Финляндия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Координаты: 63°24′00″ с. ш. 25°51′00″ в. д. / 63.40000° с. ш. 25.85000° в. д. / 63.40000; 25.85000 (G) (O)

Финляндия Республикаһы
'Suomen tasavalta
Republiken Finland'
Flag of Finland.svg Flag of Finland.svg Финляндия
Финляндия флагы Финляндия Flag of Finland.svg
EU location FIN.png
Финляндия милли гимны (Loudspeaker.png тыңларға (белешмә • ярҙам))
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 6 декабрь 1917 (Рәсәйҙән)
Рәсми телдәр фин теле, швед теле
Башҡала Хельсинки
Иң ҙур ҡалалары Хельсинки, Эспоо, Тампере, Вантаа, Турку
Идара итеү формаһы Парламент республикаһы
Президент Тарья Халонен
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
64-се/сө/сы урын
338 424 км²
10,0
Халыҡ
  • Барыһы (2009)
  • Тығыҙлыҡ
111- се/сө/сы урын
5 340 093
16 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе
  • Кеше башына
52- се/сө/сы урын
$190 862 млн $
$36 217 $
Валюта евро
Интернет-домен .fi; .ax (Аланд утрауҙары)
Телефон коды ++358
Ваҡыт бүлкәте UTC +2

Финля́ндия, рәсми исеме Финля́ндия Республикаһы (фин. Suomen tasavalta, швед. Republiken Finland) — Европаның төньяғында урынлашҡан дәүләт. Башҡалаһы — Хельсинки.. Көнсығышта Рәсәй, төньяҡ-көнбайышта Швеция, төньяҡта Норвегия менән сиктәш. Балтик диңгеҙе менән йыуыла.

Финляндия - Европа Берләшмәһе һәм Шенген килешеүе ағзаһы.

Финляндия донъяла беренсе булып һәр гражданының тиҙ интернетҡа хоҡуғын иғлан иткән ил. Донъяла майҙаны иң иркен һәм йәшәү өсөн иң уңай илдәрен билдәләүсе Legatum институты 2010-се йылда Финляндияны йәшәү өсөн иң яҡшы ил тип билдәләне.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә]

Дәүләттең күп телдәрҙә Финляндия тигән исеме швед теленән килә. Был телдә уның атамаһы Finland, йәиһә «фин ере» була. Илдең фин телендә үҙатамаһы — Suomi, йәғни «һаҙлыҡ ере» (фин. suo — һаҙ, фин. maa — ил).

Географик мәғлүмәт[үҙгәртергә]

Космостан күренеш

Финляндия Европаның төньяғында урынлашҡан, уның байтаҡ ҡына территорияһы (25%) төньяҡ поляр кругы аръяғында урынлашҡан. Ҡоро ерҙә Швеция (сик оҙонлоғо 586 км), Норвегия (716 км) һәм Рәсәй (1265 км) менән, ә диңгеҙ аша Эстония менән Балтик дингеҙенең Фин һәм Ботник ҡултыҡтары аша сиктәш. Яр буйы сиген һанағанда ул 1 100 км-ға тигеҙ. Утрауҙарҙан тыш яр буйы сиге 46 000 км. Яры буйында 81 000-гә яҡын утрау урынлашҡан (уртаса майҙаны - 100 м²).

Ил өс географик төбәккә бүленә:

  1. Яр буйы түбәнлеге — Фин һәм Ботник ҡултыҡтары буйында урынлашҡан; яр буйҙарында меңдәрсә текә тауҙар һәм утрауҙар бар. Төп архипелагтары: Аланд утрауҙары һәм Турку архипелагы. Илдең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан бик ваҡ утрауҙар системаһы Финляндияның иң ҙур архипелагын — Архипелаг диңгеҙен тәшкил итә.
  2. Эске күлдәр системаһы (күлдәр районы) — илдең үҙәгенән көньяҡҡарак урынлашҡан ҡара-урман һәм һаҙлыҡтар төбәге.
  3. Төньяҡ поляр кругы аръяғында урынлашҡан ерҙәр үҙенең ярлы тупрағы менән айырылып тора. Лапландия текә тауҙары һәм кесе ҡалҡыулыҡтары менән айырылап тора. Шунда ук, Финляндиялығы иң бейек нөктәһе — Фьельд Халти (диңгеҙҙән өҫтөнән 1328 м бейек) урынлашҡан.

Флора һәм фауна[үҙгәртергә]

Файл:Levi - Reindeers on the Fell.jpg
Лапландияла боландар

Финляндияның көньяғынан төньяғына хәрәкәт иткәндә бәләкәй утрауҙары, диңгеҙле ландшафты урманлы табиғәткә алышына. Илдең төньяғында иһә өлкән Лапландия урмандары урынлашҡан.

Финляндияла 35 милли парк бар. Был парктарҙа һирәк осраусы хайуандар һәм үҫемлектәр ҡурсалана, ландшафтың ҡыҙыҡлы формалары, уникаль тәбиғәт объекттары инә. Парктарҙың дөйөм майҙаны 8 мең км² тәшкил итә. Финляндия закондары буйынча һәр кеше ирекле рәүештә милли парктарҙа йөрөй ала[1]. Иң мәшһүр парктар араһында - Урхо Кекконен милли һәм Лемменйоки парктары.

Геологик төҙөлөш[үҙгәртергә]

Финляндияның күпселек өлөшө түбәнлектә урынлашһа, илдең төньяҡ-көнсығышындыа ҡайһы тауҙар бейеклеге 1000 метрҙан аша. Финляндия боронғо (1,4 — 3 млрд йыл) кристаллик щитта урынлашҡан[2]. Унда шулай ук Скандинавия һәм Кола ярымутрауҙары, Балтик диңгеҙе һәм Ботник ҡултығы урынлашҡан.

Халыҡ[үҙгәртергә]

Финляндия халыҡ һаны, 1750–2000[3]
Йыл Халыҡ һаны Йыл Халыҡ һаны
1750 421,000 1880 2,060,800
1760 491,000 1890 2,380,100
1770 561,000 1900 2,655,900
1780 663,000 1910 2,943,400
1790 705,600 1920 3,147,600
1800 832,700 1930 3,462,700
1810 863,300 1940 3,695,617
1820 1,177,500 1950 4,029,803
1830 1,372,100 1960 4,446,222
1840 1,445,600 1970 4,598,336
1850 1,636,900 1980 4,787,778
1860 1,746,700 1990 4,998,478
1870 1,768,800 2000 5,181,000

2008-се йылдың аҙағында Финляндия халыҡ һаны 5 544 877 кеше тәшкил итә (47% ир-ат һәм 53% ҡатын-ҡыҙ).

Милли состав[үҙгәртергә]

31.12.2008 Финляяндия милли составы[4]:

Финляндия халҡының күпселеге илдең көньяғында йәшәй

Финляндияла йәшәгән сит ил граждандары — 2,7%, илдән ситтә тыуғандар һаны 4,1%[5]. Иң ҙур аҙсылыҡ милләтәр: фин шведтары, сиғандар, татарҙар һәм саамдар.

Телдәр[үҙгәртергә]

1922-се йылда ҡабул ителгән ҡанун буйынча Финляндияла ике дәүләт теле - фин һәм швед теле. 1917-се йылға тиклем урыҫ теле лә рәсми булған.

Фин телендә халыктың күпселеге һөйләшә. Швед телендә халыктың 5,5%-ты һөйләшә, урыҫ телендә - 0,8%, эстон телендә иһә 0,3% кеше һөйләшә. Башҡа телдәрҙә халҡының 1,77% һөйләшә.

1992-се йылда «Саам теле тураһында закон» ҡабул ителгән. Был законға ярашлы саам теленә Финляндияла махсус статус бирелә[6].

Дин[үҙгәртергә]

Финляндия конституцияһы буйынса илдә Евангелик-Лютеран сиркәүе һәм Православ сиркәүе дәүләт cиркәүҙәре булып һанала[7]. Халытың 13,5%-ты бер ниндәй дини төркөмгә лә инмәй.

Тарих[үҙгәртергә]

Боронғо тарих[үҙгәртергә]

Боронғо ташта уйылған рәсемдәр

Археологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, иң тәүге кешеләр Финляндияла яҡынса б.э.т. 8500 йылда йәшәй башлаған. Улар аусылыҡ һәм аҙыҡ йыйыу менән шөғөлләнгән, таш ҡоралдарын ҡулланған. Б.э.т. меңйыллыҡта балсыҡтан һауыт-һаба эшләнә башланған [8]. Б.э.т. 32-се быуатта хәҙерге көньяҡ Финляндияға хәрби балталар культураһы килгәс, ер хужалык өсөн ҡулланыла башлай.

Бронза быуатынан (б.э.т. 1500–500 йылдарҙан) финдарҙың Скандинавия һәм Балтик региондарының халыҡтары менән аралашыуы киң күҙәтелә. IX быуат башына [9] Финляндия cиктәре түбәндәге ерҙәр менән сиктәш булған:

Швед хакимиәте (1150/1300 — 1809)[үҙгәртергә]

Викингтар осоро аҙағында швед сауҙагәрҙәре барлыҡ Балтик диңгеҙе регионында тәьҫирен арттыра. Бер нисә быуат буйы Финляндия Швеция хаҡимиәте аҫтында ҡала.

Рәсәй империяһы (1809—1917)[үҙгәртергә]

Рәсәй-Швеция һуғышы һөҙөмтәһендә 1809-сы йылда Финляндия Рәсәй империяһы составына киң автономия алып инә. 1860-сы йылдарҙан башлап фин үҙаңы ҡалҡа башлай, урындағы интиллигенция фин теленә дәүләт теле статусын биреүҙе талап итә. Был статусты фин теленә Александр II бирә. Автономия тиҙ нығый килә, 1899-сы йылда башланған урыҫлаштырыу сәйәсәте дәүләт бойондороҡһоҙлоҡ өcөн көрәште тик нығыта ғына.

Бойондороҡһоҙ Финляндия[үҙгәртергә]

Рәсәй монархияһы ҡолағас һәм Октябрь революцияһынан һуң Финляндия Сенаты 1917-се йылдың 6 декабрендә илде бойондороҡһоҙ тип иғлан итә. Граждандар һуғышы башлана.

Аҡтар еңелгәс, Финляндия ғәскәрҙәре Көнсығыш Карелияға һөжүм итә. Беренсе совет-финн һуғышы башлана. Ул 1920-се йылға хәтлем һуҙыла.

1939-сы йылда Советтар Союзы Фин һуғышын башлай. Бер-бер артлы бер нисә һуғыштан һуң Финляндия үҙ еренең өлөшөн юғалта.

Ҡыҫҡа тыныслыҡ осоронан һуң, 1941-се йылда Советтар Союзы Финляндиянға һөжүм итә - Финляндия Икенсе донъя һуғышына CCCР-ға ҡаршы булып инә. 1944-се йылда Финляндия СССР менән солох килешеүен раҫлай.

Һуғыштан һуң көсһөҙләнгән Финляндия, Карел муйынын СССР-ға биреп, үҙенең көнсығыш күршеһе менән яңы сәйәси курс тота. Урхо Кекконен, илдең 25 йыл буйына (1956-81) президенты, Скандинавия илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшырта, СССР менән дә үҙен сабыр тота.

1995-се йылда Финляндия Европа берлегенә инә.

Дәүләт төҙөлөшө һәм сәйәсәт[үҙгәртергә]

Финляндия — президент республикаһы, бер өлөшләтә автономияһы - Аланд утрауҙары бар.

Финляндия конституцияы буйынса закон сығарыу вазифаһын Эдускунта исемле Финляндия парламенты һәм президент башҡара. Законды үтәү вазифалары президентҡа һәм Дәүләт Йыйынына йөкләнгән.

Президент[үҙгәртергә]

Финляндия президенты алты йылға һайлана. 2000-се йылдан бире был вазифаны Тарья Халонен башҡара.

Парламент[үҙгәртергә]

Финляндия парламенты (Эдускунта)-ның бинаһы

Эдускунта — илдең бер палаталы парламенты, 200 депутаттан тора. Депутаттар бөтөн халыҡ тарафынан 4 йылға һайланып тора.

2003-сө йылда үткәрелгән парламент һайлауҙарында 18 партия ҡатнашты, уларҙың һигеҙе генә вәкилдәрен парламентҡа үткәрә алды. Иң ҙур партиялар араһында: Финляндия Үҙәге партияһы, Финляндияның Социал-демократик партияһы, Милли коалиция партияһы, Һул берлек партияһы, Йәшел берлек партияһы һәм Швед Халыҡ партияһы.

2007-се йылдың мартында үткән парламент һайлауында, иң күпселек тауышты (23,1%) Финляндия Үзәге партияһы яулай (51 мандат); парламентҡа шулай уҡ Милли коалиция (22,3%, 50 мандат), Социаль-демократик партия (21,4%, 45 мандат), Һул берлек (8,8%, 17 мандат), Йәшел берлек (8,5%, 15 мандат), Швед Халыҡ партияһы (4,6%, 9 мандат), Христиан демократтар партияһы (4,9%, 7 мандат) һәм «Ысын финдар» партияһы (4,1%, 5 мандат) үтә.

Административ-территориаль бүленеш[үҙгәртергә]

Финляндия провинциялары

Финляндия 20 провинцияға бүленә, һәр провинция комуналарҙан тора - коммуналар йылдан-йыл бергә ҡушылып, уларҙың дөйөм һаны аҙайып тора. 2010-сы йылдың башында илдә 342 коммуна бар.

Финляндияның провинциялары
  1. Лапландия (фин. Lappi / швед. Lappland)
  2. Похьойс-Похьянмаа (фин. Pohjois-Pohjanmaa / швед. Norra Österbotten)
  3. Кайнуу (фин. Kainuu / швед. Kajanaland)
  4. Похьойс-Карьяла (фин. Pohjois-Karjala / швед. Norra Karelen)
  5. Похьойс-Саво (фин. Pohjois-Savo / швед. Norra Savolax)
  6. Этеля-Саво (фин. Etelä-Savo / швед. Södra Savolax)
  7. Этеля-Похьянмаа (фин. Etelä-Pohjanmaa / швед. Södra Österbotten)
  8. Похьянмаа (фин. Pohjanmaa / швед. Österbotten)
  9. Пирканмаа (фин. Pirkanmaa / швед. Birkaland)
  10. Сатакунта (фин. Satakunta / швед. Satakunda)
  11. Кески-Похьянмаа (фин. Keski-Pohjanmaa / швед. Mellersta Österbotten)
  12. Кески-Суоми (фин. Keski-Suomi / швед. Mellersta Finland)
  13. Варсинайс-Суоми (фин. Varsinais-Suomi / швед. Egentliga Finland)
  14. Этеля-Карьяла (фин. Etelä-Karjala, швед. Södra Karelen)
  15. Пяйят-Хяме (фин. Päijät-Häme, швед. Päijänne Tavastland)
  16. Канта-Хяме (фин. Kanta-Häme, швед. Egentliga Tavastland)
  17. Уусимаа (фин. Uusimaa, швед. Nyland)
  18. Итя-Уусимаа (фин. Itä-Uusimaa, швед. Östra Nyland)
  19. Кюменлааксо (фин. Kymenlaakso, швед. Kymmenedalen)
  20. Аланд утрауҙары (фин. Ahvenanmaa / швед. Åland)

Финляндияның иң ҙур ҡалалары: Хельсинки — 583 549 кеше, Эспоо — 244 474 кеше, Тампере — 211 633 кеше, Турку — 176 242 кеше, Оулу — 139 275 кеше.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]


Искәртмәләр[үҙгәртергә]

  1. http://www.ymparisto.fi/download.asp?contentid=83402&lan=fi
  2. http://www.geologia.fi/index.php?option=com_content&task=view&id=230&Itemid=38
  3. Aunesluoma Juhana Lukiolaisen yhteiskuntatieto — WSOY, 2007.
  4. Väestörekisterikeskus
  5. http://www.stat.fi/til/vaerak/2008/vaerak_2008_2009-03-27_tie_001_fi.html
  6. http://www.russian.fi/info/index.php/2006/03/10/saamy.html
  7. Valtionkirkko. Tilastokeskus, käsitteet ja määritelmät
  8. http://web.archive.org/20020210163438/www.geocities.com/ojoronen/EARLYFIN.HTM
  9. Gardiner, Samuel Rawson, ed (1910). "Map No. 6: Europe at the death of Charles the Great, 814"