Люксембург
|
|||||
| Девиз: «Mir wëlle bleiwe wat mir sinn» «Беҙ нисек барбыҙ, шулай ҡалырға теләйбеҙ» |
|||||
| Гимн: «Ons Hémécht (Беҙҙең Ватан)» | |||||
Люксембургтың урынлашыуы (йәп-йәшел):
— Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡара-көлһыу) — Европа Берләшмәһендә (асыҡ-йәшел) |
|||||
| Бойонороҡһоҙлоҡ датаһы | 9 июнь 1815 (Франция дәүләтенән) | ||||
| Рәсми тел | люксембург, француз, немец | ||||
| Башҡала | Люксембург ҡалаһы | ||||
| Эре ҡалаһы | Люксембург ҡалаһы | ||||
| Идара итеү формаһы | конституциялы монархия | ||||
| Бөйөк Герцог Премьер-министр |
Анри (Генрих) Жан-Клод Юнкер |
||||
| Территория • Барлығы |
Донъялағы урыны: 167 2 586,4 км² |
||||
| Халыҡ • Баһалау (2010) • Тығыҙлыҡ |
502 207 кеше (Урыны: 168) 171 кеше/км² |
||||
| ЭТП • Барлығы (2010) • Йән башына |
64,306 млрд.[1] $ (Урыны: 98) 128 806[1] $ |
||||
| КПҮИ (2011) | Ҡалып:Артыу 0,867 [2] (Бик юғары) (Урыны: 25) | ||||
| Валюта | Евро (EUR, код 978) | ||||
| Интернет-домены | .lu, .eu | ||||
| Телефон коды | +352 | ||||
| Сәғәт бүлкәте | +1 | ||||
Люксембу́рг Бөйөк Герцоглығы (люксем.Groussherzogtum Lëtzebuerg, франц. Grand-Duché de Luxembourg, нем. Großherzogtum Luxemburg) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт бөйөк герцоглыҡ. 1957 йылдан алып Европа Берләшмәһенең ағзаһы. Герцоглыҡ Бельгия, Германия и Франция дәүләттәре менән сикләнә. Илдең атамаһы үргенемец теленән «lucilinburch» — «бәләкәй ҡала» барлыҡҡа килә.
Йөкмәткеһе |
Политик структура[үҙгәртергә]
Люксембург — конституциялы монархия. Дәүләт башлығы — Бөйөк герцог. Ил менән дәүләт-министр башлығындағы хөкүмәт идара итә. Дәүләт-министрҙы (хөкүмәт рәйесен) Бөйөк герцог билдәләй. Ҡануниәт хакимиәтенең юғары органы — биш йылға һайланған бер палаталы парламент.
Административ бүленеш[үҙгәртергә]
Люксембург округтарҙан тора, ә округтар кантондарға һәм коммунналарға бүленә.
3 округ:
- Люксембург;
- Дикирш;
- Гревенмахер.
12 кантон:
- Вианден — Вианден ҡ.
- Вильц — Вильц ҡ.
- Гревенмахер — Гревенмахер ҡ.
- Дикирх — Дикирх ҡ.
- Эш — Эш ҡ.
- Эштернах — Эштернах ҡ.
- Капеллен — Капеллен ҡ.
- Клерво — Клерво ҡ.
- Люксембург — Люксембург ҡ.
- Мерш — Мерш ҡ.
- Ремищ — Ремиш ҡ.
- Роданж — Роданж ҡ.
Кантондар 118 ҡала һәм ауыл коммунналарынан тора.
Халҡы[үҙгәртергә]
Люксембургтың барлыҡ халҡы 502 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Илдең төп халҡы — люксембурглылар, лётцебургер (үҙатама). Улар һинд-европа телдәр ғаиләһенең герман группаһының люксембург телендә аралашалар. Тағы ла немец һәм француз телдәре киң таралған.
Галерея[үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Донъя валюта фонды (2010)
- ↑ Human Development Report 2011 (en). United Nations Development Program (2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 февраль 2012. 6 ноябрь 2011 тикшерелгән.