Пьемонт теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Пьемонт теле
Илдәр: Италия
Төбәктәр: Пьемонт
Телде белеүселәрҙең дөйөм һаны: 2 миллион тирәһе
Классификация (?)
Категория: Евразия телдәре
Һинд-Европа ғаиләһе
Көнбайыш роман телдәре тармағы
Гало-мтальян төркөмө
Яҙма: латин алфавиты
Тел кодтары (?)
ISO 639-1:
ISO 639-2:
ISO 639-3: pms
Тау буйы телдәре картаһы

Пьемонт теле (пьемонт һөйләше; пьем. lenga piemontèisa) — галло-итальян телдәренең береһе, Италияның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге Пьемонт провинцияһында таралған. Итальян диалекты тип һанала. Был телдә 2 миллион кеше һөйләшә.

Таралыу өлкәһе[үҙгәртергә]

Пьемонт теле Пьемонт провинцияһының үҙәк өлөшөндә таралған. Пьемонт өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә окситан һәм арпитан телендә һөйләшәләр. Окситан, арпитан телдәре араһында айырма ҙур түгел. Уларҙың һөйләше, ҡайһы бер һыҙаттарын һаҡлап, пьемонт теле менән алмашына.

Тарихы[үҙгәртергә]

Пьемонт телендә беренсе документтар 12 быуатта уҡ яҙылған. 17—18 быуатта уҫешкән әҙәби тел француз һәм итальян телдәре менән ярышып ихтирам яулай алмай. Шулай ҙа пьемонт телендә поэзия, драматургия, роман ижад итеү, фәнни эштәр яҙыу бер ваҡыттала туҡтамай.