Фин теле
| Фин теле | |
|---|---|
| Үҙатама: | Suomi |
| Илдәр: | Финляндия, Швеция, Эстония, норвегия, Рәсәй (Карелия, Ленинград өлкәһе). |
| Рәсми статусы: | Финляндия, Швеция, Карелия Республикаһы (Рәсәй), ЕБ |
| Рейтинг: | 52 |
| Классификация (?) | |
| Категория: | Евразия телдәре |
| Урал тел ғаиләһе | |
| Яҙма: | латин әлифбаһы |
| Тел кодтары (?) | |
| ГОСТ 7.75–97: | фин 740 |
| ISO 639-1: | fi |
| ISO 639-2: | fin |
| ISO 639-3: | fin |
Фин теле (фин. suomi, suomen kieli) — Фин халҡының теле. Фин-уғыр ғаиләһендәге балтик буйы фин тармағына инә. Финляндияның һәм Европа Берләшмәһенең рәсми теле. Яҙмаһы - латин алфавиты нигеҙендә.
Агглютинатив телдәренең береһе. Фин-уғыр һәм самодий телдәре ((энец, ненец, нганасан теле, селькуп теле) бергә Урал тел ғаиләһен тәшкил итә.
Таралыш[үҙгәртергә]
Фин телендә Финляндия халҡының күпселеге (92 %) һөйләшә. Шулай уҡ ошо телдә Финляндиянан тыш йәшәгән этник финдар һөйләшә: Швецияла,Норвегияла, АҠШ-лағы фин диаспораһы, Эстонияла, Рәсәйҙә (күпселеге Ленинград өлкәһендә һәм Карелияла).
Фин теле Финляндияла рәсми тел булып тора; Швецияла аҙсылыҡ халыҡ теле булараҡ таныла. Рәсәйҙең Ленинград өлкәһендә фин телендә ингерманландлылар һөйләшә; Карелияла йәшәүсе этник финдар ҙа бар. Карелияла карел һәм вепс теле менән бергә милли тел тип һанала