Операцион система
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Операцион система — данныйҙарҙы индереү-сығарыу ойоштороусы, систем программалар һәм ҡулланыусы программаларын эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе программалар комплексы. Операцион системаны өс иң мөһим өлөшкә бүлеп була: ядро, данныйҙар һаҡлауғыс система, командалар интерпритаторы (ҡулланыусының).
Йөкмәткеһе |
Иң мөһим өлөштәре [үҙгәртергә]
- Ядро — аппарат саралыры һәм программалар башҡарылыуын үтәүсе, идара итеүсе операцион системаның иң мөһим өлөшө.
- Данныйҙар һаҡлаусы система — һаҡлау ҡоролмалары менән идара итеүсе, һәм данныйҙарҙы яҙыу һәм (йәки) уҡыуын башҡарған операцион системаның өҫтәмә өлөшө. Данныйҙар һаҡлаусы системаның бер төрө — файл системаһы.
- Командалар интерпритаторы — ҡулланыусының компьютер менән эшмәкәрлеген ойоштороусы программа.
Төп функциялары [үҙгәртергә]
- Ҡушымталарҙы оператив хәтергә йөкмәтеү һәм уларҙы башҡарыу.
- Периферия ҡоролмаларына универсаль рәүештә мөрәжәғәт итеү. Миҫал: индереү-сығарыу ҡоролмалары.
- Оператив хәтер менән идара итеү (процесстар араһында хәтерҙе бүлеп таратыу, виртуаль хәтер).
- Энергияға талапһыҙ информация һыҡллауғыстарындағы данныйҙарға мөрәжәғәт итеү менән идара итеү; күбеһенсә файл системаһы ярҙамында.
- Ҡулланыусы интерфейсын булдырыу.
- Селтәр операцияларын булдырыу, шул иҫәптән стек протоколдарын булдырыу.
Өҫтәмә функциялары: [үҙгәртергә]
- Мәсьәләләрҙе параллель һәм псевдопараллель рәүешетә башҡарыу (күпмәсьәләлек).
- Процесстар араһында аралыштырыусы булыу: данныйҙар менән алмашыу, бер-береһен синхронизациялау.
- Системаны ҡурсалау; ҡулланыусы данныйҙарын һәм программаларҙы, ҡулланыусының эшмәкәрлегенән (яуызлыҡ уй менән йәки белмәгәнлектән) йәки ҡушымталарҙан ҡурсалау.
- Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын сикләу һәм күпҡулланыусылыҡ эшләү режимы (аутентификациялау, авторизациялау).
Операцион система төрҙәре [үҙгәртергә]
Операцион системалар хисап аппаратына, лицензияһына һәм башҡарыласаҡ маҡсатына ҡарап күп төрҙәргә бүленә. Төрҙәр иһә үҙ сиратында тармаҡтарға бүленә.
Компьютерҙарҙа киләһе ике операцион система төрҙәре киң таралған: Microsoft Windows, Unix һәм Unix системаһына хас булған (шул иҫәптән Macintosh) операцион системалары.