Пётр һәм Феврония

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пётр һәм Феврония

Пётр һәм Феврония һыны төшөрөлгән боронғо рус йөҙлөклө тегеүе — Муром ҡалаһындағы Собор Рождества Богородицы өлөшөнә батша Фёдор I Иоаннович һәм батшабикә Годунова Ирина Фёдоровна индергән бүләк. 1593 йылда батшабикә оҫтаханаһында эшләнгән.


Вафат

апрель 1228

Ихтирам ителә

Рус православие сиркәүендә хөрмәт ителә

Канунлаштырылған

1547 йыл // сиркәү собор

Хәтер көнө

8 июль, 25 июнь һәм 19 сентябрь алдындағы йәкшәмбе

Викикитапханала әҫәрҙәре

Пётр һәм Феврония (яңғыҙлыҡта йәшәү бурысын алған монах тормошонда Давид һәм Евфросиния[1]) — урыҫ православиеһы изгеләре.

Кенәз Пётр йылъяҙмаһы сығанаҡтарында бөтөнләй телгә алынмай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр кенәз Пётр менән Февронияны йылъяҙмалар буйынса билдәле Муром кенәзе Давыд Юрьевич һәм уның ҡатынына оҡшата[2]. Кенәз Давыд Юрьевич Муромда 1205 йылдан 1228 йылға тиклем идара итә, һәм Пётр исеме менән монах булыу йолаһы буйынса сәсен ҡырҙыра постриг, ә хәләл ефете тураһында бер нәмә лә билдәле түгел. Кенәз Давыд Юрьевич һәм кенәзбикә Ефросинияның[3] Святослав[4] Юрий тигән улдары, Евдокия исемле ҡыҙы була. Икенсе фараз буйынса, Пётр һәм Феврония халыҡ легендалары персонажы була.. Изгеләр буйынса берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы — 1540 йылдар ахырында яҙылған «Пётр һәм Феврония Муромскийҙар тураһында повесть».

Пётр һәм Феврония 1547 йылда сиркәү соборында урында хөрмәт ителеүсе изгеләр сифатында изгеләр рәтенә индерелә канонизированы. 25 июня (8 июля) уларҙы хәтерләү көнө булып тора; 2012 йылдың 25 декабрендә Изге Синод изгеләргә бағышланған тағы ла бер байрам — 6 (19) сентября (1992 йылда уларҙың мәйеттәре күсерелә) йәкшәмбе алдынан булдыра.

Житие мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пётр һәм Феврония тураһында мәғлүмәт «Пётр һәм Феврония Муромскийҙар тураһында повесть» — XVI быуаттағы боронғо урыҫ әҙәбиәтенең иң юғары ҡаҙаныштарының береһе — аша килеп еткән. Уны, Пётр һәм Февронияны изгеләр рәтенә индереү менән бәйле, мтрополит Макарий заказы буйынса, инок Ермолай Прегрешный төҙөгән. Әммә Пётр һәм Февронияны митрополит, «айырым легендарлығы» менән айырыла тип һанап, Бөйөк четьи-минея «житие»һына индереп тормаған — ул апокриф сифатында тарала.

Сказаниела бәйән ителгәнсә, Пётр кенәзлеккә килеренән бер нисә йыл элегерәк ут һирпеүсе йыланды үлтерә, әммә тәненә хәшәрәттең ҡаны тейгәнлектән, бер дауа ла алмаған махау йәки ала тән (проказа) сирен йоҡтора. Кенәз, ҡырағай бал ҡорто табыусы «ағасҡа үрмәләүсе» солоҡсо ҡыҙы үҙен дауалай аласаҡ тигән төш күрә. Феврония, Рязань ерендәге Ласково ауылы крәҫтиән ҡыҙы. Сиренән арына алмаған кенәз Пётрҙы дауалай алырлыҡ табип эҙләп килгән сапҡын Рязань янындағы Ласково ауылында бер крәҫтиән йортонда ғәжәп бер күренешкә тап була: туҡыу станы артында туҡыма һуғып ултырыусы бер ҡыҙ алдында ҡуян һикерәңләп тора ти.

Йомаҡ ҡойғандай һөйләп, Феврония ҡунаҡтың «аҡыл телен» аңлау дәрәжәһен һынай. Февронияның «Йортта ҡолаҡ, ә түрҙә күҙ булмаһа, ҡыйын икән» тигән беренсе кинәйәһе Феврония — кейәүгә лә сыҡмаған, балаһы ла булмаған ҡыҙ икәнен асып биргән; уның ҡуяны бар, әммә эте юҡ: «Әгәр беҙең өйҙә эт булһа, кемдер өйөбөҙгә яҡынлашҡанын һиҙер ине һәм һиңә өрөп сығыр ине: уны — өйҙөң ҡолағы тип атарға булыр ине. Әгәр түр бүлмәмдә балам йөрөп ятһа (текст варианттары „отроча“, „детище“), һинең түргә ыңғайлағаныңды күреп, миңә хәбәр итер ине: ул — өйөмдөң күҙе тип әйтерлек булыр ине».

Феврония дауалағаны өсөн хаҡ сифатында, кенәз һауыҡҡандан һуң уға өйләнергә тейеш тигән шарт ҡуя, һәм кенәз уға өйләнәм тип һүҙ бирә. Феврония кенәзде терелтә, әммә ҡыҙҙың сығышы ябай ғаиләнән булғанға, ул һүҙендә тормай. Ләкин дауалау процесында Феврония аңлы рәүештә кенәз тәнендәге бер ҡутырын дауаламай ҡалдыра, шуның арҡаһында сир яңыра. Феврония Пётрҙы тағы терелтә, һәм кенәз ҡыҙға өйләнә.

Пётр ағаһынан тәхет вариҫлығын ҡабул иткәс, боярҙар: «Затлы нәҫелдән сыҡҡан байбисәләр ҡатыныңды хурлыҡ тип ҡабул итә, йә уны ҡайтарып ебәр, йә үҙең Муромды ҡалдыр» тип ябай сығышлы кенәз ҡатынын хупламауын белдерә. Кенәз Февронияһы менән ике карапта Ока буйлап йөҙөп китә.

Муромда күптәр бушап ҡалған тәхеткә ултырырға ниәтләнә, бола, үлтереш башлана. Боярҙар кенәздең ҡатыны менән бергә ҡайтыуын үтенә. Кенәз менән ҡатыны тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта, һәм Феврония артабан ҡала халҡының ихтирамын яулай.

Өлкән йәшкә етеп, монах булыу йолаһы буйынса сәстәрен ҡырҙырып, төрлө монастырҙарҙа Давид һәм Евфросиния исемен ҡабул иткәндән һуң, улар Аллаһы тәғәләнән бер көндө үлеүҙәрен һәм алдан бер таш эсендә йоҡа бүлге ҡуйылған ҡәберлек әҙерләп, бер табутта ерләнеүҙе васыят итә. Ысынлап та. улар бер көндә һәм бер үк сәғәттә яҡты донъя менән хушлаша. Бер табутта ерләнеү монах исеменә тап килмәй тип һанап, уларҙың мәйетен төрлө монастырҙарға һалалар, ләкин икенсе өнгә улар бергә булып сыға[5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Муром кенәздәренең туғанлыҡ ағасына ярашлы, кенәз Давид-Пётр һәм кенәз ҡатыны Евфросиния-Февронияның балалары була.

Өс балаһының: Юрий, Святослав һәм Евдокияның исеме билдәле. Шуның менән бергә уларҙың дүрт ейәненең исеме лә билдәле: Ярослав (кенәз Юрийҙың улы), Василий һәм Иван (кенәз Святославтың улдары) һәм Дмитрий (кенәз ҡыҙы Евдокияның улы).

Балаларының яҙмыштары төрлөсә була. Кесе улдары Святослав ата-әсәһе үлгән аҙнала уҡ вафат була, тик 2-3 көн алдараҡ. Өлкән улдары кенәз Юрий тыуған илде һаҡлап, Батый ханға ҡаршы һуғышта 1237 йылда батырҙарса һәләк була.

Ҡыҙҙары Евдокияның яҙмышы бик тә мөғжизәле һәм күп алла мәрхәмәте менән билдәләнгән. Бик күп сығанаҡтарға ярашлы, ул бөйөк Владимир кенәзе Всеволодтың улы Святославҡа кейәүгә сыға һәм Юрьев кенәз ҡатыны булып китә. Йылъяҙмаларҙа уның атаһы — Муром кенәзе Давид-Пётр уның туйында булыуы тураһында яҙыла.

Муром кенәздәре Владимир кенәздәренең изгеләре күп булған бөйөк ырыуы менән туранан-тура туғанлаша. Шуларҙың береһе Святославтың әсәһе, үҙенең тәҡүлелеге һәм бала яратыусанлығы менән билдәле кенәз ҡатыны Мария Ясыня була. Уның 12 балаһы була, һәм уның изге ирен Всеволод Большое Гнездо (Оло Оя) йәғни ҙур ғаиләгә эйә, тип атап йөрөтәләр. Улар балаларын Аллаһы тәғәләгә ҙур ихтирам күрһәтеүсе һәм христиандарса тәҡүәле итеп үҫтерә. Һөҙөмтәлә уларҙың дүрт улы тоғролоҡло кенәз булараҡ изгеләр итеп данланды.

Изге Марияның Святослав һәм Евдокияға шифалы рухи тәьҫире асыҡ сағыла. Кенәз ҡатыны Евдокияның Дмитрий исемле улы тыуыуы һәм уның атаһынан һуң кенәз Юрьевский (1253—1269) тип аталғаны билдәле. Кенәз Святослав һәм уның улы кенәз Юрийҙы вафаттарынан һуң, изгеләр тип хөрмәтләйҙәр һәм был элекке святцаларҙа ла билдәләнгән була. Хәҙер улар рәсми рәүештә Владимир изгеләре соборына инә.

Кенәз ҡатыны Евдокия үҙенең ире менән бик оҙаҡ йәшәй алмай. 1228 йылда ул ата-әсәһе эшләгәнсә, иренән Муром Борисоглебский монастырына ебәреүен үтенә, монах тормошона бағышланыу өсөн сәсен алдыра һәм шул уҡ йылды ата-әсәһе һәм энеһе артынса уҡ вафат була. Шулай итеп, бер йылда тиерлек изге преподобныйҙар Пётр һәм Феврония ғаиләһе Алла ҡушыуынсалыр инде, Күк Батшалығында (Царствие Небесное) берләшеү өсөн, был донъяны ҡалдырҙы.[6]

Вафат булыу датаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изгеләрҙе сиркәү хөрмәтләүе датаһы — Юлиан календары (иҫке стиль) буйынса 25 июнь. Йылъяҙмаларҙа кенәз Давыд (Пётр) һәм кенәз ҡатынының вафаты һәм ерләнеүе Светлая Седмицаға 1228 йылға (апрель) тура килгән тип яҙылыуы, үлем ваҡыты менән сиркәү хөрмәтләүе датаһы тура килмәгәнлектән, һорау тыуҙыра. Сиркәү изгеләрҙе хөрмәтләп ғибәҙәт ҡылыу тәжрибәһе ике осраҡты — вафат көнөн һәм изге һөйәктәрҙе күсереүҙе генә билдәләй. Житиела («Повести») һүҙ яҡты донъя менән хушлашыу тураһында: «…предаста вкупе святыя своя душа в руце божий месяца июня в 25 день». Шуға ҡарамаҫтан, 25 июнь датаһы, Феврония Сирская изге ғазап сигеүсеһе көнө менән[7], изге кенәз менән кенәз ҡатынының һөйәктәрен совет осоронан бирле һаҡланған иҫкергән Борисоглебский кафедраль соборынан яңы төҙөлгән Муром Рождество Богородицы соборына (XV быуатта уҡ Воеводская тауында булған, XVI быуатта яңыртылған) күсереү менән бәйле[8]. Собор 1930-сы йылдар ахырында алынған.

Изге мәйеттәре һәм хөрмәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Памятник Петру и Февронии Муромским в Ярославле.jpg
Ярославлдә Пётр һәм Феврония һәйкәле

Ирле-ҡатынлы изгеләр хөрмәтенә 1553 йылда батша Иван Грозный нәҙере буйынса Пресвятая Богородица хөрмәтенә Муром ҡалаһының Рождества Богородицы соборына күсерелгән. Совет власы урынлашҡандан һуң, 1921 йылда, изге һөйәктәр урындағы музейҙың дингә ҡаршы экспозицияһына ҡуйыла. 1992 йылдан изге һөйәктәр Муром ҡалаһының Троицкий монастыры собор ҡорамында һәр теләгән кеше күрерлек итеп, асыҡ, ҡуйылған.

2012 йылдың 29 авгусында Петербургтағы Тучков күпере эргәһендәге Изге Екатерина сиркәүенән изгеләр һөйәгенең, шул иҫәптән, Пётр һәм Февронияның да, ҡайһы бер өлөштәрен урлайҙар[9].

Урыҫ православие сиркәүендә изгеләрҙе хөрмәтләү өсөн махсус бер көн — Пётр һәм Феврония көнө билдәләнә.

Һәйкәлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Файл:Памятник Петру и Февронии в Ласково.jpg
Рязань өлкәһе Ласково ауылында Пётр һәм Феврония һәйкәле.

«Изге диндарҙар Пётр һәм Феврония Муромскийҙар» скульптура композициялары Рәсәй ҡалаларында, Мәскәү һәм бөтә Русь Патриархы Алексий II 2004 йылда биргән ризалығы менән,[10]2009 йылдан «Ғаилә мөхитендә» милли программаһы сиктәрендә ҡуйыла. Программа президенты Александр Ковтунец әйткәнсә, һәйкәлдәр ҡуйыуҙың маҡсаты булып, «ғаилә ҡиммәттәренең ыңғай образын тыуҙырыу, никахта тоғро һәм инсафлы мөнәсәбәттәр, мөхәббәт һәм ысын күңелдән бирелгәнлек тәрбиәләү, тыуған балаларыбыҙҙы Тыуған илебеҙгә һөйөү рухында тәрбиәләү» тора. Һәйкәлдәрҙе туй процессиялары килеп күреү кеүек күренештәр көтөлә. Һәйкәлдәр, ҡағиҙә булараҡ, Пётр һәм Феврония көнөндә (8 июль) асыла. Православие изгеләренең скульптур һындарын күпләп тиражлау православие тарихында тиңе булмаған күренеш.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Петр, князь муромский // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Большая биографическая энциклопедия. 2009
  3. Пётр и Феврония Муромские // Большая школьная энциклопедия «Руссика». История России. IX — XVII века / Под редакцией В. П. Бутромеева. — М.: Олма-Пресс, 2001. — С. 503. — 800 с. — 5000 экз. — ISBN 5-224-00625-2.
  4. Филарет (Гумилевский). Житие Петра и Февронии.
  5. Ермолай Еразм. Повесть о Петре и Февронии Муромских
  6. Адамова Татьяна. Святые преподобные Петр и Феврония, в миру князь Давид и княгиня Евфросиния, Муромские чудотворцы (билдәһеҙ). pk-semya.ru. Дата обращения: 30 октябрь 2020.
  7. Жития Святых: Житие и страдание святой преподобномученицы Февронии. 25 июня | Молитвы святых. prayerssaints.ru. Дата обращения: 8 март 2020.
  8. Никита (Добронравов), игумен. Житие свв. князей Петра и Февронии в общем контексте истории г. Мурома. // Троицкие листки. — Муром. — 2008. — 29. — С. 2-5.
  9. В Санкт-Петербурге похитили мощи Александра Невского. Рамблер/новости. Дата обращения: 8 март 2020.
  10. История программы. www.vkrugu7i.ru. Дата обращения: 8 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:^v

Ҡалып:Собор Рязанских святых