Оло Моҡас (Мәләүез районы)
Уҡыу көйләүҙәре
Оло Моҡас — Мәләүез районындағы элекке башҡорт ауылы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Моҡас ауылына Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡмандың 4-се быуын вариҫы, йәғни тыуаһы Моҡас Теләүкәев XVIII быуаттың 40-сы йылдарында нигеҙ һалған. Моҡастың нәҫел быуындары: Шағәле Шаҡман кенәз — Буралы — Илсекәй — Теләүкәй — Моҡас.