Платонов Валерий Игнатьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Платонов Валерий Игнатьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 ғинуар 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дирижёр
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Платонов Валерий Игнатьевич (6 ғинуар 1953 йыл) — опера-симфоник дирижер, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, «Алтын Битлек» Милли театр премияһы лауреаты. .

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валерий Игнатьевич Платонов 1953 йылдың 6 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.

1977 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын, ә 1982 йылдаЕкатеринбург ҡалаһында Урал дәүләт консерваторияһы аспирантураһын тамамлаған. Уның уҡытыусылары — М. Б. Голубицкий, илдең иң оло дирижеры, профессор М. И. Паверман, данлыҡлы Е. Колобов та уның класын тамамлаған. Уның профессиональ карьераһы 1981 йылда П. И. Чайковский исемендәге Пермь академия опера һәм балет театрында башлана. Үҙенең остазы тип Пермь опера театрының ул ваҡыттағы баш режиссеры профессор Э. Е. Пасынковты иҫәпләй.

Пермдә эшләгәндә, Платонов В. Рылов һәм Э. Пасынков менән бергә, М. Глинканың «Иван Сусанин» һәм С. Прокофьевтың «Һуғыш һәм тыныслыҡ» («Война и мир») операларын; А. Анисимов һәм Э. Пасынков менән бергә — С. Прокофьевтың «Утлы фәрештә» (СССР-ҙа тәүге тапҡыр) һәм М. Мусоргскийҙың «Хованщина» операларын, А. Анисимов һәм Ю. Петров менән бергә — Дж. Вердиҙың «Отелло» операһын ҡуйыуҙа ҡатнаша. Дж. Пуччиниҙың «Богема», Г. Доницеттиҙың «Лючия ди Ламмермур» операларын ҡуя. В. И. Платонов етәкселегендә И. Ануфриевтың «Һалҡын йөрәк» балеты донъя премьераһы үтә.

1991—2001 йылдарҙа В. И. Платонов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры булып эшләй. Был йылдарҙа Платоновтың иң мөһим эштәре: опералар:

  • Ж. Бизе, «Кармен»
  • Дж. Россини, «Севильский цирюльник»
  • Дж. Пуччини, «Богема»
  • П. Чайковский, «Пиковая дама»
  • Ш. Гуно, «Фауст» (концерт башҡарыуы)

балеттар:

  • П. Чайковский, «Лебединое озеро», «Щелкунчик»
  • Л. Минкус, «Дон Кихот» (Ю. Григорович постановкалары).
  • Х. Әхмәтов, «Нәркәс», С. Низаметдинов «Ай тотолған төндә» һәм «Memento» операларының донъя премьераһы.

В. Платонов етәкселегендә И. Архипова һәм М. Биешу ҡатнашлығында Дж. Вердиҙың "Реквием"ы, С. Прокофьевтың «Иван Грозный» ораторияһы, Дж. Россиниҙың «Стабат Матер», Ф. Шуберттың 4 симфонияһы, Онеггерҙың 4 симфонияһы, А. Шниткеның «Гоголь-сюита»һы, Д. Шостаковичтың 1, 6, 13, 15 симфониялары, П. Чайковскийҙың симфониялары һәм башҡа әҫәрҙәр башҡарыла. В. Платонов — Б. Бриттендың "Хәрби реквием"ы художество етәксеһе һәм дирижеры, уны башҡарыу Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 50 йыллығына арналған була.

В. Платонов «Ирина Архипова представляет…» фестивалендә һәм М. Глинка исемендәге XVI халыҡ-ара вокалистар конкурсында ҡатнаша. Уның етәкселегендә «Өфөлә Шаляпин кисәләре» опера фестивале һәм Рудольф Нуриев иҫтәлегенә балет фестивале уҙғарыла.

1997—2001 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында опера-симфоник дирижерлау буйынса уҡыта. Был осорҙағы уның уҡыусылары — Раушан Яҡупов, Башҡортостан Республикаһы милли симфоник оркестрының баш дирижеры һәм Артем Макаров, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры[1].

2001 йылда Валерий Игнатьевич Платонов П. И. Чайковский исемендәге Пермь опера һәм балет театрына баш дирижер сифатында эшкә саҡырыла. Был йылдарҙа Платоновтың иң мөһим эштәре: — опера премьералары:

  • Ж. Массне, «Клеопатра» *Р. Щедрин, «Лолита»
  • Ж. Массне, «Синдерелла, или Сказка о Золушке»
  • П. Чайковский, «Мазепа», «Иоланта»
  • К Монтевердь, «Орфей»
  • Дж. Верди, «Отелло»
  • Н. Сидельников, «Чертогон».
  • А. Чайковский, «Один день Ивана Денисовича»

балет премьералары:

  • С. Прокофьев, «Золушка»
  • С. Прокофьев, «Серенада»
  • С. Прокофьев, «Imperial Ballet» П. Чайковскийҙың фортепиано менән оркестр өсөн Икенсе концерт музыкаһына
  • Л. Минкус, «Дон Кихот»
  • С. Прокофьев, «Ромео һәм Джульетта»

В. И. Платонов театр репертуарында ағымдағы бик күп спектаклдәргә дирижерлыҡ итә. В. И. Платонов инициативаһы һәм етәкселеге аҫтында симфоник концерттар яңынан башлана, был Пермь тамашасыларында һәм матбуғатта ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм резонанс тыуҙыра.

Дирижер репертуарында 100-ҙән ашыу опера һәм балет спектаклдәре һәм 80-дән ашыу симфоник программалар исемлеге.

В. Платонов АҠШ-та, Германияла, Францияла, Нидерландта, Испанияла, Бельгияла, Ирландияла, Швейцарияла дирижерлыҡ итә.

В. И. Платонов 2001 йылда Ж. Массненың «Клеопатра» операһын ҡуйған өсөн мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә өлкә премияһына лайыҡ була.

2007 йылда йыл һайын үткәрелгән «Crescendo» халыҡ-ара музыка фестивалендә ҡатнаша[2]

2008 йылда Валерий Платонов етәкселегендә Карнеги-холда «Чайковский-гала» оркестры, П. И. Чайковский исемендәге Пермь опера һәм балет театры хоры һәм солистары концерты үтә.

2010 йылда «Иң яҡшы дирижер» номинацияһында («Один день Ивана Денисовича») «Алтын битлек» Милли театр премияһына лайыҡ була.

Валерий Платонов 2014 йылдың июленән 2015 йылдың декабренә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе булып эшләй.[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Главному дирижеру Валерию Платонову - 60! | Рифей-Пермь. rifey.ru. Дата обращения: 2 март 2016.
  2. Официальный отчёт Министерству культуры Российской Федерации о фестивале «Crescendo»
  3. Башкирский оперный театр возглавил Валерий Платонов из Перми — Игорь Карнаухов — Российская газета

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Платонов В. Кто не рискует — обречен на застой / В. Платонов, Н. Земскова // Звезда. 2001. 25 сент.;
  • Платонов В. С бала на летучий корабль / В. Платонов, Е. Зайцева // Перм. новости. 2002. 7-14 марта.;
  • Платонов В. Главный в оркестровой яме / В. Платонов, Т. Чернова // Вечерняя Пермь. 2002. 24 окт.;
  • Наймушин В. Возвращение маэстро // Перм. обозреватель. 2003. 27 янв.;
  • Валерий Платонов: [буклет] / Перм. академ. театр оперы и балета им. П. И. Чайковского. Пермь, [2003].;
  • Чернова Т. Юбилей маэстро // Веч. Пермь. 2003. 13 февр.;
  • Красина И. С музыкой по пути // Звезда. 2007. 5 июня.
  • Файзуллина Э. Театральный бум в Уфе. // Бельские просторы. № 11 (204), 2015

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]