Балтик диңгеҙе
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Балтик диңгеҙе | |
| Урынлашыуы | Төньяҡ Европа |
|---|---|
| Майҙаны | 415 мең км² |
| Күләме | 21,5 мең км³ |
| Яр буйы оҙонлоғо | 8 мең тирәһе км³ |
| Иң ҙур тирәнлек | 470 м |
| Уртаса тирәнлек | 51 м |
Балтик диңгеҙе — материк эсендә урынлашҡан диңгеҙ. Балтик диңгеҙе Европаның төньяғында урынлашҡан, Атлантик океан бассейнына керә.
Утрауҙарҙы иҫәпләмәйсә диңгеҙ өҫтө майҙаны 415 мең км². Һыу күләме 21,5 мең км³.
Балтик диңгеҙе Рәсәй, Эстония, Латвия, Литва, Польша, Германия, Дания, Швеция һәм Финляндияның ярҙарын йыуа.
Балтик диңгеҙенең эре ҡултыҡтары: Фин ҡултығы, Ботник ҡултығы, Рига ҡултығы, Курш ҡултығы.
Эре утрауҙар: Готланд, Эланд, Борнхольм, Волин, Рюген, Аланд утрауҙары һәм Сааремаа.
Балтик диңгеҙенә ҡойоусы эре йылғалар: Нева, Нарва, Көнбайыш Двина (Даугава), Неман, Преголя, Висла, Одер һәм Вента.
Эре порттар: Вентспилс, Санкт-Петербург, Калининград, Балтийск, Клайпеда, Киль, Любек, Копенгаген, Гданьск, Щецин.