Финляндияла ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Финляндияла ислам
Дәүләт  Финляндия
 Финляндияла ислам Викимилектә
Ислам общинаһының ғибәҙәт ҡылыу бинаһы Ройхувуори[fi], Хельсинки

Финляндияла Ислам (фин. Islam Suomessa швед. Islam i Finland) — Финляндия территорияһында ислам дине. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Финляндия халҡының (5 532 мең кеше) 2,70%-ы (150 мең кеше) — Ислам дине тарафдары (2020)[1]. Ислам — Финляндияның рәсми танылған диндәренән береһе. Финляндия мосолмандарының күпселеге — сөнниҙәр. Финляндия — Европала, Австриянан ҡала, исламды ҡануни таныған икенсе дәүләт.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолман зыяраты. Хельсинки

XIX быуатта Финляндияла ислам фәҡәт фин татарҙары аша күренә. Улар тарихи рәүештә милли аҙсылыҡтарға инә. Фин татарҙары илгә Рәсәй империяһында билдәләнгән сауҙагәрҙәр һәм хәрби хеҙмәт срогын үтәгән һалдаттар сифатында килә. Һуңыраҡ уларға ғаилә ағзалары ла ҡушыла.

XX быуат ахырында Финляндияла мосолмандар һаны иммигранттар иҫәбенә ҡырҡа арта.

Фин ислам ассоциацияһы (фин. Suomen Islam-seurakunta) 1925 йылда нигеҙләнгән. Ысынында иһә, был йәмғиәт үҙ сафына татар әҙселеген генә ала (йәки дөйөм алғанда, сығышы буйынса төркиҙәрҙе).

1960 йылда Хельсинкиҙа Татар мосолман общинаһы бинаһын төҙөү тамамлана, унда мәсет бинаһы ла, китапхана ла, уҡыу кластары ла, административ офистар ҙа бар.[2]

Финляндияла мосолмандарҙың этник төркөмдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финляндия мосолмандары берләшмәһе этник билдәләре буйынса бүленгән — сомали, төрөк, ғәрәп, пакистан, шулай уҡ татар мәсеттәре бар[3].

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдулла Тамми 2007—2009 йылдарҙа Финляндия Ислам Партияһы лидеры
Мосолман зыяраты биләмәһе. Турку

1999 йылғы баһалауҙар буйынса, илдә 20 меңгә яҡын мосолман йәшәгән. 2010 йылда уларҙың һаны 45 меңгә еткән[4]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 2015 йылда мосолмандар һаны 40 мең самаһы кеше (бөтә халыҡтың 0,7 %) тәшкил иткән.

2010 йылда илдә 40 мәсет эшләгән, Хельсинкиҙа 10 ғибәҙәт ҡылыу бинаһы (улар араһында — Татар мәсете, Пакистан мәсете, Төрөк мәсете һ.б.), былар ярайһы уҡ ҙур ғибәҙәт ҡылыу залдары, күп осраҡта ҡуртымға алынған. Хельсинкиҙан 40 км алыҫлыҡта Ярвенпяала айырым торған мәсет татарҙар тарафынан 1944 йылда төҙөлә һәм оҙаҡ ваҡыт донъялағы иң төньяҡ мәсет була.

Илдә Финляндия ислам партияһы эшләй, рәйестәренең береһе ислам ҡабул иткән фин Абдулла Тамми.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Muslim Population By Country 2020 (инг.)
  2. Финляндия: мусульмане включены в жизнь страны. Дата обращения: 24 декабрь 2010. Архивировано 26 февраль 2011 года.
  3. Ид мубарак – как русскоязычные мусульмане отмечают завершение Рамадана в Финляндии // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 24 май 2020. (Тикшерелеү көнө: 24 май 2020)
  4. Мусульмане Финляндии // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 10 июль 2010. (Тикшерелеү көнө: 12 июнь 2014)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]