Аланд утрауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аланд провинцияһы
Landskapet Åland
Аланд утрауҙары гербы
Флаг
Девиз: «Тыныслыҡ утрауҙары»
Гимн: «Ålänningens sång»
Рәсми тел швед
Баш ҡала Мариехамн
Эре ҡалалар Мариехамн
Идара итеү төрө Автоном провинция
Губернатор

Премьер-министр

Петер Линдбек

Камилла Гунелл

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө

1 552,57 [1] км²
1,74%
Халыҡ
• Һаны (1.31.2012)
• Халыҡ тығыҙлығы

28 361 чел.
18,27 чел./км²
Валюта евро
Интернет-домен .ax[d]
Код ISO AX
Телефон коды +358 18
Сәғәт бүлкәте 0,666666667

Аланд утрауҙары (Ала́ндтар, швед. Åland — О́ланд, фин. Ahvenanmaa — Ахвенанмаа, һүҙмә-һүҙ — алабуға иле) — Балтик диңгеҙенең Ботния ҡултығындағы архипелагы, шведтар йәшәгән Финляндия Финляндия составындағы автономия, айырым ҡоралһыҙландырыу һәм бер телле зона[2].

2021 йылдың 31 ғинуарына ҡарата архипелаг халҡы — 30 129 кеше[3]. Архипелаг автономиялы провинцияһының берҙән бер ҡалаһы һәм баш ҡалаһы — Мариехамн (11 709 кеше)[3].

Швед теле берҙән бер рәсми тел. Швед теле 91,2 % халыҡтың туған теле (көнкүрештә швед теленең аланд диалекты ҡулланыла). Фин теле 5 % халыҡтың туған теле, башҡа телдәр 3,8 % тирәһе. Диндарҙарҙың күпселеге лютерандар.

2006 йылда аланд утрауҙарына үҙ домен исеме (интернет-домен) бирелә — .ax[en].

Ҡуллыныштағы рәсми валюта — евро.

Атама этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Швед å һүҙе бәләкәй йылғаны аңлата (ср.: Åbo), әммә Åland швед атамаһының килеп сығышы менән башҡа нәмәләрҙе бәйләйҙәр, сөнки архипелагта йылғалар юҡ тиерлек. Ларс Хулден (швед. Lars Huldén) Åland һүҙенең башында торған боронғо скандинав «ahva» һүҙе латин телендә aqua (һыу) аңлатҡан мәғәнәгә эйә. Шулай уҡ, лингвистиканың сиратлашыу ҡанундары буйынса, ahven (окунь) фин һүҙенән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе лә инҡар итмәй, унан тәүге å өнө барлыҡҡа килеүе мөмкин[4].

«Донъя илдәренең дөйөм Рәсәй классификаторы»на ярашлы, Эланд утрауҙары булараҡ яҙыла[5] — дөрөҫөрәге, был тарихи формалашҡан яҙыуға ҡаршы килә.

Икенсе фараз буйынса, рус исеме швед теленән швед. Aland алынған, ул, үҙ сиратында, унан — «һыу ере» нем. Ahwaland тип алынған. Шулай уҡ сығанаҡ немец формаһынан килеп сыҡҡан фин. Ahvenanmaa фин формаһы ла бар[6].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыһандан төшөрөлгән фото
Аланд утрауҙарының топографик картаһы
Аланд утрауҙары

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архипелаг Балтик диңгеҙенең Ботния ҡултығына ингән ерҙә урынлашҡан. Көнсығышта материк Финляндияһынан (Варсинайс-Суоми провинцияһы) бик күп шхерҙерға бай Архипелаг диңгеҙе менән айырылған, көнбайышта Швециянан (Стокгольм лены һәм ситтәге төньяҡ-көнбайышта, Уппсала лены) Сёдра-Кваркен боғаҙы менән айырылған. Боғаҙҙа майҙаны яҡынса 3 гектар тәшкил иткән Меркет утрауы бар, унда дәүләттәр араһындағы сиктең ҡоро ер участкаһы бар.

Архипелагтың оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа табан — 130 км. Архипелаг 6757 утрауҙан (60 утрауҙа кеше йәшәй) тора, улар Ер шарындағы иң күп утрауҙар тупланмаһы. Территорияһы — 1552 км², шуның 27 км² самаһын йылғалар һәм күлдәр тәшкил итә. Архипелаг утрауҙарының иң ҙуры — 685 км² майҙанды биләгән Аланд утрауы. Архипелагтың иң бейек нөктәһе — бейеклеге 129 метр тәшкил иткән Оррдальсклинт ҡалҡыулығы.

Территорияның 58,7%-ын урмандар биләй[3].

Архипелагтағы ҡайһы бер ҙур утрауҙар (майҙаны 5 км²-ҙан ашыу):

Атамаһы Майҙаны (км²) Иң бейек нөктәһе (м) Халҡы (кеше)
Аланд (утрау) 685 129 21 400
Лемланд 92 77 2 133
Эккерё 91 36 978
Лумпарланд 33 61 397
Вордё 29 48 400
Эстерсокнен 23
Кумлинге 23 238
Хуммерсёландет 17
Дегерё (Degerö) 14 35
Хеллсё (Hellsö) 12,8
Энклинге 12,2 87
Соннбудаландет (Sonnbodalandet) 10,4
Чёкар 10,3
Сеглинге (Seglinge) 9,7 46
Соттунга 9,3
Чюркландет (Kyrklandet) 6,8 17

Сәғәт бүлкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аландар, бөтөн Финляндиялағы кеүек үк, халыҡ-ара стандарт буйынса билдәләнгән көнсығыш европа (Eastern European Time) (EET/EEST) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. Бөтә донъя координация ваҡытына UTC сағыштырмаса күсерелеү +2:00 (ҡышҡы ваҡыт) һәм +3:00 (йәйге ваҡыт) тәшкил итә.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрау уртаса климатта урынлашҡан, һалҡынсараҡ һәм үҙенең айырмалыҡтары бар: утрауҙар Төньяҡ илдәрҙең иң ҡояшлы төбәгендә урынлашҡан. Йәйге ҡояшта йылынған Балтик диңгеҙе үҙенең йылыһын оҙаҡ һаҡлай, шуға унда көҙ миҙгеле оҙайлы. Әммә яҙ көнө һауа континеттағыға ҡарағанда күпкә оҙағыраҡ йылына. Ғәҙәттә боҙ ғинуар уртаһында туңа, апрель уртаһында йәки май башында ирей. Ғинуарҙың уртаса температураһы —4°С, июлдә +15°С; йыллыҡ яуым-төшөм 550 мм[7]. Флора ҡарағай һәм киң япраҡлы (күберәген йәсин (ҡорос) ағасы) урмандарға, ҡыуаҡлыҡтарға, болондарға бай. Утрауҙа бер нисә ҡурсаулыҡ (резерват) бар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙар яҡынса XII быуат аҙағында һәм 1809 йылға тиклем Швеция Короллеге составына ингәндәр. Тәүҙә Линчёпинг мәхәлләһенә ҡараған, ләкин XIV быуаттың башынан епископ Абоға (Турку) буйһона башлағандар. XIV быуат башынан 1634 йылға тиклем үҙәге Кастельхольм ҡәлғәһендә урынлашҡан айырым Кастельхом ленын тәшкил иткән, һуңынан Або-Бьёрнеборг лены (хәҙерге Турку һәм Пори) составына ингән. 1808—1809 йылдарҙағы рус-швед һуғышы йомғаҡтары буйынса утрауҙар Рәсәй империяһына күскән һәм 1815 йылға тиклем уның иң көнбайыш нөктәһенә әүерелгән.

XVIII—XX быуат башында Аландар аша Петербургтан Стокгольмға мөһим почта юлы үткән. Уның бер өлөшө булып күпселек өлөшө Аланд утрауҙары аша үткән Стокгольм менән Або араһындағы Почта юлы тора. 1809 йылдан 1917 йылға тиклем Эккерола, Төп утрауҙың көнбайыш осонда, Рәсәй империяһының иң көнбайыш почта бүлексәһе урынлашҡан (хәҙер — музей).

Аланд утрауҙары Төньяҡ һуғышы осоронда диңгеҙҙәге хәрби хәрәкәттәрҙә мөһим роль уйнаған. 1718—1719 йылдарҙа утрауҙарҙа, Төньяҡ һуғыштың тамамланыу шарттарын тикшереп, һөҙөмтәһеҙ тамамланған Аланд конгресы үткән. 1720 йылдың 27 июлендә (7 августа) бында, Гренгам утрауы янында, рус һәм швед флоттары араһында диңгеҙ һуғышы була, рустарҙың был алышта еңеүе 1721 йылда Ништадт тыныс килешеүен төҙөүҙе байтаҡҡа тиҙләтә.

1809 йылдың 18 мартында рус-швед һуғышында кенәз Пётр Иванович Багратион етәкселегендәге рус корпусы Аланд утрауҙарын баҫып ала, һуғыш тамамланғас, улар Финляндияның Бөйөк кенәзлеге составында Рәсәй империяһына ҡушыла.

1832 йылда рустарҙың Бомарсунд ҡәлғәһе төҙөлә башлай, уның тирәләй Скарпанс гарнизон ҡалаһы үҫеп сыға. 1854—1856 йылдарҙағы Ҡырым (Көнсығыш) һуғышында төҙөлөп бөтмәгән ҡәлғәгә инглиз-француз десанты һөжүм итә, рус гарнизоны әсирлеккә алына[8].

1856 йылда Париж тыныслыҡ килешеүе Аланд утрауҙарына ҡоралһыҙландырылған (демилитаризация) зона статусын бирә, һәм ул әлеге көнгә тиклем һаҡлана. Әммә рус хәрби частары утрауҙарҙа 1906 йылдан 1917 йылға тиклем тора. Беренсе бөтә донъя һуғышы дәүерендә, архипелагтың бер нисә утрауында нығытмалар ҡоролған ваҡытта, вәкиллек айырыуса ҙур булған[9].

1861 йылда махсус рәүештә шул маҡсатта төҙөлгән Мариехамн (фин. Марианхамина) Аланд утрауҙарының яңы үҙәге булып китә һәм әлегә тиклем утрауҙағы берҙән-бер ҡалаһы булып тора. 2011 йылдың 2 ноябрендә ҡала уның исемен йөрөткәнлектән, Мариехамнда императрица Мария Александровнаға һәйкәл асыла[10].

Беренсе донъя һуғышынан һәм Финляндияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткәндән һуң, Аланд утрауҙары Швеция составына күсергә маташа, унда Швеция ғәскәрҙәре төшөрөлә, утрауҙарҙа өҫкө өлөшөндә зәңгәр, уртала — алтын төҫ һәм аҫҡы өлөшөндә — зәңгәр һыҙаттан торған үҙ флагы күтәрелә. Флаг Швеция флагы төҫтәрен ҡабатлай, әммә улар горизонталь урынлашҡан.

Аланд утрауҙарының 1922 йылғы флагы

Ләкин был тырышлыҡтар уңышһыҙ тамамланған. 1921 йылда Милләттәр лигаһы утрауҙарҙың киң автономия хоҡуғында Финляндияға инеүен таныны. Утрауҙар ике бөтә донъя һуғышы араһында ҡоралһыҙландырылған (демилитаризованный) статусын һаҡлап ҡалған. Уларҙың Балтик диңгеҙендәге төп хәлен 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышынан һуң Аланд утрауҙары тураһында СССР һәм Финляндия килешеүе Мариехамнда совет консуллығы ойоштороуҙы шарттарҙың береһе итеп раҫланыуы билдәләй.

1954 йылда фин парламенты һәм президент Юхо Кусти Паасикиви менән оҙаҡ килешкәндән һуң, швед флагын хәтерләткән Аланд утрауҙарының флагы ҡабул ителә; айырмаһы — Аланд флагында швед флагындағы алтын тәре өҫтөнән ҡыҙыл төҫлөһө төшөрөлгән, улар Аланд утрауҙарын символлаштыра.

Утрауҙарҙың иҡтисади үҫеше башлыса уларҙың Балтик диңгеҙенең диңгеҙ коммуникациялары үҙәгендәге транспорт-географик урыны менән билдәләнә. Аланд утрауҙары XVIII—XIX быуаттар аҙағында географик яҡтан ярайһы уҡ уңайлы урынлашыуы XIX быуат аҙағынан үҙенең абруйын юғалта башлай, әммә 1960 йылдарҙа, Скандинавия илдәре араһындағы сиктәрҙе бөтөргәндән һуң, йәнә ыңғай ҡабул ителә башлай, был XXI быуат башына халыҡтың иҡтисади именлегенең юғары кимәленә килтерә[11].

Айырым статусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғыш осоронда, 1854 йылда, утрауҙар яуланған, ә һуңынан Бомарсунд ҡәлғәһен шартлатыу һөҙөмтәһендә Аланд утрауҙары Париж тыныс килешеүе (1856) буйынса айырым статусҡа эйә була. Һуңынан 1917—1921 йылдарҙағы сәйәси көрсөктән һуң (Аланд кризисы) утрауҙарҙың дәүләтселеге һәм статусы мәсьәләһе — айырым автономиялы статусы 1921 йылғы Милләттәр лигаһы ҡарары — Аланд конвенцияһы менән раҫлана.

Аланд утрауҙары, Аланд конвенцияһына ярашлы, тулыһынса ҡоралһыҙландырылған биләмә булып һанала (баштан уҡ, 1856 йылғы килешеүгә ярашлы — «дефорфикацияланған»). Бында хәрби частар, хәрби-диңгеҙ йәки хәрби-һауа базалары юҡ. Утрауҙар нейтраль биләмә статусына эйә һәм ҡораллы конфликттар булған осраҡта хәрби хәрәкәттәр театрына йәлеп ителә алмай. Финляндияның башҡа граждандарынан айырмалы рәүештә, Аланд утрауҙарында йәшәүселәр хәрби хеҙмәткә саҡырылмай, был ҡоралһыҙландырылған статусы менән түгел, ә тел һәм мәҙәни үҙенсәлектәрҙе һаҡлауға ярҙам итеү шарттарына бәйле. Шулай уҡ һунар ҡоралынан тыш, теләһә ниндәй атыу ҡоралын һаҡлау һәм йөрөтөү тыйыла (полициянан тыш). Архипелагтың 3,3 га майҙанлы иң көнбайыш Меркет утрауы территорияһының яртыһы ғына Швецияныҡы, был донъялағы ике ил араһында бүленгән иң бәләкәй диңгеҙ утрауы булып тора[12]. Утрауҙың швед өлөшөнә Аланд утрауҙарының ҡоралһыҙландырылыуы конвенцияһы ғәмәлдә булмауы арҡаһында, сикте демаркациялау мәсьәләһе Финляндия менән Швецияның ике яҡлы килешеүҙәре сиктәренән сыға һәм (Аландовтың ризалығынан тыш — автономияның Финляндия составындағы статусы тураһында положениеға бәйле) өсөнсө илдәрҙең, атап әйткәндә, Бөйөк Британия, Германия, Дания, Италия, Польша һәм Францияның, ҡатнашыуын күҙ уңында тота[13].

Утрауҙарҙың айырым автономиялы статусына бәйле башҡа ҡайһы бер үҙенсәлектәре:

  • Швед теле Аланд утрауҙарының берҙән-бер рәсми теле булып тора. Ул автономия территорияһында дәүләт, төбәк һәм муниципаль учреждениеларҙа, шулай уҡ дәүләттең үҙәк власть органдары менән коммуникация ваҡытында файҙаланыла. Швед теле шулай уҡ утрауҙарҙа дәүләт уҡыу йорттарында белем алыу теле булып тора. 1970 йылдан мәктәптәрҙә фин телен мотлаҡ өйрәнеү индерелә[14].
  • Утрауҙарҙа урындағы парламентҡа — Лагтингҡа һайлауҙа тауыш биреү һәм үҙ кандидатураһын күрһәтеү, шулай уҡ утрауҙарҙа күсемһеҙ милеккә эйә булыу һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү хоҡуғын биреүсе (был сикләүҙең мәғәнәһе утрауҙарҙағы ерҙең килмешәктәр ҡулында түгел, ә урындағы халыҡтың шәхси биләмәһендә булыуына ҡайтып ҡала) урындағы Аланд гражданлығы (швед. Åländsk hembygdsrätt) бар. Урындағы гражданлыҡтың булмауы автономия биләмәһендә ябай йәшәүгә ҡаршылыҡ булып тормай. Урындағы гражданлыҡ булмауы шулай ҙа автономия территорияһында йәшәүгә ҡамасауламай. Урындағы гражданлыҡ хоҡуғы, ошонда тыуыу менән (ата-әсәнең береһе граждан булһа) йәки кешенең юллауы буйынса (Финляндия гражданлығы булған, автономия территорияһында биш йылдан да кәм йәшәмәгән һәм швед телен ҡәнәғәтләнерлек белгән осраҡта), алына.
  • Автономияның Европа союзы составындағы статусы Финляндияның союзға ҡушылыуы тураһындағы килешеүҙә айырым положениелар менән көйләнә. Мәҫәлән, ситләтелгән һалым һалыу мәсьәләһендә автономия өсөнсө яҡтың биләмәһе булараҡ ҡарала.
  • 1970 йылдан алып утрауҙарҙың, Финляндиянан айырмалы, Төньяҡ советта үҙ вәкиллеге бар.
  • Урындағы парламент — Лагтинг (һүҙмә-һүҙ: закондар сығарыу йыйылышы) үҙ ҡарарҙарында Финляндия парламентына (Эдускунта) буйһонмай. Азия утрауҙары закондар сығарыу йыйылышының компетенция сиктәре Аланд автономияһы менән Финляндия араһында яуаплылыҡ өлкәләрен айырыу тураһындағы махсус килешеүҙәр менән билдәләнә. Лагтинг түбәндәге өлкәләрҙә: мәғариф, мәҙәниәт, боронғо ҡомартҡыларҙы һаҡлау, һаулыҡ һаҡлау һәм медицина хеҙмәтләндереүе, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, эске транспорт, урындағы үҙидара, почта хеҙмәте, радио һәм телекоммуникация сфераһында хоҡуҡи көйләүҙе тормошҡа ашыра. Был өлкәләрҙә мәсьәләләрҙе Аланд утрауҙары бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ хәл итә. Лагтинг ҡабул иткән закондарға, әммә Лагтинг провинция автономияһы сигенә сыҡҡан осраҡта ғына, йәки ҡабул ителгән закон Финляндияның эске йәки тышҡы именлегенә хәүеф тыуҙырғанда ғына, Финляндия Президенты тарафынан вето һалыныуы ихтимал. Финляндияның үҙәк власть органдары тышҡы сәйәсәт, гражданлыҡ һәм енәйәт хоҡуғы, суд ҡоролошо, таможня һәм дәүләт һалымы өсөн яуап бирә. Лагтингка һайлауҙар дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылавыборы (һуңғы һайлауҙар 2015 йылдың 18 октябрендә уҙҙы).
  • Аланд утрауҙары 1984 йылдан алып үҙҙәренең почта маркаларын сығара.
  • Аланд утрауҙарының Финляндия парламентында махсус вәкиле бар.
  • Провинция халҡы фин армияһында хеҙмәт итеүҙән азат ителә, әммә Аланд утрауҙарынан ситтә йәшәгән осраҡта биш йыл дауамында ошо иммунитетты юғалталар[15].
  • Аланд утрауҙарының финдарҙан айырмалы һәм Европа союзы символикаһы төшөрөлмәгән үҙҙәренең автомобиль номерҙары бар.

2012 йылдың 15 авгусында Аландия утрауҙарында булған Финляндия президенты Саули Ниинистё[16] 1991 йылғы Финляндия составында архипелагтың үҙидараһы тураһындағы законды яңыртыу тәҡдиме менән сығыш яһаны[17].

2015 йылда Финляндияның киң мәғлүмәт сараларында, айырыуса Рәсәй яғынан хәрби янауҙар хәүефе тураһында хәбәрҙәр менән бәйле, утрауҙарҙың автономиялы статусы әүҙем тикшерелә башланы. Финляндияның оборона министры Юсси Ниинистё, әгәр уларҙа айырма билдәләре булмаған сит ил дәүләттәренең хәрби хеҙмәткәрҙәре йөрөгән осраҡта, Аландарҙы яҡларға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. 2015 йылдың август урталарында Финляндия президенты Саули Ниинистё, Аланд утрауҙарында булғанда, Аландамға хәрби янауҙарҙың артыуы тураһында һөйләшеүҙәр нигеҙһеҙ тип белдерҙе. Уның фекеренсә, «автономлы төбәктең геосәйәси хәлендә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булманы» һәм Финляндия тыныс осорҙа Аланд утрауҙарын ҡоралһыҙландырыуға һәм һуғыш ваҡытында автономиялы төбәктең нейтраль статусына булышлыҡ итәсәк. Шул уҡ ваҡытта президент Ниинистё, «әгәр Швеция Финляндияға халыҡ-ара килешеүҙәр йөкләмәләрен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә теләһә, был — Швеция эше», тип белдерҙе[18][19].

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аландтарҙың Административ бүленеше

Административ берәмек — коммуна. Аландта барлығы — 16 коммуна.

Муниципалитет Халҡы,

кеше

31.12.2016[20]

Территория,[3]

км²

Тығыҙлығы,

кеше/км² ҡоро ергә

Герб
Ҡоро ер Күлдәр Диңгеҙ Барлығы
1 Брандё (Brändö) 471 107,9 0,4 1534,8 1643,1 4,37
2 Эккерё (Eckerö) 928 107,7 1,5 643,5 752,7 8,62
3 Финстрём (Finström) 2594 123,3 6,9 42,3 172,5 21,04
4 Фёглё (Föglö) 561 135 0 1734 1869,1 4,16
5 Ета (Geta) 499 84,5 2,9 518,5 605,9 5,91
6 Хаммарланд (Hammarland) 1508 138,3 1,9 1083,9 1224,1 10,90
7 Йомала (Jomala) 4757 142,6 1,8 542,7 687,1 33,36
8 Кумлинге (Kumlinge) 308 99,1 0,4 766,4 865,9 3,11
9 Чёкар (Kökar) 246 63,6 0,4 2101 2165 3,87
10 Лемланд (Lemland) 2012 113,2 0,9 851,2 965,3 17,77
11 Лумпарланд (Lumparland) 385 36,4 0 50,7 87,1 10,58
12 Сальтвик (Saltvik) 1839 152,2 7,4 1006,9 1166,5 12,08
13 Соттунга (Sottunga) 96 28 0 314,4 342,4 3,43
14 Сунд (Sund) 1006 108,2 4,3 71,8 184,3 9,30
15 Вордё (Vårdö) 439 101,7 0,4 470,4 572,5 4,32
16 Мариехамн (Mariehamn) 11 565 11,8 0 9 20,8 980,08
Аланд утрауҙары

Åland

29 214 1553,2 29,5 11 741,6 13 324,3 18,81
Административ берәмек — коммуна. Аландтарҙа барлығы — 16 коммуна.
  • Брандё
  • Эккерё
  • Финстрём
  • Фёглё
  • Ета
  • Хаммарланд
  • Йомала
  • Кумлинге
  • Чёкар
  • Лемланд
  • Лумпарланд
  • Мариехамн
  • Сальтвик
  • Соттунга
  • Сунд
  • Вордё

3 төбәктән тора: Мариехамн, архипелаг, ауыл.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ һаны, кеше[3]
1910 1920 1930 1940 1950 1960 1970 1980 1990 2000 2010 2015 2016 2021
21 356 20 423 19 705 21 196 21 690 20 981 20 666 22 783 24 604 25 776 28 007 28 983 29 214 30 129

2021 йылда Аланд утрауҙарында, башлыса швед телендә һөйләшеүсе, 30 129 кеше иҫәпләнгән. Уларҙың 11 705-е Аландтарҙың берҙән-бер ҡалаһы, баш ҡалаһы Мариехамнда йәшәгән. Ҡалаға 1861 йылда нигеҙ һалынған һәм шунан алып ул илдәге иҡтисади һәм сәйәси тормош үҙәге булып тора.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аланд утрауҙарындағы яхт-клубтың флагы
Хельсинки ҡалаһында Аланд утрауҙары банкы бүлексәһе

(швед. Ålandsbanken)]]

Төп тармаҡтары: балыҡсылыҡ, һөт малсылығы, туризм (диңгеҙ курорттары).

Йән башына эске тулайым продукт (ВВП) буйынса төбәк 2017 йылда Финляндияла йән башына 40 686 евро күрһәткесе менән 2-се (19 төбәктән) урынды биләне һәм йән башына эске тулайым продукт Финляндия буйынса уртаса күрһәткестән (Уусимаа менән тигеҙ) юғарыраҡ булған ике төбәктең береһе булды[21].

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финляндияның материк өлөшөнән Аланд утрауҙарына Ålandstrafiken компанияһының даими йөрөгән ҙур булмаған борамдарында ике юл менән барып етергә мөмкин[22] двумя путями:

  • «Төньяҡ маршрут» Турку ҡалаһынан көнбайышҡа табан 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Кустави ҡалаһының (Густавс) Оснэс портынан башлана. Бынан Брандё утрауына борам менән барырға мөмкин, ә Брандё утрауының көньяҡ өлөшөнән парлап Кумлинге аша Вордё (Vårdö) муниципалитетының Хумельвик (Hummelvik) портына йөрөй. Хуммельвиктан Мариехамнға тиклем — бөтәһе 40 километр самаһы.
  • «Көньяҡ маршрут» Корппоо утрауындағы Галтби портынан (Туркунан көньяҡ-көнбайышҡа табан 80 км) башлана, ошо гаванға тиклем барып етеү өсөн Турку архипелагында бер нисә борам кисеүен үтергә кәрәк, улар бөтәһе лә бушлай. Галтбиҙан Чёкар (Kökar) һәм Фёглё (Föglö) аша паром менән Лумпарланд муниципалитетындағы Лонгнес портына барып етергә мөмкин. Лонгнестан Мариехамнға тиклем — бөтәһе 35 километр самаһы.

Бынан тыш, Мариехамнда һәм Лонгнеста Таллин-Стокгольм, Хельсинки-Стокгольм һәм Турку-Стокгольм (Марехамнға, йәки Лонгнесҡа инәләр) маршруттары буйынса[23] и Silja Line[24]хәрәкәт иткән Viking Line компанияһы паромдары туҡтай[25].

Мариехамнда утрауҙарҙағы берҙән-бер аэропорт урынлашҡан. Авиабәйләнеш Финляндияның баш ҡалаһы (Хельсинки-Ванта аэропорты) һәм Швецияның баш ҡалаһы (Стокгольм-Арланда аэропорты) ярҙамында тормошҡа ашырыла. Авиакомпания 2012 йылдың 1 июленә тиклем Air Åland төп авиаташыусы булып һанала[26]. Әлеге ваҡытта Мариехамн — Стокгольм маршрутын көйәгестәр авиакомпанияһы хеҙмәтләндерә, ә Мариехамн — Хельсинки маршрутын NextJet авиакомпанияһы[27], а маршрут Мариехамн — Хельсинки маршрутын Flybe авиакомпанияһы хеҙмәтләндерә[28].

Төп утрау буйлап биш автобустан торған йәмәғәт транспорты маршруты хеҙмәтләндерә, уларҙа Ålandstrafiken компанияһы автобустары эшләй. Бөтә автобус маршруттарының башланғыс нөктәһе булып Мариехамн тора[29]. Мариехамн сиктәрендә автобуста йөрөү күп йылдар буйына (2013 йылдың 1 июненә тиклем) бөтәһе өсөн дә бушлай булды, ләкин ҡала эсендәге араның ҙур булмауы сәбәпле был ҙур әһәмиәткә эйә түгел.

Ригала Аланд номер билдәһе менән автомобиль

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кастельхольм — Сунд коммунаһында урта быуаттар ҡәлғәһе
  • Бомарсунд — XIX быуат урыҫ ҡәлғәһе (харабалары)
  • Эккерё (традицион транслитерация — Эккеро) — 1809—1917 йылдарҙа Рәсәй Империяһының иң көнбайыш почтаһы[30]
  • Вита Бьорн төрмәһе — Сунд коммунаһындағы 200 йыл элек төҙөлгән элекке төрмә.

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Архипелаг диңгеҙе
  • Аланд утрауҙары почтаһы һәм почта маркалары тарихы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. [1]
  2. Премьер-министр Юха Сипиля: нет никакого повода к изменению статуса Аландских островов. YLE. Дата обращения: 18 октябрь 2016. Архивировано 21 октябрь 2016 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Nordic Council - About Åland.
  4. Lars Huldén. Finlandssvenska bebyggelsenamn (швед.). — Helsingfors: Svenska litteratursällskapet i Finland, 2001. — 537 с. — (Skrifter utgivna av Svenska litteratursällskapet i Finland). — ISBN 951-583-071-0.
  5. Общероссийский классификатор стран мира. ОКСМ. Дата обращения: 7 июнь 2011. Архивировано 25 август 2011 года.
  6. Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь. / отв. ред. Р. А. Агеева. — М.: Русские словари, 1998. — С. 28. — 503 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89216-029-7.
  7. Аландские острова — Большая Советская энциклопедия — Энциклопедии & Словари
  8. Бомарзунд, памятник русским солдатам — Фотографии на 100 Дорог. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 13 февраль 2019 года. 2019 йыл 13 февраль архивланған.
  9. Востров, 2018
  10. Кичеджи открыл памятник супруге императора Александра II на Аландских островах — Санкт-Петербург, Финляндия — БалтИнфо.ru. Дата обращения: 2 ноябрь 2011. Архивировано 14 июль 2014 года.
  11. Мартынов, 2005
  12. Island Superlatives. Дата обращения: 11 июль 2010. Архивировано 18 февраль 2017 года.
  13. En gränsrevision måste därmed godkännas av..: Tyskland, Storbritannien, Frankrike, Italien, Danmark och Polen. Архивировано 3 ғинуар 2006 года. 2006 йыл 3 ғинуар архивланған.
  14. http://static.iea.ras.ru/neotlozhka/Shlygina_221_2010.pdf 2015 йыл 19 июнь архивланған. С. 13
  15. Двое юношей из Аландских островов получили повестку о призыве на военную службу // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 4 июнь 2012. (Тикшерелеү көнө: 4 июнь 2012)
  16. Ниинистё для Helsingin Sanomat: Путин закручивает гайки // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 15 август 2012. (Тикшерелеү көнө: 15 август 2012)
  17. Президент Ниинистё предлагает обновить Закон о самоуправлении Аландских островов. // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 15 август 2012. (Тикшерелеү көнө: 17 август 2012)
  18. Президент призвал прекратить спекуляции вокруг статуса Аландских островов // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 12 август 2015. (Тикшерелеү көнө: 13 август 2015)
  19. Lännen Media: президент готов принять помощь от Швеции для защиты Аландских островов в кризисной ситуации // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 13 август 2015. (Тикшерелеү көнө: 13 август 2015)
  20. Population 31.12.1997-2016 by year, age, municipality and sex (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  21. Tilastokeskus. National Accounts (ингл.). www.stat.fi. Дата обращения: 20 июль 2019. Архивировано 22 август 2019 года.
  22. Ålandstrafiken. Архивировано 22 июль 2007 года. 2007 йыл 22 июль архивланған.
  23. Аланды | Viking Line. Дата обращения: 27 июль 2015. Архивировано из оригинала 9 июль 2015 года.
  24. Silja Line. Дата обращения: 26 апрель 2011. Архивировано из оригинала 20 апрель 2013 года.
  25. Åland Official Travel Guide. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 14 сентябрь 2019 года.
  26. Air Åland. Дата обращения: 23 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 14 февраль 2014 года.
  27. NextJet. Дата обращения: 28 май 2022. Архивировано 15 март 2020 года.
  28. Flybe. Дата обращения: 23 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 17 февраль 2011 года.
  29. {title}.
  30. Эккеро, самая западная почта Империи — Фотографии на 100 Дорог. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 15 сентябрь 2016 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С. В. Тиркельтауб. Аланды в войнах и мире. — СПб.: Ореос, 2008. — 604 с.
  • Алексей Востров. Аланды. Острова мира и раздора. — СПб.: Остров, 2018. — 304 с.
  • В. Л. Мартынов Страна Оландия // География : журнал. — М.: Издательский дом «Первое сентября», 2005. — № 21.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Аландские острова в темах Ҡалып:Губернии Финляндии Ҡалып:Исторические провинции Финляндии

Ҡалып:Nordic Council Ҡалып:Зависимые территории