Перестиани йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перестиани йорто
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Карта

Перестиани йортоРостов өлкәһе Таганрог ҡалаһында Грек урамындағы ҡоролма өлгөһө XIX быуатта төҙөлгән[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1860 йылдар башында хәҙерге Грек урамы, 64 адресы буйынса урынлашҡан ике ҡатлы йорт төҙөлә, ул 1880 йылда чиновник Николай Афанасьевич Перестианиға ҡарай. Ул хәлле сауҙагәрҙәр ғаиләһенән була, мировой судья вазифаһын биләй һәм Таганрогта артистар йәмғиәтенең ағзаһы була[1]. Беренсе никах уңышһыҙ була, һәм ул тәүге ҡатыны менән айырылыша. Николай Афанасьевичтың никахтан ситтә актриса Анна Ивановна Солодухинанан ике балаһы тыуа (ижади псевдонимы — Александрова). Был балаларҙың кесеһе Иван Николаевич Перестиани «Красные дьяволята» һәм «Три жизни» фильмдарында төшкән билдәле кинорежиссёр һәм актёр була. Николай Афанасьевич Перестиани балаларын никахһыҙ тыуған тип иҫәпләмәһендәр өсөн төрлө канцелярияларға үтенес менән мөрәжәғәт итә һәм һөҙөмтәлә уларҙы рәсми уллыҡа алыуға өлгәшә. Уның икенсе рәсми ҡатыны булып Лидия Павловна Петропавловская тора, Уның да шулай уҡ был икенсе никахы — ул коллеж асессорының тол ҡатыны була. 1872 йылдың 15 октябрендә туй үтә, никахтан Лидия, Людмила һәм Мстислав тыуа. 1899 йылда Николай Афанасьевич вафат була[2].

1890 йылдан алып 1906 йылға тиклем йорт Лидия Перестиани милкендә була. 1915 йылда йорттоң хужаһы булып присяжный вәкиле ҡатыны Елена Константиновна Ковалевская тора[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт кирбестән, ике ҡатлы, таш нигеҙгә ултыртылған. 1871 йылға ҡарата йорт эргәһендә флигель, ҙур ихата була[2]. Кирбестән инеү урындары араһында сүкеп яһалған ҡапҡа һәм бәләкәй ҡапҡа урынлашҡан. Ихата эсендә төп инеү урыны булып хеҙмәт иткән ике ҡатлы сығынты бар. Беренсе ҡаттағы тәҙрәләр арыҫлан битлеге кеүек бөҙрә таштар менән биҙәлгән. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр тура мөйөшлө, улар ябай йөҙлөктәргә кертелгән. Фасад буйлап ослаусы кәрниз кронштейндарға таяна[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]