Паутова Елена Осиповна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Паутова Елена Осиповна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 22 ғинуар 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны Адлер[d], Сочи, Краснодар крайы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө еңел атлет
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы B2[d]
Ҡатнашыусы Летние Паралимпийские игры 2012[d], Летние Паралимпийские игры 2004[d] һәм Летние Паралимпийские игры 2008[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены Дуҫлыҡ ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
Бейеклеге/буйы 155 сантиметр[1]
 Паутова Елена Осиповна Викимилектә

Паутова Елена Осиповна (22 ғинуар 1986 йыл, Адлер) — Рәсәй еңел атлеты. Ике тапҡыр 1500 метрлыҡ дистанцияға йәйге Паралимпия уйындары чемпионы (2004, 2012). Күп тапҡыр Рәсәй һәм донъя чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елена Осиповна Паутова 1986 йылдың 22 ғинуарында Краснодар крайында, Адлер ҡалаһында тыуған. Еңел атлетика менән 2001 йылда һуҡыр һәм насар күреүсе балаларҙың Армавир мәктәп-интернатында, тренер Маренич Владимир Васильевич етәкселегендә шөғөлләнә башлай. 2001 йылда Өфө ҡалаһына күсенә, унда 5-се спорт профилле мәктәп-интернатты тамамлай, ә һуңынан — «физик культура» һөнәре буйынса Башҡортостан физик культура институтын тамамлай. Хәҙерге ваҡытта РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Петр Захарович Буйлов етәкселеге аҫтында күнекмәләр үтә[2].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Почёт ордены (10 сентябрь 2012 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, 2012 йылда Лондонда XIV йәйге Паралимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштар өсөн (Бөйөк Британия)[3].
Дуҫлыҡ ордены (10 август 2006 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2004 йыл Афина ҡалаһында XII йәйге Паралимпия уйындарында спорт ҡаҙаныштары өсөн (Греция)[4].
II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (30 сентябрь 2009 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2008 йылда Пекин ҡалаһында (Ҡытай) XIII йәйге Паралимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн [5].
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (19 сентябрь 2016 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]