Панина Ирина Геннадьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ирина Панина
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Ирина Геннадьевна Панина

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған датаһы

4 апрель 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (45 йәш)

Тыуған ере

Иваново, РСФСР, СССР

Ирина Геннадьевна Панина, ҡыҙ фамилияһы Самсонычева (4 апрель 1979 йыл)[1] — ултырып волейбол уйнаусы, «ЦСП-Крылатское» уйынсыһы; 2018 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары йыйылма командаһы составында донъя чемпионы[2], 2017 йылда Европа чемпионы[3]. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018) һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорты мастеры[4].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирина Геннадьевна Панина 1979 йылдың 4 апрелендә Иваново ҡалаһында тыуған. Иваново 3-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тәрбиәләнеүсеһе, беренсе тренеры — Любовь Фёдоровна Чебунина, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Иваново ҡалаһының 56-сы мәктәбендә уҡыған сағында күнекмәләр ала башлай. Мәктәпте алтын миҙал менән, университетты ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Инвалидлығы аяҡтарының аҫҡы мускулдарының өлөшләтә парезы менән бәйле. Инвалидлыҡ ҡуйылғандан һуң ЦСП-Крылатское командаһы составында волейбол буйынса сығыш яһауын дауам итә[5].

2017 йылда Ирина Панина Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Европа чемпионаты еңеүсеһе[6] һәм 2018 йылдарҙа донъя чемпионаты еңеүсеһе була[7]; 2014 йылда донъя чемпионатының бронза призёры[8]. 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүе өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исеме бирелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]