Поти (порт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морской порт
Поти
груз. ფოთის საზღვაო ნავსადგური
Фотография
местонахождение

Грузия Поти ҡалаһы

территория майҙаны

49 га

тауар әйленеше

7,7 млн. т (2007)

причалдар иҫәбе һәм оҙонлоғо

14

Өҫтәмә мәғлүмәт

http://www.potiseaport.com/

42°09′18″ с. ш. 41°39′16″ в. д.HGЯO

Поти диңгеҙ порты (груз. ფოთის საზღვაო ნავსადგური, потис сазгвао навсадгури) — грузин ҡалаһы Потиҙағы Риони йылғаһы тамағында урынлашҡан диңгеҙ порты, Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш өлөшөндәге иң ҙур порт. Коды UN/LOCODE — GEPTI. Каспий төбәктәре һәм Үҙәк Азия илдәре менән хеҙмәттәшлек иткән һәм румын порты Констанцаны менән болгар порты Варнаны үҙ эсенә алған Транс-Кавказ коридорында һәм «ТРАСЕКА» программаһында иң мөһим нөктәләрҙән һанала.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поти ҡалаһында порт төҙөү эше 1828 йылда ҡала Рәсәй империяһына ҡушылғас башлана. 1858 йылда ҡалаға порт статусы бирелә, әммә порт үҙе ни бары 1899—1907 йылдарҙа ғына, ҡала башлығы булып Никон Николадзе торған заманда ғына төҙөлә. Шул ваҡыттан алып порт бер нисә тапҡыр яңынан төҙөкләндерелә, хатта Нидерланд хөкүмәте һәм Европа Союзы аҡсаһы иҫәбенә лә[1]. 2007 йылда портта әйләнеш 7,7 миллион тонна тәшкил итә, йөк ташыуҙың дөйөм күләме — 185 мең teu (шартлы берәмек)[2].

Хосусилаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылдың апрелендә 51 % акция Рас-эль-Хайм әмирлегенә ҡараған грузин компанияһы RAKIA-ға һатыла. Үҙен грузин RAKIA-һының филиалы итеп күрһәткән Industrial Georgia Zone LLC RAKIA Free яңы терминалдар урынлаштырыу һәм ирекле сәнәғәт зонаһы үҫеше менән шөғөлләнә. 2008 йылдың 15 апрелендә зонаны асыуҙы Михаил Саакашвили[3] үткәрә. 2009 йылда RAKIA UAE компанияһы порттың ҡалған 49 процент акцияларын һатып ала, ләкин Дубайҙағы йөкләмә менән бәйле кризис арҡаһында, 2009 йылда шәйех Сәүд ибн Сакр әл-Касими 2010 йылдың октябрь айында[4] активтарҙың төп өлөшөн сит илдәргә һатып ебәрә һәм эске өҫтөнлөктәргә диҡҡәтен тупларға ниәтләй, быға ниндәйҙер кимәлдә атаһы Сакр ибн Мөхәммәт әл-Касимиҙың[5] үлеме лә булышлыҡ итә. 2011 йылдың апрелендә порттың 80 % Данияның Moller-Maersk[6] бүлендек предприятиеһы Terminals APM компанияһына һатыла. 2011 йылдың 8 сентябрендә RAKIA Georgia FIZ ҡулы аҫтындағы тағы ла 15 процент акциялары эшҡыуар Геле Микадзеға тапшырыла, ул FIZ-тың партнеры булып китә. Manline Projects LLP компанияһы[7] арҡаһында Микадзе акцияларҙың ошо өлөшөнә хужа булып тора.

Шулай уҡ ҡарарға[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]