Швейцарияла ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Швейцарияла ислам
Дәүләт  Швейцария
 Швейцарияла ислам Викимилектә
Цюрихта әхмәдиәләрҙең Мәхмүт мәсете

Швейцарияла ислам (нем. Islam in der Schweiz, франц. Islam en Suisse) — Швейцария Конфедерацияһы территорияһында ислам дине. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Швейцария халҡының (8 591 мең кеше) 5,20 % -ы (440 мең кеше) — Ислам дине тарафдары (2020)[1].

Демографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам — илдә йәшәүсе тарафдарҙарҙың һаны буйынса Швейцарияла христианлыҡтан ҡала икенсе урындағы дин. 2001 йылғы халыҡ һанын ҡабул итеү мәғлүмәттәре буйынса илдә 310 807 мосолман теркәлгән булған (ил халҡының 4,3 %-ы). 2009 йылға баһаламалар буйынса, илдә 400 мең мосолман йәки ил халҡының 5,0 %-ы йәшәй. 2020 йылда ил халҡының 5,20 %-ы (440 мең кеше) — Ислам дине тарафдары.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолмандар күпселеге Швейцарияның немец телле төбәгендә, айырым алғанда, ҙур ҡалаларҙа (Базель, Берн, Цюрих һ. б.) йәшәй, уларҙың һәр береһенә мосолмандар өлөшө 5-8 % тәшкил итә. Француз телле Романдияла мосолмандар Женева ҡалаһында күп йәшәй (5 %). Аҙ һанда мосолмандар илдең көньяғында итальян телле Тичино кантонында (1,8 %) көн итә.

Милләттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Швейцарияла мосолмандарҙың ҙур өлөшө — сөнниҙәр, шулай уҡ әхмәдиҙәр, сәләфиҙәр бар. Илдең күпселек мосолмандары — беренсе һәм икенсе быуын мөһәжирҙәр һәм уларҙың күпселеге (88 % тан артыҡ) гражданлыҡ алмаған шәхестәр. Мосолмандар араһында элекке Югославия республикаларынан күскәндәр (босниялылар, албандар) ҙур күпселекте (56,4 %) тәшкил итә. 20,2 % — Төркиәнән килгән (төрөктәр, шулай уҡ курдтар). 23,4 % — Азия, Африка, БДБ илдәренән һәм башҡа илдәрҙән килгән мөһәжирҙәр һәм ҡасаҡтар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе мосолмандар (ғәрәптәр һәм берберҙар) ил территорияһына Альп тауҙарындағы 2 469 метр бейеклектәге артылыш — Бөйөк Сен-Бернар аша IX—X быуаттарҙа Урта диңгеҙҙең пират базаларының береһе булған Жәбәл үл-Ҡиләлдән (ғәр. جبل القِلال‎, 888—972) килгән. Ул заманда (972 йылдың көҙөнә тиклем) мосолмандар Савойя һәм Швейцария сауҙа юлдарын контролдә тотҡан[2].

1945 йылдан һуң илдә шаҡтай күп һанда гастарбайтерҙар, шулай уҡ мосолман илдәренән (Балҡан, Кесе Азия) сәйәси һәм иҡтисади ҡасаҡтар килә башлай.

Мосолмандар һаны артыуға Швейцарияның немец телле кантондарының Югославия конфликтында мосолмандар яғында сығыш яһауы ла ярҙам иткән.

Мәсеттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ванген-Ольте коммунаһында төрөктәр мәсете

Беренсе мәсет 1963 йылда Цюрих ҡалаһында төҙөлгән. 1978 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны Женева ҡалаһында икенсе мәсет төҙөүҙе финанслай. Хәҙерге ваҡытта илдең манаралы 4 мәсете бар. Мосолмандар һаны артыу сәбәпле, илдә мәсеттәр етешмәй. Намаҙ уҡыу мосолмандар өсөн склад бүлмәләрен, ташландыҡ биналарҙы, йорт подвалдарын файҙалана. 2009 йылда Швейцарияла манаралар төҙөүҙе тыйыу буйынса референдум (нем.)баш. уҙғарыла, ил халҡының 58 %-ы яңы манаралар ҡороуға ҡаршы сыҡҡан[3]. Француз телле кантондар, киреһенсә, манара төҙөүҙе тыйыуҙы хупламаған. Әлеге тыйыу ғәмәлдәге манараларға ҡағылмай, шулай уҡ мәсеттәр төҙөүгә тыйыу юҡ. Швейцарияла ҡорбанға хайуандарҙы салыу тыйылған.

Ойошмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Швейцария мосолман йәмғиәттәре 1980-се йылдарҙа ойоша башлаған. Цюрихта 1989 йылда Швейцария ислам ойошмалары берләшмәһе (нем. GIOS, Gemeinschaft islamischer Organisationen der Schweiz), 2009 йылда Бернда сәләфиҙәрҙең Швейцария Ислам үҙәк шураһы (нем. German Islamischer Zentralrat Schweiz, IZRS) (2010 йылда яҡынса 960 ағзаһы булған) ойошҡан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]