Охлебинин гипс мәмерйәһе

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Охлебинин гипс мәмерйәһе
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
РайонИглин районы 
Тәрәнлеге18 м
Амплитуда32 м
Оҙонлоғо146 м
Күләме21 100 м³
һыйҙырышлы тоҡомдаргипс 
Мәмерйәгә инеү юлы
Ҡурсаулыҡ зонаһы
Охлебининская гипсовая пещера[1]
Категория МСОП III (Тәбиғәт ҡомартҡыһы)
Профиль геологический, геоморфологический
Майҙаны 5,0 га
Ойошторолған ваҡыты 17 август 1965 йыл
 Охлебинин гипс мәмерйәһе Викимилектә

Охлебинин гипс мәмерйәһе (шулай уҡ Охлебинин мәмерйәһе)[2][3] — Башҡортостандың Иглин районы территорияһындағы карст гипс мәмерйәһе. Охлебинин ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 3,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында Аҡташ ҡаяһында урынлашҡан[4]. Яҡында Охлебинин археологик комплексы урынлашҡан.

Мәмерйә Башҡортостанда ер аҫты һыуҙары[5] көҙгөһө асылған һәм гипс ер өҫтөнә сыҡҡан[6] берҙән-бер урын булғанға күрә билдәле. Башҡортостанда ҙур күләмдәге гипс мәмерйәләренең береһе.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Охлебинин мәмерйәһе Эҫем йылғаһы тамағынан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы үҙәненең уң ярында Көңгөр ярусы гипстарында урынлашҡан[7]. Мәмерйә төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай һуҙылған, оҙонлоғо 146 м,, майҙаны — 5410 м², ҙурлығы — 21100 м³, тәрәнлеге — 18 м. Мәмерйәгә инеү урыны диам. 50 метрҙан ашыу, үҙәнгә текә төшөүсе 12 метр тәрәнлектәге карст упҡыны төбөндә урынлашҡан һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле текә ауыш галереяға күсә. Галерея иҙәне таш киҫәктәре менән ҡапланған залға асыла. Мәмерйәгә ингән урындан 20 метр алыҫлыҡта ер аҫты күле бар. Ул яҡынса 100 метр оҙонлоҡта, 2-12 метр киңлектә һәм 1 метр тәрәнлектә үтә күренмәле һыулы, уның өҫкө йөҙөндә хатта бер аҙ ҡағылғанда ла юғала барған йоҡа кальцит ҡатламы барлыҡҡа килә. Йәй мәмерйәләге температура 4-6 °C, ҡышын иһә ер өҫтөндәгегә ҡарағанда бер аҙ йылыраҡ. Йәй мәмерйәлә оҙаҡ ҡына боҙ һаҡлана. ҡышҡыһын мәмерйәгә ингән ерҙә боҙло сталагмиттар барлыҡҡа килә[8]. Түбәһенән һоро гипстың плитка ҡатламдары аҫылынып тора. Мәмерйәнең ишелеп төшөү хәүефе бар, шуға күрә мәмерйә көмбәҙҙәренә теймәү яҡшыраҡ һәм башында мотлаҡ каска булырға тейеш.

Мәмерйәлә ярғанаттар колонияһы йәшәй. Тирә-яғы киң япраҡлы ҡуйы урман менән ҡапланған. Мәмерйә янында дала үҫемлектәренең һирәк төрҙәре үҫә: һаҫык биҙгәксән, кейәү үләне, сүллек ҡылбашағы.

Статус[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1965 йылдың 17 авгусынан алып мәмерйә ғилми, уҡыу, тәбиғәтте һаҡлау һәм рекреацион әһәмиәткә эйә булған төбәк геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[9]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ООПТ төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Охлебинин гипс мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Охлебинин гипс мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. ОХЛЕБИНИНО, село в Иглинском р‑не. bashenc.onlineДата обращения: 
  5. Охлебининская пещера. Дата обращения: 22 марта 2022. Архивировано 21 декабря 2021 года.
  6. Охлебинин гипс мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Решение Совета Муниципального района Иглинский район Республики Башкортостан 2 созыва об утверждении Программы «Экология и природные ресурсы муниципального района Иглинский район Республики Башкортостан на годы» (стр. 2 ) | Контент-платформа Pandia.ru. pandia.ruДата обращения: 22 марта 2022.
  8. СТАЛАГМИТЫ>Охлебинин гипс мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Решение Совета Муниципального района Иглинский район Республики Башкортостан 2 созыва об утверждении Программы «Экология и природные ресурсы муниципального района Иглинский район Республики Башкортостан на годы» (стр. 2 ) | Контент-платформа Pandia.ru. pandia.ruДата обращения: 22 марта 2022.