Портал:Башҡорт әҙәбиәте/Бөгөнгө мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорт халыҡ әкиәттәре — башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре, фольклор проза төрө.

Үҙенең әкиәттәрендә башҡорт халҡы ысынбарлыҡты милли сифатта тойоуын, тирә-йүнгә мөнәсәбәтен әйтеп бирергә, үҙ балаларына тормош аҡыллылығын өгөт-нәсихәт аша бирергә теләгән, әхлаҡ, ғаилә, көнкүреш һорауҙарын күтәргән.


Башҡорт халыҡ әкиәттәренең сығанағы халыҡ фольклорында ғына түгел, шулай уҡ китап, әҙәбиәт сюжеттарында ла.

Башҡорт халыҡ әкиәттәренең күпмелер өлөшө һинд халҡының әҙәби-фольклор һәйкәлдәре «Джатаки», «Панчатантра», «Шукасаптати», «Тути-наме» менән бәйләнгән. Был әҫәрҙәрҙең ҡайһы бер әкиәт сюжеттары башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында сағылыш тапҡан. Был Урал-Иҙел буйы регионының Көнсығыш илдәре менән мәҙәни бәйләнештәре тураһында һөйләй, тимәк, халҡыбыҙ ғәрәп-мосолман яҙмаһы һәм китап мәҙәниәте менән таныш булған. «Калила һәм Димна» һәм «Тути-наме» әҫәрҙәренең ҡулъяҙмаһы Иҙел буйында һәм Көньяҡ Уралда таралған, XIX быуатта улар төрөк тәржемәһендә һәм ғәрәп телендә баҫылып сыҡҡан.