Петрушино балкаһы
Петрушино балкаһы | |
Үлтереү юлы |
Атып үлтереү |
---|---|
Урын | |
Координаталар | |
Дата |
1941 — 1943 |
Үлтереүселәр |
Айнзац төркөмө |
Үлтерелгәндәр |
7 000 |
Петрушино балкаһы (Үлем балкаһы булараҡ та билдәле, нем. Todesschlucht) ― Таганрогтың ситендә, 1941―1943 йылдарҙа ҡаланы нацистар баҫып алған осорҙа, 7000 тирәһе совет кешеһе үлтерелгән.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петрушино ― Аҙау диңгеҙенең Таганрог ҡултығы яр буйында урынлашҡан йоҡа ҡомло морон. Таганрогтың көньяҡ-көнбайыш ситендә урынлашҡан.
Петрушино балкаһында XX быуат башында кирбес заводы эргәһендә барлыҡҡа килгән балсыҡлы карьер бар. Карьерҙан алыҫ түгел Г. М. Бериев исемендәге Таганрог авиация фәнни-техник комплексы урынлашҡан.
Таганрогтың баҫып алыныуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 17 октябрендә «Викинг» 5-се СС танк дивизияһы һәм 1-се танк армияһының 1-се СС танк дивизияһы «Лейбштандарт СС Адольф Гитлер» Таганрог ҡалаһына яҡынлаша. Бер нисә танк диңгеҙ портына йырып сыҡҡас, «Кренкель» һәм «Ростов-Дон» канонеркаларына ут аса, был ваҡытта һуңғы транспорт карабы ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы эвакуациялаған була.
1941 йылдың 22 октябрендә Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре ҡаланан сигенә.
Айнзацкоманда 10a ҡаланы баҫып алғандың беренсе көнөнән алып даими рәүештә Таганрог халҡы геноциды үткәрә. Бик күп халыҡ (ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар, коммунистар, комсомолдар, сиғандар, йәһүдтәр һәм Таганрог подпольеһы һуғышсыларына булышлыҡ итеүҙә шикләнгән бөтә кешеләр) Таганрогтағы Владимир майҙанынан Петрушино ауылына (Г. М. Бериев исемендәге Таганрог авиация фәнни-техник комплекс эргәһендә) оҙатыла, унда уларҙы Петрушино балкаһында аталар (Todesschlucht).
Күмәк үлтереүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрогта күмәк үлтереүҙәр «йәһүд мәсьәләһе буйынса һуңғы ҡарарҙы» тормошҡа ашырыуға ярашлы башлана. 1941 йылдың 22 октябрендә оккупация хаҡимиәте, бөтә йәһүдтәр ҙә Давид йондоҙо йөрөтөргә һәм тамғаны гарнизон комендатураһында теркәтергә тейеш тигән ҡарар сығара. Уның артынса комендант Альберти ҡул ҡуйған Таганрогтың йәһүд халҡына мөрәжәғәте сыға. «Мөрәжәғәт» бөтә йәһүдтәрҙе 1941 йылдың 29 октябрендә сәғәт 8:00 ҙә Владимир майҙанында йыйылырға саҡыра, майҙандан улар геттоға илтеп ҡуйылырға тейеш булалар. Альберти был сараны, урындағы халыҡ араһында антисемитизмдың артыу ихтималлығы бар, немец полицияһы һәм гестапо, әгәр йәһүд халҡы ҡаланың айырым районында тупланһа, еңелерәк идара итеүгә өлгәшер ине тип аңлата[1]:
«Был сараны тормошҡа ашырыу өсөн ике енестәге һәм төрлө йәштәге бөтә йәһүдтәр, шулай уҡ йәһүд менән йәһүд булмағандың ҡатнаш никахынан тыуған балалар, 1941 йылдың 29 октябрендә шаршамбы көнө иртәнге сәғәт 8-ҙә Таганрог ҡалаһының Владимир майҙанында йыйылырға тейеш. Бөтә йәһүдтәр үҙҙәре менән документтарын алырға һәм йыйылыу пунктында быға тиклем үҙҙәре биләгән фатирҙарҙың асҡысын тапшырырға, ә асҡыстарға фатир хужаһының исем-фамилияһы, аныҡ адресы яҙылған ҡатырға ярлыҡ бау менән беркетелергә тейеш була. Йәһүдтәргә үҙҙәре менән ҡиммәтле әйберҙәрен, аҡсаларын алырға тәҡдим ителә; теләк буйынса яңы йәшәү урынында төпләнеү өсөн кәрәк булған әйберҙәрҙән ҡул багажы алырға рөхсәт ителә. Фатирҙа ҡалған әйберҙәрҙе алып барыу тураһында өҫтәлмә күрһәтмә биреләсәк. Был ҡарарҙы ҡаршылыҡһыҙ тормошҡа ашырыу — йәһүд халҡының үҙенең мәнфәғәтендә. Уға ҡаршы килеүсе һәр кеше һәм шуның менән бәйле йәһүд аҡһаҡалдар ҡоро сығарған күрһәтмәләргә ҡаршы килеүселәр эҙемтә өсөн яуаплылыҡты үҙҙәре өҫтөнә алалар»
1941 йылдың 29 октябрендә Таганрог ҡалаһының бөтә йәһүдтәре (2500 самаһы кеше), Владимир майҙанында урынлашҡан 27-се мәктәп бинаһында алдан теркәү үткәндән һуң, Владимир майҙанында йыйыла. Ошонан һуң уларҙы йөк машиналарында Г. М. Бериев исемендәге Таганрог авиация фәнни-техник комплекс эргәһендәге балкаға килтерәләр. Бында уларҙы Шуцманшафттың коллаборационистары (һатлыҡ йәндәре) атып үлтерә. Был эш айнзатцгруппа D башлығы Отто Олендорф күҙәтеүе аҫтында башҡарыла. Ул осорҙа Таганрогта йәшәгән бөтә йәһүд балаларынан тик 14-йәшлек малай Володя Кобрин ғына, Таганрогтың бер нисә кешеһе ярҙамында, иң беренсе сиратта Покровская Анна Михайловна арҡаһында, үлемдән ҡотолоп ҡала. Покровская Анна Михайловнаға 1996 йылдың 19 июлендә Израилдың Рәсәйҙәге илсеһе профессор Ализа Шенхар донъя халыҡтары изгеһе (праведник) исеме бирә[2].
1943 йылдың 21 авгусында, Таганрогты Ҡыҙыл армия азат итерҙән бер аҙна алда, 80 кеше (эшселәр, ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр) Таганрог ҡултығының Петрушино мороно яр буйында атып үлтерелә[3].
Үлтерелеүселәр һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петрушино балкаһында һәм Таганрог ҡалаһында фашистар оккупацияһы осоронда һәләк булғандарҙың дөйөм һаны төрлөсә. Дәүләт архивы мәғлүмәттәренә ярашлы, 7000 тирәһе Таганрог кешеһе (шуларҙың 1500-ө төрлө йәштәге балалар) Петрушино балкаһында атып үлтерелгән[4]. Однако большинство современных источников утверждают, что число погибших составляет 10 000 и более[5].
Ваҡиғаны тикшереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрогты азат иткәндән һуң, 1943 йылдың 1 сентябрендә Петрушино балкаһында атып үлтерелгәндәрҙең туғандар ҡәберлеген күмәк кеше ҡарауы үткәрелә. Коммунистәр партияһының Таганрог ҡала комитеты сәркәтибе Александр Зобов йыйылған халыҡ алдында телмәр менән сығыш яһай. Медицина комиссияһы өҫкө ҡаттағы 31 мәйеттең эксгумацияһын рөхсәт итә[6].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдың авгусында Балкалағы туғандар ҡәберлегендә ябай ғына обелиск ҡуйыла. Ҙур мемориаль комплекс проекты өҫтөндә эш 1965 йылда башлана. 1967 йылдың май―июлендә, Дондағы Ростов архитекторҙары эшләгән мемориаль комплекстың проекты Таганрог мәҙәниәт йортонда тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителә. Проект яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеп ҡабул ителһә лә, тормошҡа ашырылмай. Сираттағы проектты архитектор Владимир Павлович Грачёв тәҡдим итә, ул инде 1973 йылда Ҡыҙыл армияның Таганрогты азат итеүенең 40-йыллығына ҡарата өлөшләтә тормошҡа ашырыла. Стеланың бейеклеге 18 метр тәшкил итә. Был композицияның беренсе исеме ― «Ҡорбандар», ләкин бер ни тиклем фекер алышыуҙан һуң исеме «Көрәшселәр» тип үҙгәртелә[7].
Йыл һайын 30-сы августа, Таганрогты азат иткән көндә, урындағы үҙидара, вазифалы кешеләр һәм эшселәр, һуғыш ветерандары, фашист оккупацияһын кисергән кешеләр, уҡыусылар, руханиҙар делегацияһы тантаналы саралар үткән комплексҡа бара[8][9].
-
«Көрәшселәр» һәйкәле
-
Мемориал
-
Иҫтәлекле таш
-
Йәһүд халҡы араһынан ҡорбандар иҫтәлегенә мемориаль таҡта
-
Билдәһеҙ матрос хөрмәтенә иҫтәлекле таш
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үлем Балкаһында булған ваҡиғалар совет яҙыусыһы Гофман Генрих Борисовичтың «Таганрог геройҙары» романында һүрәтләнә[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таганрог – первый «Бабий Яр» на Дону . holocaust.su. Дата обращения: 20 ғинуар 2017. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Всё это я пережил… В. Кобрин, № 18 Вехи Таганрога — «Евреи Таганрога», Таганрог, декабрь 2003 г.
- ↑ Таганрогская Правда № 2 (5954). Четверг, 2 сентября 1943 г.
- ↑ Центр документации новейшей истории Ростовской области, ф.3. оп.3, д.23
- ↑ Балка смерти
- ↑ Таганрогская Правда № 2 (5954) Четверг, 2 сентября 1943 г.
- ↑ Мемориал «Борцы»
- ↑ Балка смерти и Самбекские высоты 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Вчера в Таганроге вспоминали трагические события, произошедшие в нашем городе 70 лет назад. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Генрих Гофман, «Герои Таганрога», 1966
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия Таганрога, издательство «АНТОН», Таганрог, 2008 г.