Абсолют монархия
| Идара итеү формаһы | |
|---|---|
| Абсолют монархия | . |
| Конституцион монархия | . |
| Парламентар монархия | . |
Абсолют монархия ( лат. absolutus — тулы, шартһыҙ) — дәүләттең тулы власы (закон сығарыу, башҡарыу, суд, ҡайһы саҡта дини) бер кеше ҡулында булған монархияла идара итеү формаһы. Монархия — диктатура һәм республиканан алда килгән идара итеү формаһы. Монархияны XVIII быуатҡа тиклем барлыҡҡа килгән барлыҡ дәүләт тә кисерә.
Үҙенсәлектәре [үҙгәртергә]
Абсолют монархияла власть үҙәктә туплана, бюрократия аппараты, даими армия, полиция, социаль ҡатлам тармаҡтары үҫешә. Көнбайыш Европала абсолют монархияның иң көслө сағы XVII—XVIII быуатҡа тура килә. Рәсәйҙә абсолютизм XVIII — XX быуат башына тура килә.
Хәҙерге заман [үҙгәртергә]
Хәҙерге заманда бер ниндәй шартһыҙ 6 дәүләтте абсолют монархия тип атап була: Бруней, Сәғүд Ғәрәбстаны, Оман, Ҡатар һәм Ватикан.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге — 7 абсолют монархиянан торған федератив дәүләт.
Ватикан хәҙерге замандағы берҙән-бер теократик монархия.