәһе булып психика тора, өлөшләтә ҡылыҡты өйрәнеү аша булдырыла. Фәнни методтарға нигеҙләнеп, психология дөйөм принциптарҙы аныҡлау һәм конкрет осраҡтарҙы өйрәнеү кеүек, туранан-тура маҡсаты булып индивидты һәм төркөмдәрҙе аңлау, ошоларҙың күбеһе, һөҙөмтә булараҡ, йәмғиәткә файҙа килтереүгә йүнәлтелгән. Был өлкәлә профессиональ практикты йәки ғилми өйрәнеүсене психолог тип атайҙар,һәм шулай уҡ ул социолог, ҡылыҡтар өйрәнеүсе ғалим, йәки когнитив ғалим тип классификацияланыла. Психологтар индивидуаль һәм социаль ҡылыҡ, психик функцияларҙы аңларға тырышалар, һәм шулай уҡ когнитив функциялар (төшөнөү функциялар, йәки икенселәй, белеп кисереү функциялары) һәм ҡылыҡ нигеҙҙәрендә ятыусы физиологик һәм нейробиологик процесстарҙы өйрәнәләр.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Психология һүҙе һүҙмә-һүҙ итеп әйткәндә «йәнде өйрәнеү»ҙе аңлата (ψυχή, psukhē, «һулыш алыу»ҙы аңлата, «йән» йәки «йән эйәһе», һәм, λογος — логос, «өйрәнеү» йәки «тикшереү» тип тәржемә ителә). Psychologia тигән латин һүҙен беренсе тапҡыр хорват гуманисы һәм латинисы Marko Marulić үҙенең Psichiologia de ratione animae humanae исемле китабында XV быуат аҙағы- XVI быуат башында ҡулланған.

Психология фәне предметы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарих дауамында һәм психологияның төрлө йүнәлештәре күҙлегенән сығып, психология өйрәнергә тейешле әйбер (предмет) төрлөсә аңлатыла. Хәҙерге заманда ла психология предметын билдәләү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала[4]

  • Йән (душа, XVIII быуат башына тиклем барлыҡ ғалимдар ҙа)
  • Кеше аңына бәйле хәлдәр (Англия ғалимдары булдырған эмпирик ассоциация психологияһы — Дэвид Гартли,Джон Стюарт Милль, Александр Бэн, Герберт Спенсер)
  • Объекттың туранан-тура тәжрибәһе (структурализм — Вильгельм Вундт)
  • Яраҡлашыу (Функционализм (психология) —Уильям Джеймс)
  • Психологик эшмәкәрлектең килеп сығышы (психофизиология — Сеченов Иван Михайлович )
  • Тәртип (бихевиоризм — Джон Бродес Уотсон)
  • Аңһыҙлыҡ халәте (бессознательное, аң төпкөлө психологияһы: психоанализ — Зигмунд Фрейд, индивидуаль психология — Альфред Адлер, аналитик психология —Карл Густав Юнг)
  • Образдарҙы (сүрәт) зиһенгә алыу, үҙләштереү (восприятие), уларҙың формалашыуы һәм уларҙы эшкәртеү процессы һәм ошо процестарҙың һөҙөмтәһе (гештальт-психология — Макс Вертгеймер)
  • Кеше көнкүреше мәсьәләләре (гуманистик психология, шул иҫәптән экзистенция психологияһы — Абрахам Маслоу, Карл Роджерс, Виктор Франкл, Ролло Мэй, онтопсихология — Антонио Менегетти һәм позитив психология — Мартин Селигман)
  • «Мейе» мәғлүмәт системаһының мәғлүмәтте эшкәртеү процестары, кешенең танып-белеү һәләте(когнитив психология — Джордж Миллер, Герберт Саймон, Аллен Ньюэлл,Ноам Хомски, Дэвид Грин, Джон Свитс һ.б.)
  • Мазилов В. А. фекеренсә, фәнни психология предметы тип кешенең эске донъяһын иҫәпләү дөрөҫ була[4]

Психология объекты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Психология объекттары — төрлө психик хәлдәр эйәләре (ҙур һәм ваҡ төркөмдәрҙәге тәртип, эшмәкәрлек)

Психология мәсьәләләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • психологик хәлдәрҙең асылын аңларға өйрәнеү;
  • улар менән идара итергә өйрәнеү;
  • алған белемде төрлө практика өлкәләренең эффектлылығын күтәреү өсөн ҡулланыу;
  • психологик хеҙмәт практикаһы өсөн теоретик нигеҙ булыу [сығанаҡ 1852  көн күрһәтелмәгән].

Тарихтан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй психологы С. Л. Рубинштейн 1940 йылда психология тураһында тарихи күҙлектән сығып, ошолай тип яҙа[5]:

"Психология бер үк ваҡытта бик боронғо һәм бөтөнләй йәш фән, — уның 1000 йыллыҡ үткәне бар, ләкин ул бөтә булмышы менән киләсәктә.Ул үҙаллы фән булараҡ бер нисә тиҫтә йыл ғына йәшәй, ләкин уның төп проблематикаһы философия барлыҡҡа килгәндән башлап уның фәлсәфәүи фекерен биләй. Бер яҡтан, фәлсәфәүи фекер йөрөтөү эксперименталь тикшеренеү йылдарынан әллә нисә йөҙ йыл алда башлана, икенсе яҡтан- кешеләрҙең меңәр йыллыҡ практикала танып белеүе бар ".

Боронғо Греция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Греция (антик) авторҙар йыш ҡына үҙ ижадында кеше тәбиәғәте, йәне һәм аңы мәсьәләләренә иғтибар бүлә. Боронғо аҡыл эйәләләренең хеҙмәттәренән беҙгә тиклем тик Гиппократтың темперамент төрҙәре генә килеп етә. Платондың ҡайһы бер идеялары психика тураһында, мәҫәлән, кешенең эске мотивтар конфликттар тулы йән эйәһе булыуы тураһында ҡараштары, фәлсәфәүи нигеҙҙәр үҫешенә тәьҫир итә, улар шәхес структураһы тураһындағы психоаналитик ҡараштарҙа сағыла. Башҡа фәндәрҙәге кеүек Аристотелде һис шикһеҙ психология «олатаһы» тип атаға була, ул үҙенең «Йән тураһында» тигән трактатында психологик тикшеренеү предметының ентекле анализын бирә.

Урта быуаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европала психология буйынса эштәр башлыса инаныу һәм аңға бағышлана. Фома Аквинскийҙан башлап, христиан философтар Аристотель идеяларын үҙләштерә.Көнсығыш ғалимдарынан психология мәсьәләләренә Ибн Сина (Авиценна) иғтибар итә.

Боронғо Рустә кеше йәне, аҡылы килеп сығышы, тойғолар органдарының төҙөлөшө, мотивтар көрәше, кеше психикаһында йәш буйынса һәм индивидуаль айырымлыҡтар, кеше ҡылыҡтары, төштәрҙең килеп сығышы кеүек мәсьәләлргә ҡағылышлы бер нисә әҫәр яҙыла. Уларға «Повесть о Горе-Злочастии», «Домострой», «Голубиная книга» тигән хеҙмәттәрҙе, бик күп башҡа телдәрҙән тәжемә ителгәня философская һәм медицина буйынса әҙәбиәтте индерергә була: «Галиново на Ипократа», «Пчела», «Диоптра» (XI быуат, Филипп Пустынник), «Толковая Палея», «Тайная тайных»[6].

Яңы осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рудольф Гоклениус

1590 йылда Рудольф Гоклениус тәүге булып йән тураһындағы фәнде «психология» тип атай. Шул осорҙа йәшәгән Оттон Касман— «психология» терминын хәҙерге мәғәнәлә ҡулланған тәүге кеше.

Яңы осор ғалимдары (мәҫәлән, Рене Декарт) тән менән йәндең тәбиғәте айырым тип иҫәпләнгән — был психологияға яңы ҡараш була. Декарт: «Йән менән тән төрлө закондар буйынса йәшәй һәм уларҙың тәбиғәте ике төрлө», — тип яҙа.

XVIII быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылдың 3 авгусында Британия короле астрономы Невил Маскелайн тәү тапҡыр үҙенең ассистенты Дэвид Киннбруктың хисаплауҙарҙа ебәргән хаталарын күрә. Киннбрукты эшенән ҡыуалар, тик икенсе астроном Фридрих Беззел был хаталарҙы ентекләп тикшерә. Кеше реакцияһы ваҡыты, шәхси айырмалар һәм «менталь хронометрия» (mental chronometry) когнитив процестар критерийҙары исемлегенә инә .

XIX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вильгельм Вундт

XIX быуат психология өсөн фән өлкәһе булараҡ аяҡҡа баҫыу, философия, медицина, теүәл фәндәр бүлектәренән бүленеп сығыу быуаты була.

Эрнст Вебер һиҙемләү (ощущения) көсөнөң (интенсивность) уларҙы булдырған стимулдарҙың көсөнә бәйлелеген тикшерә.

Герман Гельмгольц психика нигеҙе булараҡ нерв системаһын тикшерә, арауыҡты үҙләштереү, аңлау нигеҙендә ятҡан «автоматик һөҙөмтә яһау» тураһында ҡарашты фәнгә индерә.

Ләкин психология фәне тарихындағы иң мөһим исем— Вильгельм Вундт тип әйтеүселәр һәм быға ышанмаусылар ҙа бар .Гельмгольц уҡыусыһы һәм хеҙмәттәше булған ғалим Вундт 1879 йылда донъяла беренсе булып психология лабораторияһын аса. Унда интроспекция методы менән кеше аңы феноменын тикшереү башлана. 1879 йыл психологияның ысын фән булараҡ тыуған йылы тип иҫәпләнә.

XX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быуат башында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Егерменсе быуат башында психология фәненең бер нисә йүнәлеше йылдам үҫешә башлай. Бер яҡтан, психоанализ — псхотерапия мәктәбе. Уға Зигмунд Фрейд үҙ хеҙмәттәре менән нигеҙ һала. З.Фрейд кешене бер нисә бер-береһенә бәйһеҙ, бер-береһе менән көрәшеүсе шәхес структураһы системаһы — Оно (Ид, Ул), Я (Эго, Мин), Сверх-Я (Суперэго) тип һүрәтләй. Ул- кешенең биологик хәжәттәренә, улар араһында психоаналитиктар сексуаль хәжәттәргә айырыуса иғтибар бүлә. Сверх-Я (Суперэго)—социум (йәмғиәт), культура талаптары. Был мәктәп үҫеше практикаға ғына түгел, фәнгә лә бик ныҡ тәьҫир итә. Ғалимдар аңдан ситтә ятҡан феномендарға, психик эшмәкәрлектең аңһыҙ детерминанттарына (сәбәп, фактор, шарттарына) иғтибар итергә мәжбүр була.

Зигмунд Фрейдтың методтары тәнҡит утына тотола, улар Альфред Адлер (индивидуаль психология), Карл Густав Юнг (аналитик психология), яңы фрейдсылар Эрих Фромм, Карен Хорни, Гарри Стек Салливан, Жак Лакан кеүектәр тарафынан аң төпкөлө психологияһының төрлө йүнәлештәрендә үҫтерелә һәм киңәйтелә.

АҠШта бихевиоризм — Джон Бродес Уотсон нигеҙ һалған психология мәктәбе (И. П. Павлов һәм Э. Торндайктың өйрәтеү (научение) тураһында хеҙмәттәренә таянып) үҫешә башлай. Бихевиористар позитивистарҙың әлеге ваҡытта күҙәткән күренештәрҙән тыш бөтә ҡалған фәндәрҙе алып ташларға тигән талабына буйһона. Кеше «ҡара йәшник» итеп ҡарала, унда стимулдар инә, был стимулдарға реакциялар унан сығып китә.

Германияла гештальтпсихология (М. Вертгеймер, К. Коффка, В. Кёлер) барлыҡҡа килә, был аң феномендарын өйрәнеү юлындағы үҫеш була. Уларҙан алдараҡ булған ғалимдарҙан айырмалы, гештальтсылар аңды тәшкил иткән «кирбестәр»ҙе айырып алырға тырышмай, киреһенсә,улар «бөтөн һәр саҡ уны тәшкил иткән өлөштәр суммаһынан ҙурыраҡ» тигән фекерҙе үҙҙәренең төп законы итеп ала. Был мәктәп сиктәрендә үҙләштереү (восприятие) һәм фекерләүҙең (мышление) бик күп феномендары асыла.

Беренсе донъя һуғышы психологияның ғәмәли аспекттарының үҫешенә этәргес була, тәү сиратта был психодиагностикаға ҡағыла, сөнки армияға һалдаттарҙың мөмкинлеген баһалау саралары кәрәк була. Интеллектты баһалау өсөн психологик тестар эшләнә башлай (Альфред Бине, Роберт Йеркс).

1930—1940 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1933 йылда Германияла власҡа нацистар килә, психологтарҙың күбеһе (улар араһында йәһүдтәр күп була) АҠШ-ҡа эмиграцияға китә. Гештальтпсихология Германияла тулыһынса йәшәүҙән туҡтай, ләкин Курт Левин һәм гештальтистар Америкала социаль психология менән шөғөлләнә башлай. Карл Юнг һәм Мартин Хайдегер кеүек аҡыл эйәләре нацист Германияһында тороп ҡала. Юнг үҙенең коллектив аңһыҙлыҡ (о коллективном бессознательном) тураһындағы тәғлимәтен үҫтерә , 1934 йылда үҙенең фундаменталь хеҙмәттәренең береһе булған «Архетипы и коллективное бессознательное» тигән эшен яҙа.

Бихевиористар, бер яҡтан, тәбиғи фәндәргә нигеҙләнеп, кеше тәртибен аңлатыуға эске психик үҙгәрештәр (внутрипсихические переменные) (Э. Толмен, К. Халл) тигән төшөнсәне индерә, икенсе яҡтан, Беррес Фредерик Скиннер «радикаль бихевиоризм», оперант өйрәтеү (теория оперантного научения, инструменталь шартлы рефлекс) теорияһын үҫтерә. Жан Пиаже фекерләүҙе тикшереү һөҙөмтәләрен баҫтырып сығара, уларҙа бер үк йәштәге балалар ебәргән хаталар күрһәтелә, ә ҙурыраҡ балалар ундай хаталарҙы эшләмәй икәне асыҡлана.

Психологтар һәм психотерапевтар әүҙем практик эшмәкәрлек алып бара. Ғалимдар аң төпкөлөн өйрәнеүсе психологияның төрлө йүнәлештәре, психоанализға альтернатива булған психотерапия формалары менән шөғөлләнә (гештальттерапия һәм башҡа).

Л. С. Выготский марксизмға нигеҙләнгән мәҙәниәт һәм тарихҡа бәйле психологияның төп принциптарын яҙа . йүнәлеш сиктәрендә шәхесте тарих һәм мәҙәниәт тәьҫирендә барған үҫеше процессында өйрәнеү тәҡдим ителә. Ошо йүнәлеш нигеҙендә һуңыраҡ эшмәкәрлек теорияһы булдырыла. ВКП(б)-ның «О педологических извращениях в системе Наркомпросов» (1936) тигән постановлениеһы педологияны юҡҡа сығара, Советтар Союзында ғәмәлдә психология фәне үҫешен туҡтата.

Икенсе донъя һуғышы психологтарҙың ғәмәли технологиялар өлкәһендәге әүҙемлеге артыуға килтерә. Социаль психология менән эргономикаға айырым иғтибар бирелә.

1950—1960 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был осорҙа психология сәскә ата, унда бик күп яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Хәҙерге заман дәреслектәрендә урын алған эксперимент һәм тикшеренеүҙәр башлыса ошо осорҙа үткәрелгән.

Бихевиоризм теорияһы йылдам үҫкән сәнәғәт һәм хәрби технологияларҙың фән алдына ҡуйған һорауҙарына яуап бирә алмай. Ҡатмарлы ҡорамалдар менән идара итеү пульттарына информация биреүҙең иң эффектив формаларын эшләп сығарыу һәм башҡа мәсьәләләр стимулдарға ябай реакцияларҙы ғына түгел, ә үҙләштереү (восприятие) нигеҙендә ятҡан ҡатмарлы механизмдарҙы өйрәнеүҙе лә талап итә. Шул сәбәпле когнитив психология өлкәһе («когнитивная психология») барлыҡҡа килә. Был өлкәлә Дональд Бродбент үҙенең иғтибар механизмдары буйынса хеҙмәттәрен, Джордж Миллер «Магическое число семь плюс-минус два» тигән мәҡәләһен баҫтырып сығара.

Бихевиоризм теорияһына нигеҙләнгән тәртип модификацияһы техникалары әүҙем үҫешә. Дж. Вольпе системалы десенсибилизация техникаһын эшләп сығара, ул төрлө фобияларҙы дауалауҙа бик яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Ошо уҡ осорҙа гуманистик психология һәм кешене автомат, йәки хайуан кеүек ҡарауға (бихевиоризм һәм психоанализға) ҡаршы торған психотерапия барлыҡҡа килә. Гуманистик психологтар кешене юғарыраҡ кимәлдә торған, ирекле ихтыярлы һәм үҫешкә ынтылыусы (самоактуализация) йән эйәһе итеп ҡарай.

Социаль психология АҠШ-та киң тарала. Соломон Аш, Музафер Шериф, Стэнли Милгрэм, Леон Фестингер һәм башҡа билдәле психологтар төрлө тикшеренеүҙәр үткәрә.

60 йылдар аҙағында Нью-Эйдж- мәҙәниәте таралыу сәбәпле психологияға мистиканың тәьҫире көсәйә; психоделик матдәләр һәм кеше аңының яңы өлкәләрен тикшереүҙәрҙәге уңыштар трансперсональ психология килеп сығыуына килтерә, бынан тыш шәхси үҫеш тренинг мәктәптәре барлыҡҡа килә, уларҙың ҡайһы берҙәре әкренләп дини культҡа әйләнә: (саентология, лайфспринг).

1966 йылда Мәскәү дәүләт университеты нда һәм Ленинград дәүләт университетында психология факультеттары, РУДН-да (Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты) психиатрия һәм медицина психологияһы кафедраһы булдырыла, был психологтарға ҡаршы 30 йыл дауам иткән сәйәсәттең тамамланыуын белдерә. Был үҙгәреш бигерәк тә производство һәм армияла психологтарҙың кәрәк булыуы менән аңлатыла. СССР-ҙа инженер психологияһы үҫешә башлай. Ләкин илдә марксизм хөкөм иткәнлектән, совет психологияһы бик ныҡ идеологияға бәйле булып ҡала. Бөгөнгәсә Рәсәйҙә ҡайһы бер марксист-ленинсы теорияларҙың (мәҫәлән, теория отражения) психология белгестәрен әҙерләү программаларына тәьҫире һиҙелә .

1970—1980 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Когнитив психология бик йылдам алға бара, ул үҙенең кеше психикаһы — бик аҙ үткәрергә һәләтле информация эшкәртеү системаһы тигән башланғыс идеяһынан әкренләп баш тарта. Был осорҙа психология лингвистика менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, "Хомски революцияһы"нан һуң был ҡотолғоһоҙ була, һәм психолингвистика фәне барлыҡҡа килә.

Ҡалған психология өлкәләрендә үҫеш һәм белем туплау әкрен булһа ла бара. Шул уҡ ваҡытта психологик фекерҙең "мәңгелек кризис"ы яңынан киҫкенләшә башлай, сөнки бығаса булған бер йүнәлеш тә кеше тәртибен аңлата алырлыҡ тулы теория булырына өмөт бирмәй .

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заманда психиканы өйрәнеүҙә томографияның төрҙәрен ҡулланыуға нигеҙләнгән методтарға ҙур әһәмиәт бирелә.Томография ҡулланыу нейрон селтәренең структураһын һәм уның эшләүен тикшерергә мөмкинлек бирә. Функциональ магнит резонанслы томография нормаға ярашлы эшләгәндә кеше мейеһенең төрлө өлкәләренең активлашыуын билдәләргә мөмкинлек бирә. (мәҫәлән,[7]). Молекулалар кимәлендә психик процестарҙы өйрәнеү, шул иҫәптән метаболизм, матдәләрҙең организмда һәм күҙәнәктәрҙә күсеп йөрөүен (транспорт веществ), лиганд-рецептор үҙ-ара тәьҫир итешеүҙәр, гендар экспрессияһын) тикшергәндә позитронно-эмиссионная томография (ПЭТ) ҡулланыла(мәҫәлән,[8]). ПЭТ, мәҫәлән, төрлө нейромедиаторҙарҙың нейрофизиологик һәм психик процестарҙа ҡатнашыуын тикшереү өсөн ҡулланыла.

Этика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был фәндә этика стандарттары ваҡыт үтеү менән үҙәгәрә бара. Элек үткәрелгән киң билдәле тикшеренеүҙәрҙең ҡайһы берҙәре хәҙер этикаға ярашһыҙ һәм ҡабул ителгән кодекстарға ҡаршы килә тип иҫәпләнә (кешеләр ҡатнашлығында тикшеренеүҙәр үткәреү Канада кодексы һәм Бельмонт отчёты).

Хәҙерге заманда иң мөһим стандарттар- алдан мәғлүмәт биреү һәм кешенең үҙ ирке менән биргән ризалығы. Икенсе донъя һуғышынан һуң, нацистарҙың кеше ризалығынан тыш эксперименттар үткәгәне асыҡланғас, Нюрнберг кодексы ҡабул ителә. Күп илдәр һәм фәнни журналдар Хельсинки декларацияһын ҡабул итә.АҠШ-та 1966 йылда Милли һаулыҡ һаҡлау институттары Институциональ күҙәтеү советы булдыра, ә 1974 йылда Милли тикшеренеүҙәр тураһында закон ҡабул итә (HR 7724). Был саралар арҡаһында тикшеренеүселәр эксперименттарҙа ҡатнашыусыларҙан, алдан булсаҡ эксперимент тураһында мәғлүмәт биреп, ризалыҡ ала башлай. Бер нисә киң билдәле тикшеренеүҙән һуң ошо ҡағиҙә үтәлә башлай. Был тикшеренеүҙәргә Массачусетс технология институтында һәм Ферналд мәктәбендә радиоизотоп ҡулланып тикшеренеүҙәр, талидомид менән булған трагедия ,Уиллоубрук гепатитын һәм Стэнли Милграмдың власҡа буйһоноуҙы өйрәнеүҙәре инә.

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Америка психологы Стивен Пинкер психологтар йыш ҡына эмоцияларҙың «эстәлеген» иҫәпкә алмай һәм кеше аҡылының эмоцияларҙың төрлө категорияһы менән төрлөсә ҡуллана алыуын иғтибарға алмай ти. Пинкер фекеренсә, хәтер һәм фекерләү теорияһы кеше тураһында фекерләүҙе таш йәки биналар тураһында фекерләүҙән айырмай. Эмоциялар теорияһы ҡурҡыу менән асыу килеү, көнләшеү менән яратыу араһында айырманы күрмәй. Ижтимағи (социаль) мөнәсәбәттәр теорияһы ғаилә, дуҫтар, дошмандар һәм таныш булмаған кешеләр араһындағы айырманы иҫәпкә алмай. Пинкер психология дәреслектәрендә мөхәббәт, нәфрәт, ашамлыҡ, секс, статус, власть, көнсөллөк, дуҫлыҡ, дин һәм башҡа нимәләр тураһында ғәмәлдә бөтөнләй бер ни яҙылмай ти. [9].

Рәсәй физиологы,Нобель премияһы лауреаты Иван Павлов та психологияны методтар, асыҡ, аңлайышлы категориялар һәм төшөнсәләр булмауы өсөн тәнҡитләй. Нерв системаһын өйрәнгәндә Иван Павлов һәр саҡ тәбиғи фәндәр методтарын ҡулланып тикшеренеүҙәр үткәрергә, үҙе әйткәнсә,«бик ныҡ объектив» булырға тырышҡан. Мәҫәлән, бер лекцияһында И. П. Павлов психологияға бәйле ҡаршылыҡтар тураһында былай тип яҙа[10]:

… Психология, кешенең эске донъяһын танып белеү булараҡ, әлегә тиклем ысын методтар эҙләй. Ә физиологтар хайуандарҙың эске донъяһы тураһында фекер йөрөтөргә тырыша. Шулай булғас, юғары үҫешкән хайуандарҙың ҡатмарлы нерв системаһын өйрәнеүҙең урынынан бөтөнләй тиерлек ҡуҙғалмауын аңлауы ауыр түгел. Ә был тикшеренеү инде йөҙ йыл элек булған.

Беҙ үҙ-үҙебеҙгә психологияла ҡулланылған эт белеп тора, теләй кеүек һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙы тыйҙыҡ (лабораторияла хатта штраф та индерелә) Ниһайәт, беҙҙе ҡыҙыҡһындырған бөтә күренештәр ҙә башҡаса булып күренә башланы[11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ψυχή // Древнегреческо-русский словарь / Сост. Дворецкий И. Х., под ред. Соболевского С. И.. — М.: Государственное издательство иностранных и национальных словарей, 1958. — Т. II. — С. 1801. — 1904 с.
  2. Psychology (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
  3. 3,0 3,1 Психология. Учебник для гуманитарных вузов / Под общей редакцией В. Н. Дружинина. — СПб.: Питер, 2001. — С. 12. — 656 с. — (Серия «Учебник нового века»). — ISBN 5-272-00260-1.
  4. 4,0 4,1 Мазилов В. А. Предмет психологической науки и философия психологии /Фундаментальные и прикладные исследования современной психологии: результаты и перспективы развития / Отв. ред. А. Л. Журавлёв, В. А. Кольцова. — М.: Изд-во «Институт психологии РАН», 2017. — 2714 с. — С. 108—115 ISBN 978-5-9270-0362-4
  5. Рубинштейн С. Л. Основы общей психологии. М., 1940. С. 37.
  6. Гуменская Ольга Михайловна Древнерусская мудрость как источник отечественной психологической мысли // Известия Саратовского университета. Новая серия. Серия Философия. Психология. Педагогика. — 2007.
  7. Построена трёхмерная карта слов в мозге человека
  8. Раскрыт механизм человеческой памяти
  9. Пинкер, 2018, с. 36
  10. Павлов И.П. Естествознание и мозг // Речь на общем собрании XII съезда естествоиспытателей и врачей в Москве 28 декабря 1909 г.. — 1909.
  11. И.П. Павлов ФИЗИОЛОГИЯ И ПСИХОЛОГИЯ ПРИ ИЗУЧЕНИИ ВЫСШЕЙ НЕРВНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ ЖИВОТНЫХ // Доклад в Философском обществе в Петрограде : Психиатрическая газета, № 6, 1917 г.. — 1916.