Парсма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Парсма
груз. ფარსმა
Рәсем
Рәсми атамаһы ფარსმა
Дәүләт  Грузия
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2100 метр
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Парсма - груз. ფარსმა - Грузияның тарихи Тушети төбәгендәге Ахмет муниципалитетының ауылы [1] 2018 йылдың 10 июлендә ауыл Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [2].

2014 йылда Грузияла халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта ауылда бер кем дә йәшәмәй [3] .

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парсма көнсығыш Грузияның Тушети төбәгендәге Кахети районында Пирикити йәмәғәтендә урынлашҡан. Омало ауылынан 40 км самаһы алыҫлыҡта, Пирикити Алазани йылғаһының һул ярында юл буйындағы убаларҙа урынлашҡан[4].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат архив яҙмаларынан күренеүенсә, Парсма Пирикити йәмәғәтенең үҙәк ауылы булған. Ҡәлғә башта зиндан итеп төҙөлгән. Ауылда ҡомартҡы булып ҡалған ҡоролмалар байтаҡ:

  • Сиркәү - урта быуаттарҙың тамамланыу осоронда ауылдың көнсығыш осонда, зыяраттан йыраҡ түгел төҙөлгән. Суйырташтан һалынған. Ҡыйығы, көнсығыш диуары емерелгән. Ишеге ҡабырға яғынан. Көньяҡ һәм төньяҡ диуарҙарында берәр тәҙрә [5]
  • Башня - урта быуаттарҙың тамамланыу осоронда ауылдың төньяҡ-көнбайышында һалынған. Дүрт ҡатлы, квадрат рәүешле призма , өҫкә табан ныҡ тарая. Ишеге ерҙән 3 метр бейклектә, көнбайыш яҡтан ҡалдырылған [6]
  • Өс нығытма - ауылда зиндан итеп тотолған ике нығытма - алты, береһе ете ҡатлы.
  • Быларҙан тыш ауылда Торгвадзелар, Сулакауриҙар ғаиләләренең нығытмалары һаҡланған.
  • Ауылда шулай уҡ Изге Георгий һәм Изге Теодор ҡорамдары булған.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • рус. Бакрадзе М., Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 2, стр. , Tb. , 2008 год.
  • *გიორგი ბოჭორიძე, „თუშეთი“, 1993წ.рус. Георгий Бочоридзе, "Тушети", 1993
  • *სერგი მაკალათია, „თუშეთი“, 1983წ.рус. Серги Макалатия, "Тушети", 1983

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]