Приморский (мемориаль комплекс)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Приморский
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петергоф[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Приморский Викимилектә

Приморский мемориаль комплексы (Приморский мемориалы) — Петергофта Петродворцовый сәғәт заводы һәм Инглиз паркы эргәһендә — Ломоносов һәм Гостилицаға барған юлдар киҫелешендә (Иҫке Петергоф аша) урынлашҡан Йәшел Дан билбауы мемориал ҡоролмалар комплексы.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комплекс Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында емерелгән ҡала өлөшөндә төҙөлгән. «1941 йылға тиклем бында Петергофтың бер нисә быуын төҙөүселәр төҙөгән тиҫтәләрсә урамы була» — тип яҙылған юҡҡа сыҡҡан Оло Слобода урынына ҡуйылған иҫтәлекле ташта.

Комплекс яйлап асыла. 1961 йылда диңгеҙ буйының Ораниенбаум плацдармы сиктәренә һаҡсыларҙың барельефы урынлаштырылған гранит обелиск ҡуйыла (архитекторҙары Т. Н. Воронихина, М. К. Меликова, В. Н. Щербина һ. б.). 19641971 йылдарҙа Петродворецты (Петергофты) азат иткәндән уны минанан таҙартҡанда һәләк булған совет яугирҙары һәм саперҙарына арналған Туғандаш мемориаль ҡәберлеге ансамбле формалаша (архитекторы О. И. Соколов). 1967 йылда Ораниенбаум шоссеһының икенсе яғына 350 туя ағасы ултыртыла Улар сылбыр кеүек теҙелеп штыклы атакаға барған Балтика диңгеҙе моряктарын кәүҙәләндерә.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мемориаль комплекс халыҡтың һәм Петродворцовый районы власының даими иғтибар үҙәгендә тора. Унда традицион рәүештә Еңеү көнөнә һәм блокаданан тулыһынса азат ителеү хөрмәтенә барам саралары үтә, ветерандар маршы һәм велоуҙыштар старт ала[1], йола буйынса никахлашыусы парҙар сәскәләр һалырға килә. 2014 йылда бер нисә тапҡыр рөхсәтһеҙ «реставрация»ға дусар ителә[2][3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гусаров А. Ю. Памятники воинской славы Петербурга. — СПб.: Паритет, 2010. — 400 с. — ISBN 978-5-93437-363-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]