Конституция
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Конститу́ция (лат. constitutio — «төҙөлөш, ҡоролош») — илдең төп законы, дәүләттең йәки федератив дәүләттә территориаль берәмектең, шәхестең сәйәси, хоҡуҡи, иҡтисади статусын билдәләгән юғары юридик көскә эйә булған норматив-хоҡуҡи акт.
Конституция — илдәге йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошон, һайлау системаһын, дәүләт органдарының төҙөлөш һәм эш принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын, бурыстарын билдәләгән төп закон.
Конституцияла өҫтәмәләр һәм төҙәтеүҙәр тәртибе ҡаралған.
[үҙгәртергә] Конституцияның башҡа закондарҙан айырмаһы
- Дәүләт формаһын, дәүләт власының юғары органдар системаһын, хоҡуҡ һәм ирек, дәүләт төҙөлөшөн билдәләй.
- Юғары юридик көскә эйә.
- Сағыштырмаса тотороҡлолоҡ менән айырыла.
- Ағымдағы ҡануниәт өсөн нигеҙ булып тора.